Башҡорт донъяһы
2 Ноябрь 2021, 08:07

Тарихы бай, киләсәге лә өмөтлө

Ҡошсо – иң боронғо һәм данлыҡлы башҡорт ырыуҙарының береһе.

Хәбәр итеүебеҙсә, Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта башҡорт халҡы тарихында ҙур урын биләгән һәм иң боронғоларҙың береһе булған Ҡошсо ырыуының йыйыны ойошторолдо. Унда Башҡортостандың Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә, Әшет, Түбәнге Серге райондарынан делегаттар, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан вәкилдәр, тарихсылар урындағы йәмәғәт әүҙемселәре, сәнғәт оҫталары ҡатнашты.

Ҡорҙа ҡатнашыусылар башта район мәҙәниәт йортоноң фойеһында Ҡошсо ырыуының боронғо өҫ кейемдәренән, биҙәүестәренән, эш ҡоралдарынан, һа­уыт-һабаһынан торған бай күргәҙмә менән танышты, ауыл ырыуҙарының шәжәрәләрен ҡараны. Шулай уҡ Ҡошсо ырыуы тураһында документаль фильм тәҡдим ителде. Артабан рәсми ҡунаҡ­тар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрә­неүселәр докладтар менән сығыш яһаны.

Әйткәндәй, мәсетлеләр мөһим йыйынға әҙерлекте бик етди алып барған. Мәҫәлән, Ҡошсо ырыуының гербын булдырыу йәһәтенән ижади төркөм әүҙем эшләгән. Шулай уҡ райондың Ләмәҙтамаҡ ауылы янындағы тауҙа “Ҡошсо ырыуы” тигән тарихи яҙма барлыҡҡа килгән.

– Башҡорттар элек-электән үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса ҡарар­ҙарҙы күмәк йыйылып, кәңәшләшеп сығарған, – тине Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, йыйындың пленар өлөшөндә сығыш яһап. – Бындай саралар халыҡтың тупланыуына, рухи йәһәттән көсәйеүенә булышлыҡ итә, хаталаныуға урын ҡалдырмай. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн йыйын йолаһын тергеҙеү мөһим.

Рәйес йыйында ҡатнашыусыларға халҡыбыҙҙың үҙ асылын һаҡлауға ынтылышы, шул маҡсатта йыл дауамында тормошҡа ашырылған эштәр тура­һында ҡыҫҡаса һөйләп үтте, Туйма­зылағы Башҡорт ырыуҙары ҡорона, уның сиктәрендә милли спорт уйында­ры буйынса беренсе тапҡыр ойош­торолған “Бәйге” чемпионатына айырым туҡталды. “Һигеҙ ырыуҙан командалар арҡан һәм таяҡ тартыш, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, уҡ атыу кеүек ярыштарҙа көс һынашты. Еңеүселәргә тәғәйенләнгән бүләктәр насар түгел ине: беренсе урынға – 150, икенсе урынға – 100, өсөнсө урынға 50 мең һум аҡса тапшырылды. Киләһе чемпио­натҡа приздар фондын тағы арттырыу күҙаллана”, – тине Ғәлим Яҡупов һәм ҡошсоларҙы “Бәйге”гә хәҙерҙән үк әҙерләнә башларға саҡырҙы.

Ул ырыуҙар тарихы буйынса ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереүҙе лә кәрәк тип тапты. Мәҫәлән, йыш ҡына “башҡорттоң ете ырыуы булған” тип һөйләгәндәрен ишетергә тура килә. Ысынында иһә халҡыбыҙ 50-ләп ырыу һәм ҡәбиләнән тупланған.

Билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин Ҡошсо ырыуына ҡағылышлы боронғо мәғлүмәт сығанаҡтары хаҡында телмәр тотто. Уларға ярашлы, ҡошсолар элек Батый хан ғәскәрҙәре составына ингән һәм Европа илдәренә ойошторолған хәрби походтарҙа ҡатнашҡан. Хандарҙың ир балаларын йыш ҡына ошо ырыу батырҙарына тәрбиәгә биргәндәр. “Башҡорттар һәр заманда үҙ ерен, мәҙәниәтен, быуындар бәйләнешен һаҡларға тырышҡан, бының өсөн йәнен-тәнен аямаған. Һөҙөмтәлә әллә күпме империя юҡҡа сығып, тарихта ғына ҡалған, ә башҡорт халҡы һаман да бар, йәшәй”, – тине тарихсы.

XIII – XIV быуаттарҙа, бик күп яуҙар­ҙа ҡатнашыу һәм бер урындан икенсе­һенә күсеп йөрөү арҡаһында хәлһеҙ­ләнеп, Ҡошсо ырыуы вәкилдәре төрлө халыҡтар эсенә инеп китеп таралған. Тәү башлап Волганың ҡушылдыҡтары булған Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡорт­остандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр. Бөгөн Ҡошсо нәҫеленең 15-тән ашыу ауылы Мәсетле районы биләмәһенә ҡарай. Улар иҫәбендә – Мәләкәҫ, Борғатъя, Ҡыҙыл­бай, Әйүп, Юныс, Тимерәк, Тимербай, Ҡорғат, Юлай һәм башҡалар. Свердловск өлкәһендә йәшәгән 30 меңләп башҡорттоң да байтағы Ҡошсо ырыуынан.

Мәсетле районының Һабанаҡ ауылына Ҡошсо улысы старшинаһы Һаба­наҡ Сариҡаев тарафынан нигеҙ һалын­ғаны мәғлүм. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, заманында КПСС-тың Баймаҡ райкомында беренсе секретарь, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе булып эшләгән Ф.3. Зәғәфүрәнов, донъяға билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тыуып үҫкән Һөләймән ауылында ла аҫаба халыҡты Ҡошсо ырыуы вариҫтары тәшкил итә. 1795 йылдағы рәсми сығанаҡтарҙа яҙылыуынса, Ҡошсо улысы ауылдары араһында Ләмәҙтамаҡ халыҡ иҫәбе буйынса беренсе урынды биләгән. Был ауыл халҡының туғанлыҡ бәйләнештәре 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалына тиклем Мәрйенғол тип аталған Ҡотош ауылыныҡылар менән бик тығыҙ. Боронғо яҙма сығанаҡтарҙа шулай уҡ, ҡошсолар төйәге булараҡ, ошо райондың Әбдрәхим ауылы теркәлгән. Икенсе исеме – Миҙәт.

Ҡошсо улысы элекке документтар буйынса өс төрлө билдәләнә: П.И. Рычков билдәләүенсә, Танып берләш­мәһенә ҡарай; И.К. Кирилловтың яҙмаһында айырым ҡәбилә тип бирелә; башҡорт старшиналары Ҡоҙаш Рәхмәнғолов, Миңлейәр Арҡаев һәм Шумыш Мәмәтовтың күрһәтмәләренә ярашлы, Ҡатай берләшмәһенә инә. Ырыуҙың аҫаба ерҙәре совет заманына тиклем административ яҡтан төрлө төбәккә ҡарай: төньяҡ өлөшө – Пермь, көньяғы – Өфө губерналарына. Ырыу атамаларын йөрөткән Оло Ҡошсо һәм Кесе Ҡошсо улыстары ҡарамағында ошо ике губернаның Троицк, Өфө һәм Красноуфимск өйәҙҙәре ерҙәре булған.

Йәш ғалим Искәндәр Сәйетбат­та­ловтың сығышы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уның әйтеүенсә, башҡорт халҡының ырыу-ҡәбилә структураһы быуаттар дауамында формалашҡан. “Башҡорт” этнонимы VII быуаттағы яҙма сығанаҡтарҙа теркәлгән булһа, уның аҫтына төрлө сығышлы ырыуҙарҙың ҡушылыуы XVIII–XIX быуаттарға тиклем дауам иткән. Был милләттең – тере система, ә этногенез процесының бер ваҡытта ла туҡтал­маған хәрәкәт икәнен күрһәтә. Башҡорт йәмғиәте эсендә, көслө төркөмдәргә көсһөҙҙәре ҡушылып, үҙенсәлекле ырыу-ҡәбилә ҡоролошо барлыҡҡа килгән.

* * *

Ҡошсолар ҡороноң программаһына ярашлы, шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында “Аҡбуҙат” журналының 30 йыллығы уңайынан мәктәп балалары менән осрашыу булды. Өфө ҡунаҡтары менән күрешергә Иҫке Мишәр, Яуыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәренән I – IV класс уҡыусылары йыйылған ине. Уларға “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәрҙең – филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова, биология фәндәре докторы Рафаҡ Ғиниәтуллин, техник фәндәр докторы Юлай Байрамғоловтарҙың – тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Был ырыуҙың ағасы – муйыл. Ә бына ҡошон берәүҙәр аҡҡош, икенселәр ыласын тип иҫәпләй. Китапханаға килгән балаларға “Аҡбуҙат”тың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ҡошоноң һүрәтен төшөрөп ҡарарға тәҡдим ителде. Аҡҡошто һайланылар.

Мәсетле районы мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Шуға осрашыу барышында балалар Башҡортостан тарихы, арҙаҡлы шәхестәр буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар икән. Ырыуҙың батыры тип Салауат Юлаевтың яуҙашы Ишмән Итҡоловты һанайҙар.

Артабан уҡыусылар “Аҡбуҙат” балалар журналы редакцияһы тарафынан Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында төшөрөлгән “Урал батыр” йәнһүрәтен бик ҡыҙыҡһынып ҡараны.

 

Әнис ӘСӘҘУЛЛИН,

Мәсетле районы хакимиәте башлығы:

– Был сара – рухи мираҫҡа, беҙҙә ғүмер кисергән халыҡтың тарихи үт­кәненә, йолаларына ихтирам, йән­төйәгебеҙгә ҡәҙер-хөрмәт бил­дәһе ул. Һәр кеше үҙенең ҡайһы нә­ҫел, ырыу вәкиле икәнлеген белергә тейеш. Мәсетлеләр ата-бабалары аманатына тоғролоҡ һаҡлай, шә­жәрәләренә ҙур иғтибар бүлә, зат-араларын өйрәнә, балалары үҙ та­мырҙарын белһен һәм киләһе бы­уын­дарға тапшырып ҡалдырһын өсөн тырышлыҡ һала. Беҙҙең районда, әйткәндәй, 15-тән ашыу мил­ләт вәкиле дуҫлыҡта, татыу­лыҡта йәшәй.

Ҡошсо ырыуы йыйыны ҡатна­шыу­сылар күңелендә тик йылы хис­тәр, яҡты хәтирәләр ҡалдырыр, йәмғиәтебеҙҙең үҫешенә, именле­ге­нә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам.

 

Марат ӘХМӘТШИН,

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:

– Был мәртәбәле йыйынға әҙер­лек районда күптән башланғайны. Ойоштороу комитеты ултырыштары, Ҡошсо ырыуының Башҡорт­ос­тандағы һәм күрше төбәк­тәрҙәге вәкилдәре менән осрашыу­ҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар булды, конкурстар һәм флешмобтар уҙғарылды. Конференцияларҙа яһалған сығыштар, фотоһүрәттәр, карталар, башҡорт ырыуҙарына ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләргә арналған материалдар айырым китап рәүешендә нәшер ителде. Шу­ныһын билдәләргә кәрәк: урындағы халыҡта тамырҙарын асыҡлау, шәжәрәләрен өйрәнеү теләге ҙур.

 

Әхмәтнур ХАФИЗОВ,

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы:

– Сараға әҙерлек барышында күр­ше райондарҙағы һәм Свердловск өлкәһендәге Ҡошсо ырыуы вәкил­дә­ре менән осраштыҡ. Тарихи доку­менттарға ҡарағанда, хәҙерге Ба­лаҡатай һәм Ҡыйғы райондары би­ләмәһендә ҡошсолар төйәк иткән өсәр ауыл булған. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, бөгөнгә уларҙан Балаҡатай ра­йонындағы Айҙаҡай менән Ҡыйғы районындағы Йонос ҡына һаҡланып ҡалған.

Күрше өлкәләге Красноуфимск районының Һыҙғы ауылында мил­ләт­тәшебеҙ Ғәйшә Айсинаның башҡорт тарихын өйрәнеү буйынса киң ҡоласлы эш алып барғанын белеү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Ул бына 12 йылдан ашыу инде ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә, боронғо әйберҙәрҙе йыя, ҡабарт­малы сигеү менән мауыға. Изге эштә яңғыҙ түгел – балалары матди яҡтан таяныс булып тора. Ғәйшә Айсинаның күптәнге хыялы – музей асыу. Ошоғаса туплаған экспонаттары араһында йөҙгә яҡын боронғо әйбер.

Беҙҙең төп бурыс – үҙ ырыуы­быҙҙың лайыҡлы вәкилдәре булыу, халҡыбыҙҙың именлеге тураһында даими хәстәрлек күреү, бала­лары­быҙҙың аң кимәлен, рухи-мәҙәни үҫешен хәстәрләү, уларға ата-бабалар аманатын тапшырыу.

Даян МӘЖИТОВ.

Читайте нас