Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2021, 13:15

Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе — Ғәйнә башҡорто

Шағирҙың тамырҙары Пермь крайының Барҙа ауылына барып тоташа. Ошо хаҡта урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүлекәева бәйән итте.

Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе — Ғәйнә башҡортоҒабдулла Туҡайҙың әсәһе — Ғәйнә башҡорто
Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе — Ғәйнә башҡорто

Бөгөн Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға: "Ата-бабаларҙың алтын китабы" аллеяһы асылды, тип хәбәр иткәйнек.

Сарала Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре һәм урындағы йәмәғәтселәр ошо уҡ аллеяла урынлашҡан бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Мәғлүм булыуынса, уның тамырҙары Пермь крайының Барҙа ауылына барып тоташа. Урындағы халыҡ тарихты белә һәм һаҡлай: ошо хаҡта урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүлекәева бәйән итте.

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, башҡорт ауылы Барҙа (Ҡажмаҡты) татар әҙәбиәтенең классигы Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе яғынан олатаһы Зиннәтулла Әмировтың тыуған төйәге булараҡ та билдәле.

1834, 1850, 1859 йылдарҙағы VIII, IX, X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса уның нәҫел тамырҙарын раҫларға була. Зиннәтулла Әмировтың олатаһы — Әмирхан Әмиров (1770 — 1836 йй.), өләсәһе — Бәзиха (1775 йылда тыуған). Әмирхандың берҙән-бер улы — Зәйнулбәшәр (1803 — 1853). Ғабдулла Туҡайҙың олатаһы Зиннәтулла — Зәйнулбәшәрҙең улдарының береһе, ул 1830 йылда тыуған.

Зәйнулбәшәрҙең ҡатыны Ғәбиҙә Хәмитова 1804 йылғы.

Зиннәтулла Зәйнулбәшәр улының хәләл ефете — Камилә. Уларҙың ҡыҙы Мәмдүҙә (1864 — 1894 йй.) — Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе.

Фото һәм видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас