

Һәр ваҡыт күтәренке кәйефле, асыҡ йөҙлө Наил Ғаян улы Хәйруллин райондың өлкән педагогтарына ғына түгел, йәштәргә лә яҡшы таныш. Ул бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған. Географиянан уҡытҡан, күп йылдар мәктәп директоры булған, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте, тарих фәндәренән дә белем биргән.
Наил Ғаян улы беренселәрҙән булып уҡыусылар менән шәжәрәләр төҙөй башлаған. Балаларға тамырҙары, ата-бабалары хаҡында мәғлүмәт эҙләү, нәҫел ептәрен барлау ҡыҙыҡлы. Тора-бара үҙе лә шәжәрә төҙөү эшенә ныҡлап тотона Наил ағай. Архивтарҙа эҙләнеүҙәр, ололарҙан һорашып яҙып алыуҙар һөҙөмтәһендә ул атаһы яҡлап Атналы нәҫелен – 15-се, әсәһе яҡлап Төлкө нәҫелен 14-се быуынға тиклем өйрәнеп, шәжәрәләр төҙөй.
"1960 йылда беренсе класҡа уҡырға барҙым. “Балыҡсы ырыуына ҡарайбыҙ, беҙ – башҡорттар, ғорур халыҡ”, – тип гел әйтә торғайны атайым. Ул саҡтарҙа мәктәптә уҡығанда шәжәрә һүҙе ҡулланылмай ине. Дәрестәрҙә ғаилә, үҙ нәҫелең, тыуған ауыл тураһында инша яҙа торғайныҡ. 7-се класта уҡытыусыбыҙ Тәслимә Ғәлимйән ҡыҙы Нурмиеваның ата-бабабыҙ – Балыҡсы ырыуы вәкилдәренең беҙҙең яҡтарға ҡайҙан килеп сыҡҡаны хаҡында һөйләгәне иҫемдә. 12-се быуатта Алтай яғынан килгәндәр. Ул ваҡытта татар-монголдар хакимлыҡ иткәне билдәле. Нәҡ улар балыҡсыларға Яйыҡ (Урал) йылғаһына тиклем ерҙәрҙең уңдырышлы булыуы хаҡында әйткән. Балыҡ төрөк теленән тәржемә иткәндә “ҡала һаҡсыһы” тигәнде аңлата. Нәҡ Тәслимә апай нәҫел ептәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Мин юғары белем алып, Ҡашҡа мәктәбенә эшкә ҡайтҡас та, нәҫелебеҙгә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе гел теркәй барҙым. Ауылдашым Әхмәтзыя ағай Ғәлиәхмәтов бик ныҡ ярҙам итте. Ул 14 йәшендә атаһы Ғәлиәхмәт ағай менән минең Хәйрулла олатайыма килеп, үҙебеҙҙең Атналы нәҫеле тураһында бай мәғлүмәт яҙып алған булған. Шәжәрә төҙөй башлағас, Әхмәтзыя ағайға барып, нәҡ ошо мәғлүмәттәрҙе алып, уларға таянып, 15-се быуынға тиклем асыҡлап, архив материалдары менән дәлилләп, шәжәрә төҙөнөм. “Атналы – ҡырҡ ҡатналы”, – тип атайым йыш әйтә торғайны. Хәҙер был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлайым, сөнки Атналы – бик ҙур нәҫел. Ҡашҡа ауылының яртыһы нәҡ уға ҡарай булып сыҡты.
Әсәйем Миңлефрүз Ғәлләметдин ҡыҙы – Сөйөш ауылы ҡыҙы. Ул Төлкө нәҫеленә ҡарай. Бөгөн әсәйем яҡлап та шәжәрә төҙөнөк. Ғәлләметдин олатайымдың бер туған һеңлеһе Миңйыһан Латипова ошо нәҫелде яҡшы белә ине. Данис туғаным менән Төлкө нәҫеле шәжәрәһен төҙөй башлағас, уның ейәнсәре, бөгөн инде хаҡлы ялдағы Зәйнәп апай бик күп мәғлүмәт бирҙе беҙгә. 1700 йылдан Илембәт исемле кешенән башланған Төлкө нәҫелен 14-се быуынға тиклем асыҡланыҡ. Ул ер эшкәртеүсе булған. Ерҙәре Болмозоға тиклем барып еткән, ә Солтанбәк яғында Урман арты тигән ергә ҡәҙәр һуҙылған.
Ҡатыным Вәрисә Хәмзә ҡыҙы яҡлап та шәжәрәбеҙ бар. Ул Ҡолсоҡай нәҫеленә ҡарай. Был шәжәрәне төҙөргә Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, артабан Бөгөлмә ҡалаһында йәшәгән ғалим, бөгөн инде мәрхүм Мөхәмәтнур Ғәзимов ярҙам итте. Ул күп йылдар шәжәрә төҙөү менән шөғөлләнгән булған. Бына шулай, Балыҡсы ырыуының Атналы, Төлкө, Ҡолсоҡай нәҫелдәренең шәжәрәләрен барланыҡ. Алда бик күп эш көтә. Бөгөн йыйылған мәғлүмәттәрҙе тағы ла тулыландырып, китап яҙырға ла теләк бар. Һәр нәҫелдең күренекле шәхестәрен асыҡлап сыҡһаҡ, бик яҡшы булыр ине. Бына, мәҫәлән, Закирйән Ниғмәтйәнов - нәҫелебеҙҙәге Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Хәйрулла улы. Ә Ғата Хәйруллин “Ҡара генерал” Даян Мурзин отрядында партизан булған. Беҙ уның менән ике тапҡыр осраштыҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡараһы эш күп", – тип киләсәккә ҡорған пландары менән бүлеште Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе мәғариф ветераны Наил Ғаян улы.
Наилә ИМАЕВА.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.