Башҡорт донъяһы
19 Ноября 2021, 05:19

Асҡындар асылына тоғро

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Ошо көндәрҙә халҡыбыҙ йәшәгән иң күркәм төбәктәрҙең береһенә – ҡуйы ҡара урмандар ҡуйынында, йәмле Сарс йылғаһы буйында урынлашҡан Солтанбәк ауылына, Асҡын районына юлландыҡ.

 

“Шаһийән ағай халҡым, милләтем, тип йәшәне”

 

Был ауыл – иҫ киткес бай тарихлы, республикаға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән, уңған, булдыҡлы милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәк ул. Ниндәй генә ауыр ваҡыттарҙа ла солтанбәктәр үҙ асылына тоғро ҡалған, милли рухын юғалтмаған: ауылға ингәс, быны тәүге минуттарҙан уҡ тойҙоҡ. “Ауылыбыҙҙа иҫ киткес уңған, көслө ихтыярлы, ихлас, йомарт кешеләр ғүмер итә. Рух ныҡлығы, ҡеүәт һәм берҙәмлек бик көслө бында”, – ти солтанбәктәр.

Был ауылда бик күркәм тантана ойошторолғайны: башҡорт халҡы­ның арҙаҡлы улы, Балыҡсы ырыуы вәкиле, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевтең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы, Солтанбәктә уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Сарала Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы вәкилдәре, бил­дәле тарихсылар, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты.

Шаһийән Миңлеғәлиев 1931 йылда Солтанбәк ауылында донъя­ға килгән. Өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен хәрби хеҙмәттә үткәргән, хаҡлы ялға сыҡҡас, Өфөгә ҡайтып, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә ғүмерен ба­ғышлаған. Тап Шаһийән Миңлеғәли улы – башҡорт ауылдарының тарихын һәм Балыҡсы башҡорт­тарының шәжәрәләрен өйрәнеп, уларҙы архив материалдары менән иҫбатлаған шәхес.

“Шаһийән ағай иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе, ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат булған. Әгәр ҙә Шаһийән ағай шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәһә, бөгөн башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Тап уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам итте. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның исемен мәңгеләштереү өсөн хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ.

Ошо сараны үткәрергә ҡарар иткәс, мин, Шаһийән ағайҙың архив материалдарын өйрәнеп, ҡағыҙ битенә яҙып ҡалдырған шәжәрәне дауам итергә булдым. Уның тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһен үткәреү тәҡдиме менән Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайының күптән түгел үткән ултырышында ла сығыш яһағайным. Был тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алдылар, район хакимиәтендә лә хупланылар һәм ойоштороу комитеты төҙөлөп, дәррәү, берҙәм эш башланды. Кемдер байрамды үткәреү өсөн сценарий яҙҙы, кемдер иҫтәлекле таҡтаташ әҙерләү мәсьәләһен хәл итте, ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә башланы, ә мин Шаһийән ағайҙың тормош һәм хеҙмәт юлын өйрәнеп, уны халыҡҡа еткереү өсөн мәҡәләләр яҙып, район һәм республика гәзиттәренә ебәрҙем, социаль селтәрҙәрҙә лә  был теманы әленән-әле яҡтыртып торҙом.

Был шәжәрәгә килгәндә, Шаһи­йән ағай 11-се быуынға тиклем яҙып ҡалдырғайны. Минең алда Шаһийән ағайҙың бер туғандары Әҡсән, Фәниә, Мәснәүиҙән тыуған балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе, бүлә-бүләсәрҙәрҙе асыҡлап яҙыу бурысы тора ине. Был эшкә башкөллө сумыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ике көн эсендә йөҙгә яҡын кешене асыҡлап, уларҙың күбеһе менән һөйләшеп, мәғлүмәт тупланды. Был эште башҡарып сығырға миңә Шаһийән ағайҙың улы Олег, ҡустыһы Рәмил ағай Миңлеғәлиев, Лилиә Миңлеғәлиева, Шаһийән ағайҙың һеңлеһе Фәниәнең ҡыҙы Фәриҙә апай ҙур ярҙам күрһәтте.

Һөҙөмтәлә, шәжәрәне бөгөнгә тиклем еткереп, 14-се быуынға сыҡтым. Уның үҙенсәлеге шунда, Миңлеғәлиевтәр нәҫеле бөгөн Асҡын районында ғына түгел, Балтас, Борай, Баймаҡ райондарында һәм Өфө, Бөрө, Сибай ҡалала­рында, Мәскәү өлкәһендә, хатта Төркиәлә һәм Камчаткала ла йә­шәй! Уйлап ҡарағыҙ әле: Балыҡсы башҡорттары ҡайҙа ғына юҡ!

Үҙем өсөн дә асыш булды, сөнки Шаһийән ағай менән бишенсе быуында әсәйем яҡлап шәжәрәбеҙ киҫешә. Ә ҡәйнәм Мөсәүирә Вәли ҡыҙы яғынан тағы ла яҡыныраҡ килеп сыға: Шаһийән ағайҙың әсәһе Тутыя менән ҡәйнәмдең атаһы Вәли Ғилмалтдин улы – бер туғандар. Тимәк, был шәжәрәне төҙөргә мине туғанлыҡ ептәре этәргән, был маңлайыма яҙылған бурыс булған. Уны атҡарыуыма шатмын”, – ти урындағы ҡоролтай ағзаһы, “Йәнтөйәк” төбәк гәзите мөхәррире Наилә Имаева. Әйткәндәй, ул үҙе лә – Солтанбәк ауылы ҡыҙы һәм тантананы ойоштороу, алып барыу йәһәтенән ифрат күп көс түккән кеше.

Ҡомартҡыларҙың серен асаһы бар

 

Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһында урындағы мәктәп музейы етәксеһе, оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барған география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова ла сығыш яһаны.

Ул музейҙа бик бай материал туплауға өлгәшкән. Экспонаттар башҡорт халҡының ижады, тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, ватансыллыҡ тойғоһо, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала.

Бында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре, райондың күренекле шәхестәре, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған, шул иҫәптән Шаһийән Миңлеғәлиевкә бәйле бик күп материал бар.

Сарала Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы Солтанбәк ауылына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, шулай уҡ бынан бер нисә тиҫтә йыл элек ауыл эргәһендә табылған тарихи ҡомартҡыларҙың бер өлөшөн күрһәтте. Әйтергә кәрәк, уларҙың ҡайһылары Өфөләге музейҙа һаҡлана. “Ошо ҡомартҡыларҙың серен артабан асаһы бар. Был йәһәттән беҙгә белгестәр ярҙам итһен ине”, – тип мөрәжәғәт итте Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы тантанаға килгән тарихсыларға.

Таҡтаташ ауылдың йәме булып торған мәҙәни үҙәк бинаһына ҡу­йылған. Һис шикһеҙ, ул Солтанбәк ауылы тарихын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҙур өлөш индергән Ша­һийән Миңлеғәлиевтең яҡты иҫтә­леген һаҡлап, рухын күңелдәрҙә балҡытып торасаҡ.

Ғөмүмән, солтанбәктәр таҡта­таш асыу тантанаһына төплө әҙерләнгән.

Ошо урында ауыл менән бер аҙ таныштырып китеү ҙә урынлы булыр. Әйтергә кәрәк, юл өҫтөндә генә ятҡан ауылдарҙан түгел Солтанбәк. Асҡындан һуң асфальт тамамланғас, ҡуйы шыршы һәм ҡатнаш урмандар араһынан, бормаланып аҡҡан Сарс йылғаһының үҙәне буйлап тағы 60 саҡрым самаһы ара үтәһе бар. Күптән ҡәҙимге күренешкә әүерелгән мобиль бәйләнеш тә юҡ бында – ваҡыт фәҡәт үҙ ағышы менән аға, тәбиғи һиллек.

 

Балыҡсы башҡорттары ере

 

Мәгәр, солтанбәктәр бер ҙә төпкөлдә йәшәйбеҙ тимәй: ауыл ҙур, төҙөк – бында тырыш, уңған халыҡ төпләнгәне әллә ҡайҙан күренеп тора.

1923 йылда нигеҙ һалынған Солтанбәк ауыл советы 3147 гектар майҙан биләй, биләмәгә унан тыш, тағы ике ауыл керә: Сураш, Ҡамашиҙе. 705 кеше йәшәй. Быйыл 5 бала донъяға килгән, биш кеше вафат булған.

Пермь крайында башланып, Башҡортостан буйлап аҡҡан, Төй йылғаһы менән ҡушылып, Ҡа­риҙелгә ҡойған Сарс йылғаһы буйында элек-электән башҡорт халҡы йәшәгән. Быуаттар ағышында, төрлө тарихи осорҙарҙа был төбәк халҡына бик ауыр һынауҙарҙы кисерергә тура килгән, әммә улар бирешмәгән, рухтары һынмаған.

Солтанбәктә мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, китапхана, магазиндар бар. Һәр йортта тиерлек күпләп мал аҫрайҙар, бал ҡорттары үрсетәләр. Урмансылыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бихисап.

Әйткәндәй, сарала ауылдың ҡайһы бер матур, татыу ғаиләләре менән таныштыҡ. Миңлеғәлиев­тәрҙең нәҫеле генә ни тора! Шаһийән ағайҙың ҡустыһы, Солтанбәк ауылында йәшәгән Рәмил Миңлеғәлиев, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

“Беҙ – Балыҡсы ырыуы баш­ҡорттары, тип һәр саҡ әйтә тор­ғайны ағайым. Ул республика­быҙҙың күренекле тарихсыларын, ғалимдарын, яҙыусыларын, журналистарын районыбыҙға һәм ауылыбыҙға алып ҡайтып, тари­хыбыҙҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бик аҡыллы, ғилемле, туған йәнле, ярҙамсыл кеше ине. Ул, хәрби хеҙмәткәр булараҡ, оҙаҡ йылдар – 1956 йылдан 1978 йылға тиклем – ситтә йәшәне. Атап әйткәндә, Украинаның Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында, артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһында хеҙмәт итте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт беҙҙең менән бәйләнештә булды, ял ваҡыттарында һәр саҡ ғаиләһе менән Солтанбәккә ҡайта торғайны. Ауылдың оло йәштәге кешеләре менән осрашып, ишеткәндәрен яҙып ҡуйыр ине. Мәктәпкә инеп, уҡытыусылар менән дә, ауыл советында урындағы етәкселәр менән дә гел һөйләшә ине.

1988 йылда ул Өфөгә күсенеп ҡайтты һәм ныҡлап ауыл, ырыу, нәҫел тарихын өйрәнә башланы. Йыйған, өйрәнгән мәғлүмәттәре менән республика һәм район гәзиттәре аша һәр саҡ уртаҡлашып торҙо. 1680 йылдан башлап тер­геҙеп, барлап, нәҫел шәжәрәбеҙҙе төҙөнө. Нәҡ ошо шәжәрәгә таянып, бик күптәр нәҫел тамырҙарын асыҡланы һәм үҙҙә­ренең башҡорт булыуына инанды. Балыҡсы ырыуы башҡорттарын асылына алып ҡайтыу өсөн был бик ҙур һәм һөҙөмтәле эш булды.

Нияз Мәжитов, Әнүәр Әсфән­диәров, Марат Ҡолшәрипов һымаҡ республикабыҙҙың билдәле тарихсылары менән һәр саҡ кәңәш­ләшеп, улар менән бергә Балыҡсы ырыуына ҡараған ауылдар тарихын өйрәнде. Бына ошо ағайҙар һәм билдәле журналистар, яҙыусылар менән Солтанбәккә лә бер нисә тапҡыр ҡайтып, ауыл тарихы менән ҡыҙыҡһындылар.

Мин ул саҡта ауылда идарасы булып эшләй инем. Бер нисә тапҡыр уларҙы үҙем дә машинаға ултыртып оҙатып йөрөгәнем булды. Өфөлә Шаһийән ағайҙың фатирында ла осрашып, һөйләшеп ултырғаныбыҙ иҫтә. Әйткәндәй, Шаһийән ағайға тарихсылар, яҙыусылар йыш килеп йөрөй торғайны.

Шаһийән ағай ауылыбыҙға юлдың насарлығына ла, халыҡтың тарихи үткәненә битараф булыуына ла, нәҫел тамырҙарын өйрәнергә тырышмауҙарына ла, юғары уҡыу йорттарының башҡорт бүлектәренә беҙҙең уҡыусыларҙың инә алмауына ла гел борсола ине. Ошо мәсьәләләр буйынса ул бик күп ишектәрҙе шаҡып, етәкселәр менән һөйләште. Уның ярҙамында байтаҡ ҡына егет һәм ҡыҙ юғары уҡыу йорттарына инеп, белем алып, бөгөн уңышлы эшләй. Ауылда тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырырға кәрәк, тип тә янып йөрөй торғайны.

Иң ҡыҙғанысы шул, бөгөнгө уңыштарыбыҙҙы: Солтанбәккә тиклем һалынған тигеҙ юлды, ауылға йәм биреп торған ике ҡатлы социаль-мәҙәни үҙәкте, Һөйәнтүҙ фажи­ғәһе иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы, ололарҙың ғына түгел, балаларҙың да дәртләнеп шәжәрәләрен төҙөүен күрә алманы. Әле үҙе иҫән булһа, ул шул тиклем ҡыуаныр ине. Ра­йоныбыҙҙа барған ыңғай үҙгәреш­тәрҙе өҫтән күреп, рухы һөйөнөп тороуына ышанам. Шаһийән Миң­леғәле улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылыуына бик шатбыҙ һәм ошо эште ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтле­беҙ”, – тине ул.

 

Ғаиләләре менән ғорурланырлыҡ

 

Тантаналы сарала ҡатнашҡан тағы бер ғаилә – Рәйсә менән Вәлинур Суфияновтар. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн дүрт улдары һәм ҡыҙы, үҙ ғаиләләрен ҡороп, ырыҫлы тормош көтә. Әйтергә кәрәк, Суфияновтарҙың дүрт улы ла тыуған ауылында – Солтанбәктә төпләнгән, ә ҡыҙҙары Ҡариҙел райо­нының Муллаҡай ауылына кейәүгә сыҡҡан. Суфиянов­тарҙың 22 ейән-ейәнсәре бар – бына ҡайҙа ул бәрәкәт, бына ҡайҙа ул  шатлыҡ! Ғөмүмән, күп балалы Суфияновтар – Солтанбәктең ғорур­лығы, сөнки улар уңған да, татыу ҙа, берҙәм дә. Унан тыш, был ғаиләлә барыһы ла Ислам ҡанун­дары буйынса йәшәй, балаларға ла бәләкәстән дини тәрбиә бирелә. Милли рух та көслө уларҙа: Суфияновтар бәләкәстән нәҫелдә­ренең тарихын, Балыҡсы ырыуы вәкилдәре булыуын белеп үҫә, шәжәрәләрен өйрәнә. Был һис тә арттырыу түгел: Солтанбәктәге сарала үҙ күҙебеҙ менән Динислам Суфияновтың нәҫел тарихын, шәжәрәһен һөйләүенә шаһит булдыҡ.

Солтанбәк уңғандары араһында Хәсәновтар ҙа бар. Мөршиҙә ханым Сәүиә менән Фәүзәт Хәсәновтарҙың күп балалы ғаиләһендә үҫкән. Шәхси эшҡыуар, Асҡында йәшәй, өс ҡыҙ тәрбиәләй.

– Беҙҙең ғаиләбеҙ йыр-моңға ғашиҡ, арабыҙҙа йөрәктәргә үтеп инерлек итеп йырлаусылар ҙа, өҙҙөрөп бейеүселәр ҙә бар. Шулай ҙа тормошобоҙҙоң нигеҙе – уңған­лыҡта. Беҙҙе атайыбыҙ-әсәйебеҙ бала саҡтан эшкә күндереп үҫтерҙе, хәҙер иһә үҙебеҙ балаларҙы ошо юҫыҡта тәрбиәләйбеҙ, – ти Мөршиҙә Хәсәнова.

Шәхси эшҡыуарлыҡ йөгөн тарт­ҡан уңған ханым Диана, Алина, Айла исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Уларҙы бала саҡтан ҡул эштәренә өйрәткән – күргәҙмәлә күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәрен күреп шатландыҡ. Мөр­шиҙә ханымдың ҡустыһы Рөстәм дә – дүрт малай атаһы. Ул ҡатыны Камилла менән район үҙәгендә төпләнгән, әммә тыуған ауылында йорто бар, эш араһында бал ҡорто үрсетә. Хәсәновтарҙың килене Мәүзәлиә ханым да – уңғанбикә, даны тирә-йүнгә таралған оҫта тегенсе.

Республика тамашасыһына моңло тауышы менән билдәле, башҡортса ғына түгел, итальян, испан, рус телдәрендә йырҙар башҡарған һәләтле йырсы, тенор Вилдан Абраров та – Солтанбәктән.

– Ғәмәлдә, мин Пермь крайында тыуһам да, әсәйем Солтанбәк ауылынан, атайым – Ҡубыяҙҙан. Улар – Балыҡсы ырыуы башҡорт­тары. Мин бәләкәй саҡта уҡ ата-бабаларыбыҙҙың тыуған төйәгенә, тыуған яғыбыҙға күсеп ҡайттыҡ, бала сағым ошонда, йәмле Сарс буйында, үтте. Беҙ ғаиләлә биш бала, мин – өлкәне. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамланым, унан үҙемде төрлө ижади өлкәлә һынап ҡараным, әле Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һуңғы курста уҡып йөрөйөм. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла моңло тауышлы, әммә үҙемә ҡалһа, ижади һәләт күберәк әсәйемдән күскәндер.

Бөгөнгө сараға саҡырыу алыу менән ризалаштым һәм, йыраҡ араны яҡын итеп, Өфөнән тыуған яғыма ашыҡтым, сөнки Солтанбәк минең өсөн – илһам сығанағы, көс-ҡеүәт ала торған илаһи урын. Ҡайтҡанда мотлаҡ бер нисә урында туҡтап алам, саф һауа һулап, һоҡланып, күңелемде тыныслап китәм.

Ғаиләмдә өс бала үҫә. Буласаҡ кәләшемде (ул Туймазы яғынан) тәүге тапҡыр тыуған яғыма алып ҡайтҡас, ул бындағы хозурлыҡты күреп хайран ҡалғайны. Әле иһә, форсат сығыу менән, балаларҙы алып киләбеҙ, уларға ауылыбыҙҙың тарихы, иҫтәлекле ваҡиғалар, билдәле кешеләр, ер-һыу атамалары хаҡында нимә беләм, һөйләргә, аңлатырға тырышам. Балаларым данлыҡлы Балыҡсы ырыуы вәкилдәре икәнлектәрен белеп үҫергә тейеш, – ти Вилдан Абраров.

Тантана башҡорт милли уйындары менән дауам итте, унда ауыл йәштәре лә, ҡунаҡтар ҙа теләп ҡатнашты, уҡ атыуҙа, арҡан тартышыуҙа һәм башҡа бәйгеләрҙә ихлас көс һынаны.

Ошо уҡ көндә ауылда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса конференция ла ойошторолғайны. Сарала, Өфө­нән килгән билдәле тарихсылар менән бер рәттән, Асҡын еренең тынғыһыҙ булмышлы шәхестәре – тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр сығыш яһаны. Тантана урындағы һәүәҫкәрҙәрҙең һәм Өфөнән килгән сәхнә оҫталарының ялҡынлы концерты менән тамамланды. 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА. 

Читайте нас