Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2021, 04:42

Арғаяштағы милләттәштәребеҙ тарихы

Үҙенсәлекле тарихи-этник өлкә.

maps.spravka-region.rumaps.spravka-region.ru
Фото:maps.spravka-region.ru

Урал аръяғы башҡорттары борон-борондан Урал тауы армыттарының көнсығышындағы Исәт йылғаһының урта ағышы аралығындағы майҙанды биләп йәшәй. Был төбәк башҡорттары XVII быуатта һәм XVIII быуат баштарында Себер даруғаһына ҡараған. XVIII быуатҡа тиклем күпселекте тәшкил иткән Арғаяш башҡорттары киң майҙанға һибелеп ултырған була, XVIII быуаттың икенсе яртыһында был ерҙәргә “түтнәрҙәр” тип аталған урыҫ крепостной крәҫтиәндәре күсерелә башлай.

Телгә алынған атама Һарытау губерна­һындағы Тютняр йылғаһы исеменә бәйле. XVIII-XIX быуаттарҙа һәм 1919 йылға тиклем Арғаяш башҡорттары ерҙәре Пермь, Ырымбур губернаһының Екатеринбург, Си­ләбе, Шадрин өйәҙҙәренә ҡарай. Башҡорт ауылдары иһә Мейәс йылға­һы ағышы һәм күп һан­лы күл, быуа буйҙарында урынлашҡан булған.

Г.М. Миллерҙың 1555 йылдағы яҙма­ла­рына ҡарағанда, был башҡорт­тарҙың Күсем хан хакимлығы осоронда Себер ханлығына буйһоноу-буйһон­мауы билдәле түгел. Һәр хәлдә башҡорттар менән Себер татарҙары араһында сауҙа бәйләнештәре бул­ған. XVI быуаттың икенсе яртыһында Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө урыҫ батша­һына буйһона, әммә ҡайһы бер ырыуҙар һәм ҡәбиләләр Күсем тарафынан Рәсәйгә ҡаршы көрәшкә йәлеп ителә.

XVI быуат һәм XVII быуат башында Урал аръяғы Башҡортостаны Рус дәүләте составына инә һәм Себер даруғаһының Өфө өйәҙенә ҡарай. XVIII быуат башында Өфө өйәҙе Өфө провинцияһы тип үҙгәртелә, ә Урал аръяғы башҡорттары 1744 йылдан Өфө провинцияһы менән берлектә Ырымбур губернаһын тәшкил иткән Яңы Исәт про­вин­цияһына теркәлә. 1781 йылда Өфө һәм Ырымбур губерналары нигеҙендә Өфө наместни­чествоһы ойошторолғас, Урал аръяғы башҡорттары ошонда ҡарай. 1798 – 1865 йылдарҙа Башҡортостанда кан­тонлыҡ идараһы индерелә һәм Арға­яш башҡорттары Ырымбур губернаһы 5-се Силәбе канто­нының Әйле, Ҡара-Табын, Сермән улыстарына индерелә.

1919 – 1934 йылдарҙа Арғаяш кантоны Башҡорт АССР-ы составында була. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу яҙмаларында түбәндәге мәғлү­мәт­тәр бар: халыҡ иҫәбе – 83436 ке­ше, башҡорттар һаны – 64660, та­тар­ҙар – 15200, урыҫтар – 6470. СССР-ҙың Бөтә Союз үҙәк башҡарма комитетының 1934 йылдың 17 ғинуа­рындағы ҡарары менән Арғаяш кантоны, халыҡтың ихтыярынан тыш, Башҡортостандан айырып алынып, яңы төҙөлгән Силәбе өлкәһе соста­вын­да ҡалдырыла. (Ҡара: “Известия” гәзите, 1934 йыл, 18 ғинуар). Халыҡ­тың милли составы иҫәпкә алынып, бында Арғаяш милли округы төҙөлә, әммә ул да бер генә йыл йәшәп ҡала һәм 1934 йылдың 17 ноябрендә юҡҡа сығарыла (“Известия” гәзите, 1934 йыл, 17 ноябрь).

1993 йылда Арғаяш районы билә­мә­һендә 44 мең кеше йәшәй һәм шу­ның 60 проценты, йәғни 26 меңе – башҡорт.

Ғалимдар әйтеүенсә, Арғаяш баш­ҡорттары күп мәхрүмлектәр кисерә. Быға, берҙән, төп Башҡорт­остан ме­нән бәйлә­неште ҡыйынлаштырған Урал тауы армыттары сәбәпсе булһа, икенсенән, быуаттар һуҙымында татар, ҡаҙаҡ, урыҫ халҡы менән тығыҙ бәй­ләнештә йәшәү башҡорт­тарҙың мә­­ҙәниәтенә һәм көнкүрешенә яңы һы­ҙаттар индерә. Ошолар Арғаяш баш­ҡорттарын үҙенсәлекле тарихи-этник өлкә тип ҡарау зарурлығын тыуҙыра.

Арғаяш башҡорттары составында боронғо Табын, Ҡатай, Әйле, Һалъют ырыуҙары бар. Улар, үҙ сиратында, байтаҡ аймаҡтарға бүленә. Табын – башҡорттоң иң ҙур һәм боронғо ырыуҙарының береһе. XVIII-XIX быуаттарҙа Урал аръяғы башҡорт­тары ерҙәрендә Табын, Ҡара-Табын, Күкергек ырыуҙары (аймаҡтары) һәм бер нисә ауыл ҡыуаҡандар көн итә. Табындар Мейәс йылғаһының үрге һәм урта ағымының һул яҡ ярында урынлашҡан унлап ауылдан тора.

Мәүлет, Аҡбаш, Мамай, Миҙийәк, Сәғит, Ҡараһыу, Ҡолой, Байрамғол, Арғужа ауылдары – шуларҙың иң боронғоһо. Һуңғы икеһендә, табын­дарҙан тыш, ҡара-табындар ҙа бар. Ҡара-табындар йәнә Һаттыҡ, Амазин, Бигәрҙе, Һултай ауылдарында ла төпләнгән. Һултайҙан бер нисә бәләкәй Ҡара-Табын ауылдары айырылып сыҡҡан. Уларының исемдәре – Аблай, Ҡараҡай, Оҙонкүл һ.б.

XVIII быуат баштарында Ҡара-Табын башҡорттары Мейәстең башынан алып Уй йылғаһының көнсығыш яҡ ур­та ағымына тиклемге аралыҡта аҫа­ба ерҙәрҙе биләй. 1740 йылда Ҡара-Табын улысы старшинаһы Тай­маҫ тархан Шаимов Ырымбур ко­мис­сияһы кенәзе Урусовҡа түбән­дәге­ләр­ҙе хәбәр итә: “И той их Кара-Та­бын­ской волости на вотчинных землях построены вновь крепости, а имен­но: Улутукская, Челябинская, Эт­кульская, Уклыкская, Чыбаркульская, а взятые де под оные крепости земли с их землями не разме­жованы...”.

Ҡара-Табын ерҙәренә бүтән ырыу­ҙарҙан килмешәк башҡорттар ҙа килә. Әйлеләр, һыҙғандар шундай­ҙарҙан, ҡара-табындарға яҡын булған Табын, Барын ырыуҙары башҡорт­тарының ерҙәре байтаҡҡа кәм була. XVIII быуатта тау заводтары һәм нығытмалар төҙөлә башлағас һәм бигерәк тә XIX быуатта башҡорт ерҙәрен талау көсәйгәс, табындар байтаҡ ерҙәрен юғалтыуға дусар була.

Арғаяш районының төньяғында Кү­кергек ырыуына ҡараған биш ауыл бар: Иҫке Субыл, Яңы Субыл, Әбдер, Бәжекәй, Күсенбай.

XIX быуат башында ырыу халҡын 192 кеше тәшкил итә. Ырыу үҙе ҡасан­дыр Ҡара-Табындан айырылып сыҡ­ҡан. Барын башҡорттары Мейәстең ике яҡ яры һәм Арғужа күленең көн­сығышындараҡ ятҡан ерҙәрҙе биләй. Яратҡол, Оло Ҡуйһары, Туҡты­бай, Ураҙбай, Туҡыс, Ҡараһыу ауылы кешеләре – барындар. Ҡолой менән Байрамғол да Барын аймағына ҡарай. Барын-табындар, ҡара-табындар кеүек үк, был ерҙәрҙең бик боронғо хужаһы. Барын-табындарҙың да төп ерҙәре – Мейәс үре һәм Златоуст, Ҡарабаш заводтары урынлашҡан биләмәләр.

Сермән улысына ҡараған Һырҙы ырыуы, XVII–XIX быуат сығанаҡта­рынан күрене­үен­сә, Табын ҡәбилә­һенә этник яҡтан яҡын бул­һа ла, уның составына инмәй. Һырҙылар ҡасандыр табындар союзында була-булыуын. Был ырыуға ҡараған ауылдар – Оло Ҡорман, Иҙәш, Нөркә, Аяҫҡол, Мәсәй һәм бүтәндәр Арғаяш ҡасабаһы тирәһендә урынлашҡан.

Табындарҙыҡы кеүек, һырҙылар­ҙың да ере күп була. XVII-XVIII быуат­тарҙа Һырҙы ерҙәре Себер яҡтарына табан һуҙыла. “Ҡыштым заводы, – тип яҙа И. Лепехин, – 1787 йылда Шура һәм Сермән улысы башҡорт­тарынан һатып алынған ергә төҙөлдө”. Ҡара-табындарҙың шәжәрәһендә татар-монгол баҫҡынсылары заманында ырыу башлығы Майҡы бейҙең йәйләүе Мейәс йылғаһы буйында булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Был иһә табындарҙың шул ергә бик күптән хужа булыуы тураһында һөйләй. Та­бындарҙың Урал аръяғына күсе­неүе, тип фараз итә Р.Ғ. Кузеев, XVI быуат­тың икенсе яртыһына ҡайтып ҡалып, уларҙың Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына риза булмауына бәйлелер. Күп кенә табындар XVII-XVIII быуаттарҙа баш­ҡорт ихтилалдарын баҫтырғанда, биге­рәк тә 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр хәрәкәте ҡыйратылғандан һуң, ситкә ҡаса.

Урал аръяғында Әйле ҡәбиләһе тармаҡ­та­рының өсөһө генә йәшәүе билдәле. Улар – Әйле, Һыҙғы, Һарт. Силәбе өлкәһендә әй­ле­ләр тик Арғаяш районында ғына бар. Мә­тәл, Ишәле (йәки Үләнде), Дәрүиш – өлкәнең төньяҡ өлөшөндә көн иткән ауылдар. Был өс ауыл XIX быуатта дөйөм көтөүлек­тәрҙән файҙалана, тамғалары ла бер үк – S.

XIX быуатта төньяҡ әйлеләрҙең ере күп булмай. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, 300–400 йыл элек Уралдан күсенгән “Әйҙе Табындың еренә килеп ултырған”. Ысынлап та, әйлеләр өймәкләп кенә ултырмай, утрау-утрау булып, Табын ерҙәренә һибелгән.

Силәбе өлкәһендә көньяҡ әйлеләр бай­таҡ­ҡа күберәк. Ауылдары ла ун биштән ашыу: Дәүләтбай, Ҡолаҡай, Ҡолойҙоң бер өлөшө (элек Мостафа ине), Көҙәш, Таш, Әлеш, Әйбәт (йәки Сарҙаҡты), Ҡорм­ша, Ҡәҙер, Байғаҙы, Аҡбаш һәм башҡалар. Көнь­яҡ әйле­ләрҙең тамғаһы төньяҡтар­ҙы­ҡынан бер аҙ ғына айырыла, көйәнтәгә оҡшаған.

Урал тауының көнсығыш итәктә­рендә, ҡара-табындар ерендә Һыҙғы башҡорттары көн итә. XIX быуатта һыҙғылар Ураҙбай (икенсе исеме Туҡыс), Сәйет (Этҡолаҡ), Сәлән, Ҡарабаш (әле Мөхәмәт) һәм башҡа ауылдарҙа йәшәй. Һыҙғыларҙың бер өлөшө Әйле ерҙәрендә Әй йылғаһы буйына урынлашҡан.

Әйлеләр Дәште Ҡыпсаҡ, аҙаҡ Алтын Урҙа составына инә. Әй – боронғо уғыҙ ырыу-ҡәбилә төркөмөнә ҡарай һәм беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында уҡ бүтән ҡәбилә­ләр менән мөнәсәбәттә була. Әйле бер­ләшмәләренең көнсығыш табындар менән этно-мәҙәни бәйләнеше телдә сағылыш ала. Икеһенең дә һөйләш телмәре Башҡорт теленең көнсығыш диалектына ҡарай.

 

Ғиниәт ОМОРҘАҠОВ.

Читайте нас