Башҡорт донъяһы
11 Ноябрь 2021, 15:00

Ғәйнә башҡорттарының данлы юлынан

Пермь крайында телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау маҡсатында ниндәй ҙур эштәр атҡарыла? 

Ғәйнә башҡорттарының данлы юлынанҒәйнә башҡорттарының данлы юлынан
Ғәйнә башҡорттарының данлы юлынан

Өфөлә "Билдәле рәсәйлеләр — Ғәйнә башҡорттары" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" үтте, унда Башҡортостан һәм Пермь крайы вәкилдәре сығыш яһаны, тип хәбәр иткәйнек.

Тәбрикләү һүҙҙәренән һуң сарала ҡатнашыусылар докладтар тыңланы. Тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбахтин 1773-1775 йылғы Крәҫтиән һуғышындағы башҡорт юлбашсылары тураһында бәйән итте һәм ошо темаға китабы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ул илдең тау мәктәбенә нигеҙ һалған билдәле башҡорт тау сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов хаҡында һөйләне. Милләттәшебеҙ Рәсәйҙәге тәүге техник юғары уҡыу йорто — Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институтын булдырыусы булараҡ билдәле. 1770 йылда ул тау эше буйынса белгестәр әҙерләү өсөн училище асыу, уға аҡса бүлдертеү тәҡдиме менән Берг-коллегияға мөрәжәғәт иткән. 1773 йылда Екатерина II указы менән ошондай юғары уҡыу йорто асылған.

Тау сәнәғәтсеһе Тасим Маметовтың улы Исмәғил Тасимов - Ғәйнә волосы (хәҙерге Пермь крайы Пермь районы) Ҡуян ауылы башҡорто. Әйткәндәй, быйыл билдәле шәхестең тыуған ауылында бюст асылған.

Тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев Пермь ерендә тыуып үҫкән Туҡтамыш Ижбулатов тураһында һөйләне. Ул — Ғәйнә башҡорттарының арҙаҡлы шәхесе, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачевтың полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссияһы депутаты, мәғдән сығарыусы булараҡ билдәле. Әйткәндәй, былтыр Пермь крайы Барҙа районы үҙәге Барҙа ауылында Туҡтамыш Ижбулатовҡа скульптура комплексы асылған. Ул бюстан һәм Ижбулатовтарҙың данлыҡлы нәҫеленең шәжәрәһенән тора.

Филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов Ғәйнә ырыуынан сыҡҡан билдәле дин белгесе Баһадиршах әл-Ғәйнәүи тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов данлыҡлы Ғәйнә башҡорттарының исемен мәңгеләштереү, ошо йүнәлештәге эш барышы тураһында һөйләне. Һүҙ "Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым" проекты тураһында бара.

"Былтыр проект нигеҙендә Барҙа районында Туҡтамыш Ижбулатовҡа һәйкәл ҡуйылды. Хәҙер был ҡоролма - милләттәштәребеҙҙең, башҡорт йәмәғәтселегенең йыйылыу урыны. Күптәр, айырыуса йәштәр, Туҡтамыш Ижбулатовтың шәхесе, эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһына. Ошо һорауҙарға яуап бирер һәм, ғөмүмән, Ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙең хәтерен мәңгеләштерер өсөн беҙ "Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым - алтын китаптарҙа" тип исемләнгән проект булдырҙыҡ", - тип һөйләне Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Әйткәндәй, быйыл Барҙа районы хакимиәте алдына, үрҙә телгә алынған һәйкәл янына, ҙур китаптарҙан торған арт-объекттар ҡуйылған, эргә-тирә майҙан төҙөкләндерелгән, тәртипкә килтерелгән. Тиҙҙән уны рәсми асыу тантанаһы уҙасаҡ. Дүрт китапта Туҡтамыш Ишбулатовтың, Исмәғил Тасимовтың тарихта ҡалдырған эҙҙәре, Салауат Юлаевтың Ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан һигеҙ полковнигы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ғәйнәләрҙән тупланған 20-се полк тураһында мәғлүмәт бирелгән. Был китаптарҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында ҡуйылыуы ла әһәмиәтле", — тип белдерҙе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Пермь крайында Башҡорт тарихы йылы барышы хаҡында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Зәүә Махатова һөйләп үтте, ә Пермь районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ҡуян ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Замира Ғәбделбәрова һәм Пермь ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Радик Ғарипов "Тасим үҙәге" проекты менән таныштырҙы. Был башланғыс Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы өсөн Ҡуян ауылында өҫтәмә майҙансыҡ булдырыуҙы күҙ уңында тота, ул урында башҡорттарҙы берләштереүсе үҙәк буласаҡ. Маҡсаты — бындағы тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларҙы популярлаштырыу, ошо ер башҡорттарының үҙенсәлекле телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу.

Сарала шулай уҡ йәштәрҙе Ғәйнә ырыуының тарихи шәхестәре өлгөһөндә тәрбиәләү, крайҙа йәкшәмбе мәктәптәре эшмәкәрлеге мөмкинлектәре, ғәйнәләрҙең Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы тураһында һүҙ барҙы.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас