Башҡорт донъяһы
12 Ноябрь 2021, 15:00

"Солтанбәк тип янып йәшәне"

Бөгөн Асҡында Шаһийән Миңлеғәлиевкә таҡтаташ асылды тип хәбәр иткәйнек. Арҙаҡлы шәхестең ҡустыһы Рәмил Миңлеғәлиев ағаһы хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште.

"Солтанбәк тип янып йәшәне""Солтанбәк тип янып йәшәне"
"Солтанбәк тип янып йәшәне"

Асҡын районында арҙаҡлы яҡташтары Шаһийән Миңлеғәлиевкә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иткәйнек.

Солтанбәктәр сараға төплө әҙерләнгән. Улар ҡунаҡтарҙы ауылдың матур, татыу ғаиләләре менән таныштырҙы. Миңлеғәлиевтәрҙең нәҫеле генә ни тора! Шаһийән ағайҙың ҡустыһы, Солтанбәк ауылында йәшәгән Рәмил Миңлеғәлиев хәтирәләре менән уртаҡлашты.

“Беҙ — Балыҡсы ырыуы башҡорттары, тип һәр саҡ әйтә торғайны ағайым. Ул республикабыҙҙың күренекле тарихсыларын, ғалимдарын, яҙыусыларын, журналистарын районыбыҙға, ауылыбыҙға алып ҡайтып, тарихыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бик аҡыллы, ғилемле, туған йәнле, ярҙамсыл кеше ине. Хәрби булғас, оҙаҡ ваҡыт - 1956 - 1978 йылдарҙа – ситтә йәшәне. Атап әйткәндә, Украинаның Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында, артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһында хеҙмәт итте. Шуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә булды, отпуск мәлдәрендә һәр саҡ ғаиләһен алып Солтанбәккә ҡайта торғайны. Ауылдың оло йәштәге кешеләре менән осрашып, ишеткәндәрен яҙа барыр ине. Мәктәпкә, ауыл Советына урындағы хәлдәрҙе белешеү, кәңәш биреү өсөн йыш йөрөнө.

1988 йылда Өфөгә күсенеп ҡайтҡас, ауыл, ырыу, нәҫел тарихын ныҡлап өйрәнә башланы. Йыйған, өйрәнгән мәғлүмәттәре менән республика, район гәзиттәре аша бүлешеп торҙо. 1680 йылдан башлап тергеҙеп, барлап, нәҫел шәжәрәбеҙҙе төҙөнө. Нәҡ ошо хеҙмәтенә таянып, бик күптәр зат тамырҙарын асыҡланы, үҙҙәренең башҡортлоғона инанды. Балыҡсы ырыуы башҡорттарын асылына ҡайтарыу өсөн был ҙур һәм һөҙөмтәле эш булды.

Нияз Мәжитов, Әнүәр Әсфәндиәров, Марат Ҡолшәрипов һымаҡ республикабыҙҙың билдәле тарихсылары менән һәр саҡ кәңәшләшеп, бергәләп Балыҡсы ырыуына ҡараған ауылдар тарихын өйрәнде. Бына ошо ағайҙар һәм билдәле журналистар, яҙыусылар Солтанбәккә лә бер нисә тапҡыр килеп, тарих менән ҡыҙыҡһынды, Һөйәнтүҙ фажиғәһенә бәйле урындарҙы ҡараны, киләсәктә стела ҡуйыу өсөн урын билдәләне. Мин ул саҡта ауылда идарасы булып эшләй инем. Бер нисә тапҡыр үҙҙәрен машинаға ултыртып оҙатып йөрөгәнем булды. Өфөлә Шаһийән ағайҙың фатирында ла осрашып, һөйләшеп ултыра торғайныҡ. Уға тарихсылар, яҙыусылар йыш килер ине.

Шаһийән ағай ауылыбыҙҙа юлдың насарлығына, халыҡтың тарихи үткәненә битарафлығына, нәҫел тамырҙарын өйрәнергә тырышмауына, юғары уҡыу йорттарының башҡорт бүлектәренә беҙҙең уҡыусыларҙың инә алмауына гел борсола ине. Ошо мәсьәләләр буйынса бик күп ишектәрҙе шаҡып,  етәкселәр менән һөйләште. Уның ярҙамында байтаҡ егет-ҡыҙ юғары уҡыу йорттарында белем алып, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Ауылда тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырырға кәрәк, тип тә янып-көйә торғайны. Иң ҡыҙғанысы шул: әле өлгәшелгән уңыштарыбыҙҙы, Солтанбәккә тиклем һалынған тигеҙ юлды, ауылға йәм биреп торған ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәкте, Һөйәнтүҙ фажиғәһе иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы, хәҙер ололарҙың ғына түгел, балаларҙың да дәртләнеп шәжәрәләрен төҙөүен күрә алманы. Бөгөн иҫән булһа, барыһына ла шул тиклем ҡыуаныр ине. Районыбыҙҙа барған ыңғай үҙгәрештәрҙе өҫтән күреп, рухы һөйөнөүенә ышанам. Шаһийән Миңлеғәле улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылыуына бик шатбыҙ, ошо эште ойошторғандарға ҙур рәхмәт”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәмил Миңлеғәлиев.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас