

Билдәле булыуынса, быйыл “Аҡбуҙат” журналы 30 йыллығын билдәләне. Ошо уңайҙан баҫма хеҙмәткәрҙәре республика райондарында, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән кескәй милләттәштәребеҙ менән осрашты.
Әйткәндәй, журнал Ғәйнә ырыуы балалары өсөн айырым һан әҙерләһә, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ла махсус сығарылыш баҫтырҙы.
"Аҡбуҙат"тың сираттағы һаны Мәскәүҙең кескәй башҡорттарына бағышланған. Был проект та Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә әҙерләнгән. Махсус һанда баш ҡала балаларының һүрәттәре, уҡытыусы, ғалимә Ләйсән Әхмәҙуллина алып барған дәрес күренештәре тәҡдим ителгән.
Унан тыш, төрлө уйындар, комикс, шәжәрә хаҡында материал, кескәйҙәр өсөн балалар яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡованың шиғырҙары, “Ай менән Зөһрә ҡыҙ” әкиәте, Миңлегөл Тайсинаның шиғыры ике телдә бирелгән. Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина сараға килгән йәш милләттәштәребеҙҙе журнал менән таныштырҙы, башҡорт батырҙары, шәхестәре хаҡында һөйләне.
- "Аҡбуҙат"тың тәүге һандарын әҙерләгән Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Сулпан Билалова Мәскәүҙә йәшәй. Балалар менән осрашыуға ул да килде, - ти Лариса Хашим ҡыҙы. - Был көндә оҫталыҡ дәресендә балалар рәссам менән бергә Аҡбуҙатты төшөрҙө. Еңеүсе һүрәт – Динә Вәлиуллинаныҡы. Уға телефон бүләк иттек. Афарин, йәш дуҫыбыҙ!
Осрашыуға килгән Нәфисә менән Йософ Әхмәҙуллинға, Регина Багамаеваға, Дамир менән Данияр Канцыяровтарға, Сәйҙә, Самат менән Таһир Ғайсиндарға, Камилә менән Ғәлим Нуриевтарға, Динә Назароваға, Кира менән Таһир Ҡорамшиндарға, Әҙилә менән Мәликә Бүләкәноваларға, Әлиә Вәлиуллинаға, Диана менән Рита Белоусоваларға журнал, дүрт телдә сыҡҡан “Кәүсәр шишмә” китабы бүләк ителде.
Балалар менән осрашыуҙа Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков та ҡатнашты. Әйткәндәй, уның хаҡындағы яҙма журналдың тышын биҙәй. Ул кесәйҙәргә, журнал хеҙмәткәрҙәренә уңыштар теләне.
Сара аҙағында балалар "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны.
(Л. Абдуллина мәғлүмәттәре буйынса).
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.