

Мәскәүҙә Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының төп йүнәлештәре буйынса фекер алышыу үтте. Сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәскәү ҡалаһының һәм өлкәһенең башҡорттар ҡоролтайы төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Осрашыуҙа урындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, студенттар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар араһында Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институты ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Салауат Әхмәҙуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, профессор, Рәсәй Художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков, Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы Илшат Насиров, Милли гвардия ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры начальнигы Азат Шахмөхәмәтов, Үҙәк хәрби округтың Рәсәй гвардияһы дирижеры Арыҫлан Ырыҫҡолов һәм башҡа ватандаштарыбыҙ ҡатнашты.
Осрашыуҙы Салауат Әхмәҙуллин асты. "Бындай саралар рухи берҙәмлекте һаҡларға ярҙам итә, киләсәктә Башҡортостан менән яҡташтар араһында хеҙмәттәшлек тағы ла емешлерәк, тығыҙыраҡ булыр тигән өмөттәбеҙ", – тине ул.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Юлдаш Йосопов “2021 - 2031 йылдарҙа башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы” тураһында һөйләне.
"Был документ – милләттең тотороҡло, уңышлы үҫешен тәьмин итеү, уны тормошҡа ашырыу өсөн заманса маҡсаттар, принциптар, йүнәлештәр комплексы ул. Төп бурысы – дәүләт мәнфәғәттәрен, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуҙы, граждандарҙың конституция хоҡуҡтарын, иркен тәьмин итеүҙе иҫәпкә алып, милләтебеҙҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Уның нисек тормошҡа ашырылыуы һәр ҡайһыбыҙҙан тора.
Стратегияла йәмәғәт ойошмаларының мөмкинлектәре киң күрһәтелгән. Ҡайһы бер пункттар буйынса эш башланған да инде. Һеҙ, Мәскәү башҡорттары, үҙегеҙҙең йүнәлештәргә ҡағылышлы пункттарға үҙгәрештәр индерә алаһығыҙ. Бик күп яҡташтарыбыҙ бында күптән төпләнгән, юғары уҡыу йорттарында белем алған, эшләп йөрөгән йәштәребеҙ ҙә бихисап. Һеҙҙән дә яңы тәҡдимдәр, фекерҙәр көтәбеҙ", – тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Философия фәндәре докторы Илшат Насиров иһә: "Иғтибарға лайыҡ, мөһим теоретик мәсьәләләр ҙә бар. Стратегия менән танышҡандан һуң тәүге тәьҫорат шундай: был - бик етди документ, уның маҡсаттары, мөмкинлектәре илдәге сәйәси хәлде, заманса ысынбарлыҡты күҙ уңында тотоп билдәләнгән. Ошолай булырға тейеш тә. Өҫтәмәләрҙе, тәҡдимдәрҙе лә әйтербеҙ", - тине.
Өҫтәмә белем биреү педагогы, рәссам Зифа Толомбаева фекеренсә, балаларға белем биргәндә мөмкин булған бөтә заманса ресурстарҙы файҙаланырға кәрәк. Шундай мөмкинлектең береһе - “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте”.
"Белемле булырға ынтылыу туған телде өйрәнеү менән генә сикләнергә тейеш түгел. Беҙҙең балаларҙың төрлө яҡлап үҫешеүе мөһим", - тип билдәләне ул.
Г. Яҡупова тәржемәһе.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.