Башҡорт донъяһы
11 Ноябрь 2021, 16:45

Ике төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләй

"Пермь крайындағы башҡорттар ҡоролтайы яҡшы эшләй, уның етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа айырыуса ҙур рәхмәт. Уларҙың “Ғәйнәләр: минең халҡым, минең телем, минең тарихым” проекты ла ғәйәт уңышлы, ошо нигеҙҙә бихисап мәҙәни-белем биреү проекты тормошҡа ашырылған".

Ике төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләйИке төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләй
Ике төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләй

Өфөлә “Билдәле рәсәйлеләр – Ғәйнә башҡорттары” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үтте. Унда Башҡортостан менән Пермь крайы вәкилдәре ҡатнашты. Онлайн сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы.

"Түңәрәк өҫтәл" эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Пермь крайы хакимиәтенең милли һәм дини мөнәсәбәттәр департаменты директоры Анастасия Субботина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, тарихсылар, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Урал Килсенбаев үҙ сығышында, Башҡортостан менән Пермь крайы һәр саҡ ут күршеләр булды, уларҙы административ сиктәр генә түгел, ә уртаҡ тарих та тоташтыра, тип билдәләне.

"Пермь крайы биләмәһендә илебеҙгә Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ижбулатов кеүек арҙаҡлы рәсәйлеләрҙе һәм башҡа шәхестәрҙе биргән Ғәйнә башҡорттары йәшәй. Бында ғүмер иткән милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек эшебеҙҙә һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, туған телде өйрәнеү Башҡортостан сиктәре аша атлап сығып, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәм уларҙың балалары туған телде өйрәнергә теләгән төбәктәргә барып етте. Быйыл Барҙа районының Елпачиха ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә уңышлы эшләп килә. Әммә милләттәштәр менән хеҙмәттәшлектең уңышы урындағы йәмәғәтселектең әүҙемлегенән дә тора. Был йәһәттән шуны билдәләргә кәрәк: Пермь крайындағы башҡорттар ҡоролтайы яҡшы эшләй, уның етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа айырыуса ҙур рәхмәт. Уларҙың “Ғәйнәләр: минең халҡым, минең телем, минең тарихым” проекты ла ғәйәт уңышлы, ошо нигеҙҙә бихисап мәҙәни-белем биреү проекты тормошҡа ашырылған", - тип билдәләне Урал Таһир улы.

Рөстәм Баянов үҙ сығышында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына ярашлы, Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә төрлө тематик йүнәлештәге саралар үтә, тип билдәләне.

“Ғәйнә башҡорттары Пермь крайында, Кама йылғаһы буйында борон-борондан йәшәгән. Был ырыу - иң ҙур һәм боронғоларҙың береһе. Улар башҡаларҙан алдараҡ аҫаба тормошҡа күскән һәм ер эшкәртә башлаған. Тәүгеләрҙән булып үҙ теләктәре менән Рус дәүләтенә ҡушылғандар.
Ғәйнәләр башҡорт халҡына данлы улдар бүләк иткән. Улар араһында – билдәле тау сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов, ишан, мәғрифәтсе Ғата хәҙрәт, Пугачёв полковнигы Батырҡай Иткинин, старшина Туҡтамыш Ижбулатов һәм башҡалар.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайында 32 мең кеше үҙен башҡорт тип билдәләгән. Улар Барҙы, Көйәҙе, Пермь райондарында, Пермь, Чернушка ҡалаларында күпләп йәшәй. Пермь крайында егерме йылдан ашыу Рәсил Тимерғазый улы етәкселегендә башҡорттар төбәк ҡоролтайы уңышлы эшләп килә, уның составына 12 урындағы йәмәғәт ойошмаһы инә. Ике төбәк һәм ватандаштар араһында хеҙмәттәшлек артабан да һөҙөмтәле булырына ышанам", – тип Пермь крайы вәкилдәренә мөрәжәғәт итте Рөстәм Сәлим улы.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас