

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр генә түгел, хатта өлкәндәрҙең дә күбеһе республикабыҙ үҫешенең үтә мөһим мәлендә ҙур роль уйнаған ир аҫылдары хаҡында бөтөнләй белмәй. Бәләкәй генә инештәр тотош диңгеҙҙе хасил иткән кеүек, яҡташтарыбыҙ ҙа республикабыҙ тарихына үҙ өлөшөн индергән.
Йәшенә-йәшенә уҡыған...
Ғәҙелша Дәүләт улы Ейәнсурин 1894 йылдың октябрендә Ҡыпсаҡ улысының бәләкәй генә башҡорт ауылы Буҫтыбайҙа ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ауыр батраклыҡ эше, бөтмәҫ нужа атайҙарының һаулығын бөтөрә һәм ул, өс йәшлек улы менән ун йәшлек ҡыҙын етем итеп, йәшләй генә үлеп китә. Әсәләре икенсе иргә тормошҡа сыҡһа ла, ғаиләгә еңеллек килмәй, һәм Ғәҙелша 9 йәштән ауыл байҙарына батраклыҡҡа яллана: септә һуға, ҙурая биргәс, көтөү көтә.
Ул осорҙағы ауыр тормошто күҙ алдына килтерһәң, терәк-таянысһыҙ малайҙың бар ғүмере батраклыҡта, наҙанлыҡта үтер кеүек тойола. Әммә тәбиғәттән бирелгән аҡылы, белемгә булған ынтылышы уны әсе яҙмыштан ҡотҡара. Үҙенең автобиографияһында ул: “1906 йылда мин, 12 йәшлек малай, Нуҡай ауылында Хәмзә байға көтөүсе-батрак булып ялланып эшләп йөрөнөм, бер көн байҙан ҡасып китеп, Сәйетҡол ауылындағы рус-башҡорт училищеһына уҡырға инергә ҡарар иттем, сөнки унда минең 4-5 таныш тиҫтер малай уҡый ине.
Уҡыуға ныҡ тартылыуымдың төп сәбәбе белем алыу һәм батраклыҡтан ҡотолоу ине, икенсе сәбәп – училищела бушлай уҡыта һәм ашата торғайнылар. Уҡырға мине тиҙ генә алманылар, сөнки атай-әсәйһеҙ килгәйнем. Мин, туғандарымдың береһенә барып, уҡырға алып барып урынлаштырыуын һораным. Уҡырға ингәс, береһенә лә һөйләмәүен үтендем. Үгәй атай белеп ҡалып, мине кире алып ҡайтып китер, тип ҡурҡтым, сөнки байға эшләп алған 2-3 һум аҡса уның өсөн уҡыуыма ҡарағанда ҡәҙерлерәк ине. Шулай итеп, йәшенә-йәшенә уҡый башланым”.
Ғәҙелша, бик отҡор булһа ла, белем алыуын дауам итә алмай. Үгәй атаһы ныҡышып, алып ҡайтып китә, сөнки бала ғына булһа ла, малайҙың байға эшләп тапҡан аҡсаһы ғаилә ҡаҙнаһына ҙур ярҙам була. Шулай итеп, тағы ла ауыр эш, батрак тормошо башлана.
1912 йылдың көҙөндә инде апаруҡ быуындарын нығытҡан егет ҡалаға китергә тигән ныҡлы ҡарарға килә һәм Ырымбурға юллана. Унда Хөсәйеновтың типографияһына эшкә урынлаша. Урамдарҙа гәзит-журнал тарата, һуңынан версткалаусы булып китә. Бер аҙҙан уны экспедитор итеп күсерәләр – көн һайын гәзит-журналдарға яҙылыусылар менән эш итә, почтаны ҡабул итә, тарата. Был эшендә ул әҙәби, сәйәси китаптар уҡырға әүәҫләнә, донъяға ҡарашы ла үҙгәрә.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, Ғәҙелшаны армияға алалар һәм уҡырға ебәрәләр. 1916 йылдың йәйендә өлкән унтер-офицер Ейәнсурин Көнбайыш фронтта, 104-се пехота полкында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Был һуғыштың мәғәнәһеҙ икәнлеген, ябай һалдат ғүмерҙәренең бушҡа өҙөлгәнен күреп, уның йөрәге әрней. Февраль революцияһынан һуң, ул был хәҡиҡәткә тағы ла нығыраҡ төшөнә.
Һалдат тормошон яҡшы аңлаған, батыр йөрәкле, ғәҙел унтер-офицер Ғәҙелшаны мосолман һалдаттары комитетына ағза итеп һайлай. Бөтә Рәсәй мосолмандарының хәрби съезында, I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша.
1917 йылдың декабрендә тыуған ауылы Буҫтыбайға ҡайта. Тәүҙәрәк үгәй атай йортонда көн итә, 1918 йылдың февралендә иһә Ҡара-Ҡыпсаҡ идаралығына (Сапыҡ, Сәйетҡол ауылдарында) эш башҡарыусы булып урынлаша.
Данлы еңеүҙәр
1919 йылдың 16 февралендә Башҡорт Хөкүмәте ултырышында башҡорт ғәскәрҙәрен Совет власы яғына сығарыу тураһында ҡарар сығаралар. Ғәҙелшаға Ҡара-Ҡыпсаҡ кантисполкомын ойошторорға ҡушалар. Был бурысты ул үтәй алмай, сөнки тиф менән ауырып китеп, Буҫтыбайҙа дауалана.
Март айында Колчак армияһының һөжүме көсәйә һәм күп кенә башҡорт ерҙәрен аҡтар баҫып ала. Аҡ гвардеецтар хужа булған ерҙәрҙә мобилизация башлана. Ғәҙелшаны, элекке унтер-офицер булараҡ, генерал Беловтың корпусына – кавалерия полкына хеҙмәткә алалар. Ҡыҙылдарҙың көслө һөжүме аҫтында Беловтың корпусы Орск ҡалаһы яғына сигенә. Ошо ваҡытта, 1919 йылдың авгусында, күп кенә һалдаттары менән Ғәҙелша ҡыҙылдар яғына сыға. Хеҙмәтен Муса Мортазиндың айырым Башҡорт кавалерия бригадаһында дауам итә.
Буҫтыбай егете, башҡорт кавалерияһы менән бергә батырҙарса һуғышып, данлы еңеүҙәргә өлгәшә, Ҡаҙағстан сүллегендә генерал Толстовтың бандаһын тар-мар итеп, мул һыулы Көнбайыш Буг йылғаһына тиклем Польша легионерҙарын ҡыуалар. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн эскадрон командиры Ғәҙелша Ейәнсурин Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1921 йылда яҡташыбыҙ Хәрби комиссариаттың конвой начальнигы, һуңынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһының тикшеренеүҙәр эше начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1923 йылдың мартында кадрҙар мәсьәләһен нығытыу өсөн Ейәнсуринды Йылайыр кантонына милиция начальнигы урынбаҫары итеп ебәрәләр. Был эште ул милиция рәтендә ныҡлы тәртип урынлаштырыуҙан башлай. Эшенең һөҙөмтәһен баһалап, уны Йылайыр һәм Тамъян-Ҡатай кантондары буйынса төп судҡа уполномоченный итеп тәғәйенләйҙәр. 1926 йылдан ул – Арғаяш кантонында прокурор, 1928 йылдан – Башҡорт АССР-ының прокурор ярҙамсыһы, 1929 йылдан – БАССР-ҙың төп суды рәйесе. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Ғәҙелша Дәүләтша улы закон һағында ныҡ тора, ябай кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлай. Намыҫ менән хеҙмәт итһә лә, уға яла яғыусылар табылып тора, әммә ул барыһын да хаҡлыҡ һәм эше менән еңә.
1931 йылдың 15 июлендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты политбюроһында Өфө ҡалаһында комбайндар өсөн моторҙар эшләү заводы асырға ҡарар итәләр. Был заводтың идарасыһы Г. Ширшовтың беренсе ярҙамсыһы итеп Ғ. Ейәнсуринды ҡуялар. Республикала заводтар, ҙур төҙөлөштәр башланған мәл була. Төҙөлөштәрҙе тиҙләтеү өсөн “Ураллесстрой” төҙөлөш тресы ойошторола, уның начальнигы итеп Ғ. Ейәнсуринды һайлайҙар.
Исеме – халыҡ хәтерендә
Ҙур төҙөлөштәрҙе етәкләп, төплө тәжрибә туплаған, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Ғәҙелша Дәүләтша улын 1934 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ының коммуналь хужалыҡ буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләйҙәр. Ташып торған дәрт-дарманы, ныҡышмаллығы менән ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ эшенә башкөлләй бирелгән халыҡ комиссары эшләгән осорҙа республикабыҙҙа байтаҡ биналар – Өфөлә Хөкүмәт йорто, Бәйләнештәр йорто, Башпотребсоюз, “Башнефть” тресы һәм башҡа учреждениелар төҙөлә. Дүрт-биш ҡатлы өйҙәр, трамвай һыҙаттары күбәйә, Стәрлетамаҡҡа һәм башҡа район-ҡалаларға автобус маршруттары асыла. Республикала халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн бик күп мунсалар, бөҙрәханалар ҡалҡып сыға, һыу менән тәьмин итеү яҡшыра. Өфөлә, Дәүләкәндә электр станциялары төҙөлә, Стәрлетамаҡ, Белорет, Бөрө һәм Бәләбәй электр станцияларының ҡеүәттәре арттырылыуы арҡаһында ҙур ҡалалар менән бер рәттән 41 район үҙәге электр энергияһы менән тәьмин ителә. Нәҡ ошо йылдарҙа коммуналь хужалыҡ ныҡлы аяҡҡа баҫа һәм ҡала-ауылдарҙың үҫеүенә булышлыҡ итә.
1937 йыл килеп етә. Репрессияның ҡанлы тәгәрмәсе үҙенең аяуһыҙ эшен башлай. “Халыҡ дошмандарын” эҙәрлекләү кампанияһы башлана, меңәрләгән халыҡ бер ғәйепһеҙгә юҡ ителә. Ғәҙелша Дәүләтша улы был ҡанлы тирмәнгә беренселәрҙән булып эләгә. “Совет власына ҡаршы эшмәкәрлек алып барған” тигән ялыу арҡаһында 1937 йылдың 9 авгусында ҡулға алына.
Документтарҙан күренеүенсә, ул өс ай буйы үҙенә яғылған ғәйепте инҡар итә. Хатта язалауҙар, карцерға ябыуҙар ҙа уны һындыра алмай. Яҡташыбыҙ ошо уҡ йылда атып үлтерелә.
Уның ҡатыны Лидия Гавриловна Пужай ҙа ҡулға алына, уға ла “халыҡ дошманы” мөһөрө баҫыла. Ҡыҙҙары Айһылыу, Рауза, улдары Мирсәйет тәүҙә Өфө эргәһендәге, аҙаҡ Ҡурған өлкәһендәге балалар йортона ебәрелә.
“1938 йылда мине Миәс ҡалаһына уҡырға ебәрҙеләр. Уҡыу осоронда туғандарымды яныма алырға рөхсәт һорап, НКВД-ға бер нисә хат ебәрҙем. Нисектер үтенесемде кире ҡаҡманылар. Һуғыш алдынан Мирсәйет ФЗО бөтөрөп, Брянск ҡалаһында паровоздар депоһында эшләне. Башҡаса беҙ осраша алманыҡ.
Мин техникум тамамлап, Еҙҡаҙған тигән ерҙәге рудниктарҙа 20 йыл өлкән геолог булып эшләнем. Рауза һылыуым да шунда килеп йәшәне. Әсәйем яҙыусы Авзал Таһировтың ҡатыны менән бергә һигеҙ йыл Хабаровск өлкәһендә төрмәлә ултыра. Ул 1963 йылда вафат булды.
Атайымдың яҙмышын асыҡларға теләп, 1956 йылда БАССР-ҙың Юғары судына мөрәжәғәт иттем. Яуап шундай булды: “Атайығыҙ 1942 йылда башына ҡан һауыуҙан үлде”. Һуңынан асыҡланыуынса, атайым 1937 йылда уҡ атылған” тип яҙа ҡыҙы Айһылыу.
Йылдар үтеү менән туғандарының, яҡындарының йөрәк һыҙлауҙары баҫылғандай булһа ла, халыҡ хәтере уларҙы оноторға тейеш түгел. Республикабыҙҙың яҡты киләсәгенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Ғәҙелша Ейәнсуриндың исеме тарих биттәрендә лайыҡлы урын алырға тейеш.
Мәҡәләләге дәлилдәр Г.Д. Ирғәлиндең, Н.П. Каменевтың “Трудный путь к правде” китабынан алынды.
Миңзифа КӨҪӘПОВА.
Күгәрсен районы.
Нуҡай ауылы.