

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына ярашлы, башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм башҡорт халҡы тарихын өйрәнеү маҡсатында ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айҙарында республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә.
Саралар сағыу концерт программаларын, башҡорт теленең мәҙәниәте, тарихы буйынса мәғрифәт проекттарын берләштерә.
Ижади хәрәкәт Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең һәм Нефтекама дәүләт филармонияһының профессиональ артистарының республика ҡала-райондары буйлап ойошторолған гастролдәренән тора. Бынан тыш, урындарҙа ла был сара өсөн башҡорт халҡының көнкүрешенә, тарихына бәйле тематик күргәҙмәләр, стендтар әҙерләнә.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары Радик Ғиззәтов, фестивалгә ярашлы, тамашасылар өсөн бай концерт программаһы әҙерләнек, тип хәбәр итте. Кисә стәрлетамаҡтар Бәләбәй тамашасылары алдында сығыш яһаған.
"Программала филармония, бейеү театры артистары ҡатнаша. Бер нисә районда сығыш яһаныҡ. Тамашасылар, рухланып, илһамланып ҡалдыҡ, тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Беҙҙең бейеү ансамбле бик популяр, улар ҡуйған башҡорт бейеүҙәре береһен дә битараф ҡалдырмай. Артабан Миәкә, Бишбүләк, Балговар, Йәрмәкәй райондарында сығыш яһаясаҡбыҙ", – ти етәксе урынбаҫары.
Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә лә мөһим роль уйнай, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә, быуындар күсәгилешлеге һаҡлана.
Тамашасылар араһында Бәләбәй башҡорт гимназияһы директоры Дилбәр Фатхетдинова ла булған.
"Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ярашлы районда, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт гимназияһында бик күп эш атҡарылды. Әйткәндәй, уҙған аҙнала ғына Кесе балалар ҡоролтайын үткәрҙек. Сараға урындағы бөтә башҡорт теле уҡытыусылары килде, район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев та ҡатнашты. Беҙҙең гимназияла яҡын-тирәләге ун райондан 800-ҙән ашыу бала белем ала. Бәләбәйҙән тыш, Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Туймазы, Йәрмәкәй, Бүздәк, Дәүләкән, Шишмә райондары балаларына белем бирәбеҙ. Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан да килеп уҡыусылар бар. Ҡоролтай бөтәһенә лә бик оҡшаны. Ә инде кескәй күңелдәргә беҙ һалған рухи тәрбиә ошондай ҙур тамашаларҙа нығына. Үҙебеҙгә алмашҡа илһөйәр, телһөйәр, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға ихтирамлы балалар тәрбиәләйбеҙ", - ти Дилбәр Фәтхетдинова.
Концерттар барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.