Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2021, 13:35

Башҡортостан юлдаш телевидениеһына – 20 йыл!

Йәкшәмбелә был республика телеканалында ҙур марафон үтәсәк.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһына – 20 йыл!Башҡортостан юлдаш телевидениеһына – 20 йыл!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһына – 20 йыл!

Был аҙнала Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тыуған көнөн билдәләй. Ошо айҡанлы эфирҙа байрам программаһы ойошторола. Шулай уҡ конкурстар уҙғарыла. “Сәләм” тапшырыуын алып барыусы Наил Юнысов тамашасыларҙы уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

2001 йылда “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы булдырыла. Бер йылдан “БТВ” телеканалында республика юлдаш телевидениеһы эшләй башлай. Ул ваҡытта эфир 18 сәғәт дауам итә. 2013 йылдан БЮТ тапшырыуҙары тәүлек әйләнәһе күрһәтелә.

Башҡортостан телевидениеһы - Рәсәйҙәге популяр телеканалдарҙың береһе. Ул – бик күп ижади конкурстар финалсыһы һәм дипломанты.

"Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республиканы бөтә донъяға таныта. Рәсәй төбәктәрендә, сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙ уға рәхмәт әйтә. Улар эфир аша көн һайын тыуған яҡ яңылыҡтары менән таныша", – тип белдерҙе радиоға биргән интервьюһында Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин.

"БЮТ – республика һулышы. Ул – беҙҙең телевидение һәм ул беҙҙең турала", – ти Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.

21 ноябрҙә Бөтә донъя телевидениеһы көнө билдәләнә. Йәкшәмбе БЮТ телеканалында ҙур марафон үтә.

Фото: bfmufa.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас