Башҡорт донъяһы
29 Октябрь 2021, 05:21

Ырыуын белгән юғалмаҫ

Мәсетлелә мәртәбәле һәм мөһим сара – Ҡошсо ырыуы йыйыны үтте.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта Ҡошсо ырыуы йыйыны үтте. Унда, ырыу вәкилдәренән тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, район хакимиәте етәкселәре, ғалимдар, башҡорт теле һәм тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре ҡатнашты.

Сара башланырҙан алда район мәҙәниәт йортонда ҡунаҡ ҡаршылау тантанаһы булды, шул уҡ мәлдә урындағы оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе асылды, Ҡошсо ырыуы тураһында документаль фильм да тәҡдим ителде. Йыйындың пленар өлөшөндә иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, ғалимдар Нурислам Ҡалмантаев, Салауат Хәмиҙуллин, Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡалар телмәр тотто. Ҡошсо ырыуы йыйыны тураһында тулы яҙманы киләһе һанда уҡырһығыҙ.

- Даян МӘЖИТОВ.

Читайте нас