Башҡорт донъяһы
17 Ноябрь 2021, 05:53

Ғәйнәләрҙең тарихы – халҡыбыҙ ғорурлығы

Өфөлә “Билдәле рәсәйҙәр – Ғәйнә башҡорттары” тигән темаға түңәрәк өҫтәл булды. Унда Башҡортостан Республикаһы һәм Пермь крайы вәкилдәре сығыш яһаны. Онлайн-сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Пермь крайының “Ҡоролтай” башҡорт төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

  

Уңыш әүҙемлектән тора

 

Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡорт­остан Башлығы Хакимиәте етәк­сеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Пермь крайы губернатор хаки­миәтенең милли һәм дини мөнә­сәбәттәр департаменты директоры Анастасия  Субботина,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, “Ҡо­ролтай” башҡорт төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсил Мөхә­мәт­йәнов, тарихсылар, Пермь крайы­ның йәмәғәт ойошмалары, рес­публиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Урал Килсенбаев үҙ сығы­шында: “Башҡортостан һәм Пермь крайы һәр саҡ ут күршеләр булды һәм уларҙы административ сиктәр генә түгел, ә уртаҡ тарих та тоташтыра”, – тип билдәләне.

– Пермь крайы биләмәһендә борондан илебеҙгә Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов кеүек арҙаҡлы рәсәйҙәрҙе һәм башҡа шә­хестәрҙе биргән Ғәйнә башҡорттары йәшәй.

Был милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек эшебеҙҙә һәр саҡ өҫ­төнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, туған телде өйрәнеү эше Башҡортостан сиктәре аша сыҡты һәм ҡәрҙәш­тәребеҙ йәшәгән һәм уларҙың балалары туған телде өйрәнергә теләгән төбәктәргә барып етте.  Бы­йыл Барҙы районының Елпачиха ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә уңышлы эшләп килә. Әммә милләттәштәр менән хеҙмәт­тәш­лектең уңышлы булыуы урындағы йәмәғәтселектең әүҙемлегенән дә тора.

Был йәһәттән шуны билдәләгем килә: Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы әүҙем, уның етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа айырыуса ҙур рәхмәт. Уларҙың “Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым” проекты ла ғәйәт уңышлы эшләй. Уға ярашлы бихисап мәҙәни-белем биреү проекттары тормошҡа ашырылды, – тип билдәләне Урал Таһир улы.  

Рөстәм Баянов сығышында, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә милләтебеҙ вәкилдәре күпләп йәшәгән төбәктәрендә төрлө темаға саралар ойошторола, тип билдәләне.

 

Данлы улдар бүләк иткән

 

“Ғәйнә башҡорттарына килгән­дә, Пермь крайында, Кама йылғаһы буйында борон-борондан баш­ҡорттар йәшәгән. Төньяҡ башҡорт­тары составына ингән Ғәйнә – иң ҙур һәм боронғо ырыуҙарҙың бе­реһе. Улар башҡаларҙан алдараҡ аҫаба тормошҡа күскән һәм ерҙе эшкәртә башлаған. Тәүгеләрҙән булып үҙ теләктәре менән Рус дәүләтенә ҡушылғандар.

Ғәйнәләр башҡорт халҡына данлы улдар бүләк иткән. Улар ара­һында – билдәле тау сәнә­ғәтсеһе Исмәғил Тасимов, ишан, мәғри­фәтсе Ғата хәҙрәт, Пугачёв полковнигы Батырҡай Иткинин,  старшина Туҡтамыш Ишбулатов һәм башҡалар.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайында 32 мең кеше үҙен баш­ҡорт тип билдәләгән. Улар Бар­ҙы, Көйәҙе, Пермь райондарында, Пермь һәм Чернушка ҡалаларында күпләп йәшәй. Пермь крайында егер­ме йылдан ашыу Рәсил Тимерғазый улы етәкселегендә  башҡорттарҙың төбәк ҡоролтайы уңышлы эшләп килә, 12 урындағы йәмәғәт ойошмаһы уның составына инә. Ике төбәк һәм ватандаштар ара­һындағы хеҙмәттәшлектең артабан да һөҙөмтәле булырына ыша­нам, – тип Пермь крайы вәкил­дәренә мөрәжәғәт итте Рөстәм Сәлим улы.

Тәбрикләү һүҙҙәренән һуң түңә­рәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар докладтар тыңланы. Тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбах­тин 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡан башҡорт юлбашсылары тураһында бәйән итте һәм ошо темаға китабы менән таныштырҙы. Шулай уҡ илдең тау мәктәбенә нигеҙ һалған билдәле башҡорт сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов хаҡында һөйләне.

Ул Рәсәйҙәге тәүге техник юғары уҡыу йорто – Г.В. Плеханов исе­мен­дәге Санкт-Петербург дәүләт тау институтына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. 1770 йылда И. Тасимов тау эше буйынса белгес­тәр әҙерләү өсөн училище асыу, уға аҡса бүлдертеү тәҡдиме менән  Берг-коллегияға мөрәжәғәт иткән. 1773 йылда Екатерина II указы менән ошондай юғары уҡыу йорто асылған.

Тау сәнәғәтсеһе Тасим Мәмә­тов­тың улы  Исмәғил Тасимов – Ғәй­нә улысы (хәҙерге Пермь крайының Пермь районы) Ҡуян ауылы башҡорто. Әйткәндәй, быйыл билдәле шәхестең тыуған ауылында бюст асылған.             

Тарих фәндәре кандидаты, Баш­ҡорт дәүләт университеты доценты Нурислам Ҡалмантаев Пермь ерендә тыуып үҫкән Туҡта­мыш Ишбулатов тураһында һөй­ләне. Ул – Ғәйнә башҡорттарының арҙаҡлы шәхесе, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улысы старшинаһы, Крәҫ­тиәндәр һуғышында Емельян Пу­гачевтың полковнигы, Өфө про­винцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты, мәғдән сығарыусы булараҡ билдәле. Әйт­кәндәй, былтыр Пермь крайының Барҙы районы үҙәге Барҙы ауылында Туҡтамыш Ишбулатовҡа скульптура комплексы асылған. Ул бюстан һәм Ишбулатовтарҙың данлыҡлы нәҫеленең шәжәрәһенән тора.

Филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Искәндәр Сәйетбатталов Ғәйнә ырыуынан сыҡҡан билдәле дин белгесе Баһадиршах әл-Ғәйнәүи тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.

 

Тарихи шәхестәр өлгөһөндә

 

Пермь крайының “Ҡоролтай” башҡорт төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов дан­лыҡлы Ғәйнә башҡорттарының исемен мәңгеләштереү, ошо йүнә­лештәге эш барышы тураһында һөйләне.  Һүҙ “Ғәйнә башҡорттары: халҡым, телем, тарихым” проекты тураһында бара.

– Былтыр проектҡа ярашлы Барҙы районында Туҡтамыш Иш­бу­латовҡа һәйкәл ҡуйылды. Хәҙер был һәйкәл – милләттәш­тәре­беҙҙең, башҡорт йәмәғәтселегенең йыйылыу урыны. Күптәр, айырыуса йәштәр Туҡтамыш Ишбулатов шәхесенең тарихы менән ҡы­ҙыҡһына. Ошо һорауҙарға яуап бирер һәм, ғөмүмән, Ғәйнә баш­ҡорттарынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙең хәтерен мәңге­ләш­терер өсөн беҙ “Ғәйнә баш­ҡорт­тары: халҡым, телем, тарихым алтын китаптарҙа” тип исемләнгән проект булдырҙыҡ, – тип һөйләне Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Әйткәндәй, быйыл Барҙы районы хакимиәте алдында үрҙә телгә алынған һәйкәл янында ҙур китап­тарҙан торған арт-объекттар  ҡу­йыл­ған, эргә-тирә майҙан төҙөк­ләндерелгән, тәртипкә килтерелгән. Тиҙҙән уны рәсми асыу тантанаһы була. Дүрт китапта Туҡтамыш Иш­булатовтың, Исмәғил Тасимовтың тарихта ҡалдырған эҙҙәре, Салауат Юлаевтың ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан һигеҙ полковнигы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан ғәйнәләрҙән тупланған 20-се полк тураһында мәғлүмәт бирел­гән. Был китаптарҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сик­тәрендә ҡуйылыуы ла әһәмиәтле, – тип белдерҙе Рәсил Мөхә­мәтйәнов.

Пермь крайында Башҡорт тарихы йылы барышы хаҡында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы  Зәүә Махатова һөйләне, ә Пермь районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Ҡуян ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Замира Ғәбделбәрова һәм Пермь ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе  Радик Ғарипов  “Тасим үҙәге” проекты менән таныштырҙы. Был проект Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы өсөн Ҡуян ауылында өҫтәмә майҙансыҡ булдырыуҙы күҙ уңында тота, ул крайҙа башҡорттарҙы берләштергән үҙәк буласаҡ. “Тасим үҙәге”нең маҡсаты – Пермь крайының тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын популярлаштырыу, ундағы башҡорттарҙың үҙенсәлекле телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу.

Шулай уҡ сарала йәштәрҙе Ғәйнә ырыуының тарихи шәхестәре өлгөһөндә тәрбиәләү, крайҙа йәк­шәмбе мәктәптәре эшмәкәр­легенең үҫеш юлы, ғәйнәләрҙең Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы тураһында ла һүҙ барҙы.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.

Читайте нас