Башҡорт донъяһы
9 Ноябрь 2021, 11:28

Балыҡсы ырыуының илһөйәр улы

Уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтара.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Фото:Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

Һәр төбәктең үҙ патриоттары була. Халҡын, телен, милләтен хәстәрләп, шул рух менән янып-көйөп йәшәй ундайҙар. Улар арабыҙҙан китһә лә, тормош юлдары, образдары киләсәк быуын өсөн яҡты йондоҙ-маяҡ булып яна. Шундай илһөйәрҙәр араһында Асҡын районының Солтанбәк ауылында тыуып үҫеп, белем алып, артабан 26 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеү эшенә тотонған Шаһийән Миңлеғәлиев айырым урынды биләй. Быйыл уға 90 йәш тулған булыр ине. Беҙҙе күптән ҡалдырып китһә лә, яҡташыбыҙҙың рухы күңелебеҙҙә йәшәй.

 

 Милли рух көсө

 

Шаһийән ағай 1931 йылдың 5 но­ябрендә Солтанбәк ауылында йәшәгән Тутыя менән Миңлеғәли Ғәбдрә­шитовтарҙың татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Ошо ҡатмарлы йылдарҙың бар ауырлығын тойоп, бәләкәйҙән эшкә егелеп ғаиләлә биш бала үҫә: Маҙһар (1923 йылда тыуған), Әҡсән (1927), Шаһийән (1931), Фәниә (1936), Мәснәүи (1942). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел.

“Хәтеремдә, атайым Миңлеғәли Ғәбдрәшитов (1896 йылғы) ауылда беренсе оҫта була торғайны, арба тәгәрмәстәрен ҡойоп ҡына ҡуя ине. Ул һуғышта һаулығын юғалтты һәм, оҙаҡ интегеп, 1951 йылда донъя ҡуйҙы.

Әсәйем Тутыя Ғималетдин ҡыҙы өй эштәренә маһир булды: беҙгә өҫ кейемдәрен генә түгел, башлыҡтарҙы ла киндерҙән бына тигән итеп тегеп бирә торғайны. Ғөмүмән, ул осорҙа үҙ-үҙенә кәрәк-яраҡты хәстәрләү һәр кемдең оҫталығына бәйле булды, шуға күрә ауылда һәр төрлө һөнәр эйәләре – уңдырып икмәк бешереүселәр, ар­ҡалыҡ-йүгән биҙәүселәр, һағыҙ ҡайна­тыусылар, ылыҫ майы һығыусылар, тегенселәр күп ине.

Мал аҫрап донъя көтөү һәр кемдең көндәлек шөғөлө була. Мәҫәлән, минең олатайымдың ҡолонло биш аты, быҙауҙары менән дүрт һыйыры, алты һарығы, 20 гектар самаһы ере була. Бөтә Рәсәй буйынса 1917 йылда үткәрелгән иҫәпкә индерелгән ул, – тип яҙа Шаһийән ағай 1998 йылғы “Ватандаш” журналының 1-се һанында донъя күргән “Балыҡсы башҡорттары” тигән мәҡәләһендә. – Хәтеремдә, мин, VII клас­ты тамамлағас, ат ҡараусы булып эшләп алдым. Ике йыл тирәһе йөрөгәнмендер. 1948 йылдың көҙөндә, ете малай һөйләштек тә, йыраҡ булһа ла, Үрмияҙға уҡырға киттек. Унан да яҡыныраҡ урта мәктәп булманы. Ярай әле ҡыйыулығыбыҙ етеп, бер-беребеҙгә терәк, иптәш булып, шул алыҫ араны (25 километр) үтергә батырсылыҡ иткәнбеҙ. Ул егеттәрҙең бөтәһе лә һөнәрен тапты: Изах Әғләмов, Иғтисам Ғилманшин һәм мин – авиация офицерҙары, Булат Хөснийәров, Фәйзел Ибраһимов, Туҡтағол Саяпов уҡытыусы булып китте, Әмирйән Әхмәров институттан һуң бөтә ғүмерен ауыл хужалығына арнаны.

Урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Солтанбәк мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләнем. Хеҙмәткә алынғас, Иркутск ҡалаһының хәрби-авиатехник училищеһында кадрҙар офицеры булып киттем. 1978 йылда хеҙмәтте тултырғас та ҡул ҡаушырып ятманым, төрлө эштә йөрөлдө. Хәҙер инде хаҡлы ялдамын, шулай ҙа халҡым, илем тип янып йәшәйем. Тарих төбөнән хаҡлыҡ эҙләйем, ауылдаштарымды ҡыуандырам”.

Шаһийән ағайҙың берҙән-бер улы Олег:

“1953 йылда атайым Иркутскиҙа авиация-техник училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда уңышлы тамамлай. СССР Оборона министрлығының алыҫ араға осҡан авиацияһында техник булып хеҙмәт итә. Чернигов өлкәһенең Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә.

1957 йылда Үрмияҙ ауылы ҡыҙы Ғәлиә Ахунйән ҡыҙы Ахуноваға өйләнә. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып 1958 йылда мин донъяға килгәнмен. Атайым менән әсәйем бик татыу йәшәне.

Хрущев заманындағы ҡыҫҡартыу­ҙарҙан һуң, атайымды Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына СССР Оборона министрлығының хәрби-төҙөлөш часына күсерәләр. Унда ул баллистик ракета­ларҙы эшләтеп ебәрә торған комплексты төҙөүҙә ҡатнаша. Әсәйем Бөрө педагогия институтының рус филологияһы факультетын тамамлаған була. Ул ундағы мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләне.

Шулай һөйөнөп кенә йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде – 1976 йылдың декабрендә әсәйем вафат булды. Ул ошо Козельск ҡалаһында ерлән­де. 1978 йылда атайым, хеҙмәтен тултырып, хаҡлы ялға сыҡты. Калуга ҡалаһында йәшәне һәм трикотаж фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләне. 1988 йылда Өфөгә күсеп ҡайтты. Бында ла атайым тик ятманы, Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында именлек хеҙмәтендә эшләне. Нәҡ ошонда ул тыуған яҡ тарихы менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.

Асҡын районында конференция үткәреү өсөн дә күп көс һәм тырышлыҡ һалды атайым. Яҙыусылар, тарихсылар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бер нисә тапҡыр Асҡынға ҡайтты. Был эшлекле сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәһе булды. Үкенескә ҡаршы, уларҙы атайыма күрергә насип булманы”, – ти.

Олег бөгөн Мәскәү өлкәһендә йәшәй, атаһының юлын һайлап, хеҙмәт итә һәм хаҡлы ялға сыға.

 

Нәҫел ептәрен барлай

 

Тыуған яғына булған көслө һөйөү тойғоһо Шаһийән ағайҙы Башҡортос­танға алып ҡайта. Ул тормош юлын Матур апай менән дауам итә. Өфөлә ул башкөллө эҙләнеү-тикшеренеү эшенә сума. Яҡташыбыҙ архивтарҙа эҙләнеп, ауылдың тарихын тергеҙә, үҙенең һәм ауылдаштарының шәжәрәләрен төҙөй.

“1992 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Балыҡсы улысының башҡорт аҫабалары һәм припущенниктар тура­һында мәғлүмәттәр туплап, Балыҡсы улысындағы башҡорт ауылдарының исемдәрен асыҡлап, төрлө йылдарҙағы ревизия һөҙөмтәләрен сағыштырып, исемдәрен асыҡлап, татарса уҡытылған Асҡын башҡорттарының тора-бара татар булып яҙыла башлауын архив материалдарында күрһәтеп, йыйған бар мәғлүмәттәрен “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә, тарихсы-ғалимдарға алып барып тапшыра. “Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреү бик ауыр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн ашығыс саралар күрелһә ине”, – тип мөрәжәғәт итте ул 1992 йылдың 24 декабрендә “Йәшлек” гәзите аша”, – тип яҙғайны Зәйтүнә Ханова Шаһийән ағайҙың яҡты иҫтәлегенә арнаған мәҡәләһендә.

Әйткәндәй, Шаһийән Миңлеғәли улы, башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорттарының шәжәрә­ләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбат итә. Быларҙың барыһы тураһында ла уның мәҡәләләре район һәм республика баҫмаларында сығып тора. (“Ышаныч”, 1993, №13; “Ватандаш”, 1998, №1; “Ағиҙел”, 1997, №4; “Башҡортостан”). Райондашыбыҙҙың тарихи эҙләнеүҙәре “Теле барҙың – иле бар” (Өфө, “Китап”, 1995) һәм Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығына арналған брошюраларында ла баҫылып сыға.

“Һуңғы йылдарҙа ауыл тарихтары менән ҡыҙыҡһынам. Әнүәр Әсфәндиә­ровтың “История сел и деревень Башкирской ССР” тигән хеҙмәтенең IV китабына минең хеҙмәттәрем дә инеп китте. Хәҙер шуны әйтергә була, ниндәй райондарҙа, ауылдарҙа ниндәй милләт кешеләре йәшәгәне архивтағы рәүиз материалдарында асыҡ яҙылған. Асҡын районында ике ауыл ғына – Арбаш һәм Күсән – мишәр тип яҙылған. Ҡалғандары бөтәһе лә – башҡорттар һәм рустар, – тип яҙа Шаһийән Миңлеғәли улы 1994 йылда “Аптырайым мин” тигән мәҡә­ләһендә. – 1935 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Асҡын районында барлығы 37065 кеше иҫәпләнә, башҡорттар – 16508 (44,6%), татарҙар – 5094 (15,6%), рустар – 14442 (39%) һәм башҡалар.

1981 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәт­тәренән күренеүенсә, район халҡы кәмегән (26900), күп ауылдар бөтө­рөлгән, күсеп китеүселәр ҙә күп була. Нисек кенә булһа ла, беҙ, башҡорттар, Асҡында күпбеҙ. Бигерәк тә Төй, Сарс, Танып йылғалары буйҙарында төрлө ырыуҙарыбыҙ йәшәй. Үҙемдең тыуған ауылым Солтанбәк тә – Балыҡсы ырыуы башҡорттары (ҡалмаҡ, божор, хәмит нәҫелдәре). Үҙем архивтан туғыҙ быуынымды эҙләп таптым, атай яғынан да, әсәй яғынан да – улар бөтәһе лә рәүиз материалдарына нигеҙләнеп яҙылған. Үкенескә ҡаршы, бик аҙ ғына кешеләр бының менән ҡыҙыҡһына. Ауылдарҙа тарих буйынса музейҙар асырға ине. Ҡайҙа инде ул...”

1994 йылда Шаһийән ағай район­даштарыбыҙҙың ауыл, нәҫел, ырыу тарихы менән ҡыҙыҡһынмауына борсола. Их, бөгөн үҙе беҙҙең арала булып, күрһә ине, нисек итеп хәҙер нәҡ уның башланғысы менән, ул өйрәнеп, яҙып ҡалдырған шәжәрә буйынса райондаш­тарыбыҙҙың күбеһе, бигерәк тә Балыҡсы ырыуы башҡорттары үҙенең нәҫел ептәрен барлай, шәжәрәләрен төҙөй, белгәндәрен йәш быуынға еткерә.

 

Халҡын, милләтен хәстәрләне

 

Үрҙә телгә алынған мәҡәләлә Шаһи­йән ағай республиканың матбуғат һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә бер аҙ үпкә белдерә. “Һеҙ, матбуғат һәм мәҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәре, төньяҡта һирәк бу­ла­һығыҙ һәм беҙҙең сығыштарға иғтибар бирмәйһегеҙ. Төньяҡ-көнбайыш­та ғалим­дар ҙа күренмәй”, – тип борсола ул.

Бына шулай янып-көйөп йөрөп, ниһайәт, тарихсылар, журналистар, яҙыусылар өсөн Асҡынға юл һала. Бер нисә тапҡыр улар менән районыбыҙға ҡайтып, урындағы етәкселәр менән осрашып, төрлө саралар үткәрәләр, тыуған яҡ тарихын тергеҙеү буйынса эш башлайҙар.

Иң ҙур һәм һөҙөмтәле, мәртәбәле сара – 1996 йылдың 20 мартында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе ултырышылыр, моғайын. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының яуаплы секретары Иршат Аҫылғужин, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Радик Байназаров, Республика халыҡ ижады үҙәге вәкиле Рәфис Хөснөтдинов һәм яҡташтарыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Закондар сығарыу палатаһы депутаты Фәүхетдин Фәт­хул­лин, отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миң­леғәлиев  ҡатнаша. Шулай уҡ сараға мәктәп директорҙары, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, ауыл советтары етәксе­ләре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, колхоз, совхоз, предприятие етәкселәре саҡырыла. Ҡоролтайҙа барлығы 420 кеше ҡатнаша.

Сараны I Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы делегаты, ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Александр Кавардаков аса һәм райондың социаль-иҡтисади торошона байҡау яһай. 1995 йылдың 1 ғинуарына районда халыҡ һаны 27 мең тирәһе иҫәпләнә. Шуның 12 процентын – рустар, 63 процентын – башҡорттар, 24 процентын – татарҙар, бер процентын башҡа милләт вәкилдәре тәшкил итә.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғына ра­йон 68 ауылын һәм байтаҡ халҡын юғалта. Александр Владимирович, кешеләрҙе борсоған проблемаларға туҡталып, уларҙы берҙәм тырышлыҡ менән генә хәл итеп булырын, һәр баланың үҙ телен бала саҡтан өйрәнеп үҫергә тейешлеген билдәләй, Асҡын еренең билдәле шәхестәре хаҡында яҡташтарына оло ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләй.

Ҡоролтай ултырышынан һуң Асҡын ерендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниә­тен, бигерәк тә башҡорттарҙың тарихи традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, туған телен үҫтереү, нығытыу, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҙур эштәр башлана. Юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарына уҡырға ингән студенттарҙың һаны арта.

1996 йылдың октябрендә Асҡын ра­йоны башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты район хакимиәте менән берлектә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығын билдәләүҙе һорап, хат юллай һәм яҡлау таба. Ошо йылдың 27–29 ноябрендә Асҡында республика­быҙҙың билдәле ғалимдары, яҙыусы­лары, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты рәйесе Нияз Мәжитов һәм башҡалар ҡатнашлығында ҙур конференция үтә.

Был сарала ошо фажиғә иҫтәлегенә стела ҡуйырға ҡарар ителә. 1997 йылдың октябрендә Ҡоролтай Башҡарма комитеты һәм Асҡын районы вәкилдәренән торған вәкәләтле төркөм (был төркөмдә Шаһийән Миңлеғәли улы ла була), фажиғә булған урындарҙы йөрөп ҡарап сығып, стела ҡуйыласаҡ урынды билдәләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Һөйәнтүҙ ауылы ҡабат тергеҙелмәй. Шуның өсөн дә стеланы шул тирәләге яндырылған 51 башҡорт ауылының береһендә – Солтанбәктә ҡуйырға, тип ҡарар итәләр. “Стеланы тиҙерәк ҡуйыу тарихыбыҙға, әруахтарыбыҙға ихти­рамыбыҙҙы күрһәтер, киләсәк быуындар өсөн ғибрәт булыр ине”, – тип был мәсьәләне тормошҡа ашырыр өсөн Шаһийән ағай янып-көйөп йөрөй, районыбыҙға ла ҡайтып, урындағы етәкселек менән осраша, кәрәк ерҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. 2002 йылдың октябрендә Республика көнөнә ҡарата Солтанбәк ауылында Һөйәнтүҙ фажиғәһенә арналған стела асыла. Тик был күптән көтөлгән шатлыҡлы һәм иҫтәлекле көндө Шаһийән ағай ғына күрә алмай... 1998 йылдың 2 авгусында уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Шаһийән ағай асҡындарға бик яҡын. Кемдәрҙер уны тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе булараҡ белһә, башҡаларына хәрби кеше булараҡ билдәле. Шулай ҙа барыһы ла уның хаҡындағы бер фекер менән килешәлер: Шаһийән ағай – иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөгән, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат була. Әгәр ҙә ул шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн тырышмаһа, әлеге көнгә башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам итте. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.

 

Наилә ИМАЕВА.

 

Асҡын районы.

Читайте нас