

Бөгөн Пермь крайының Барҙа районында тарихи ваҡиға булды - "Ата-бабаларҙың алтын китабы" аллеяһы асылды, тип хәбәр иткәйнек.
Байрам уңайынан Барҙала "Ғәйнә башҡортлары ашлары" тип аталған аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо.
Шулай уҡ "Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа" проектына ярашлы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында ошо уҡ исемдәге брошюра сығарылған. Унан тыш, урындағы башҡорттар ҡоролтайы тарафынан ошо баҫмалағы рецептар буйынса аш-һыу әҙерләүгә конкурс та иғлан ителгән булған, бөгөн иһә аш-һыу күргәҙмәһендә уға йомғаҡ яһалды һәм "Бала саҡ тәме", "Беҙҙең өләсәйҙәр бешергән тәмлекәстәр", "Ғәйнә башҡорттарының онотолған аш-һыуҙары", "Ғәйнә башҡорттарының бренд булған ризыҡтары", "Иң үҙенсәлекле, күркәм ризыҡ", "Иң шәп кулинар" тигән биш номинация буйынса еңеүселәр иғлан ителде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.