

Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында Советтар Союзының кино экрандарын йыһан темаһына төшөрөлгән таҫмалар яулап алды: Андрей Тарковскийҙың "Солярис", Ричард Викторовтың "Москва-Кассиопея", "Отроки во Вселенной, Через тернии к звездам" фильмдары һәм башҡалар.
Был кинотаҫмаларҙың күплеге йәмғиәттәге йыһанды өйрәнеү романтикаһына бәйле ине. Ошо йүнәлештәге ҡаҙаныштар, ысынлап та, хайран ҡалмалы булды.
1970 йылда, Юрий Гагариндың данлыҡлы осошона туғыҙ йыл үткәс, "Луна-16" һәм "Луна-17" планета-ара станциялары Айға айгиҙәр ебәрә. Шул уҡ йылда "Венера-7" станцияһы Зөһрә йондоҙ булып балҡыған йыһан есеменә осоп етә. Киләһе аҙым - 1984 йылда "Вега-1" һәм "Вега-2" планета-ара станциялары осорола. Был проектҡа етәкселек иткән белгестәр араһында яҡташыбыҙ Альберт Әбүбәкер улы Ғәлиев тә була.
Альберт Ғәлиев — Ғаләм ҡанундарын өйрәнгән тәүге ғалимдарҙың береһе, Рәсәй, донъя фәненең күренекле вәкиле. Уның ғилми йүнәлештәре —плазма һәм йыһан хәрәкәте физикаһы.
Альберт Әбүбәкер улы астрофизика, электродинамика һәм башҡа дисциплиналарҙа байтаҡ фундаменталь ғилми хеҙмәт яҙған, "Вега", "Фобос" йыһан проектарында ҡатнашып, илдең йыһан сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Ул — Рәсәй Фәндәр академияһы Йыһан өйрәнеү институтының почетлы докторы.
(Ғ. Әбделмәнов әҙерләне).
Фото: "Википедия".