Башҡорт донъяһы
19 Ноябрь 2021, 04:55

Барҙыны яҡтыртып торһон алтын китаптар!

Пермь крайында Ғәйнә башҡорттары хөрмәтенә аллея асылды.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Фото:Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Ошо көндәрҙә Пермь крайының Барҙы районында тарихи ваҡиға тормошҡа ашырылды: тантаналы рәүештә “Ата-бабаларҙың алтын китабы” аллеяһы асылды. Ул китаптарҙың арт-объекттарынан хасил, Ғәйнә башҡорттарына бағышланған тарихи монументаль комплекстың дауамы булып тора.

Сарала республикабыҙҙан рәс­ми ҡунаҡтар – Пермь крайы губер­наторы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт­остандың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, тарихсылар ҡатнашты. Шулай уҡ Пермь крайы баш­ҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәтселәр, Барҙа ауылы халҡы булды. Майҙанға урындағы милли ойошманың тирмәһе ҡуйылғайны.

Аллея Пермь крайы башҡорт­тары ҡоролтайының “Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа” тигән проекты, Пермь крайы губернаторы хакимиәте ярҙамында, шулай уҡ Баш­ҡортос­тан Башлығы һәм Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранттары иҫәбенә булдырылған.

Был дүрт арт-объектта данлыҡ­лы Ғәйнә башҡорттарының – Туҡ­тамыш Ижбулатовтың, Исмәғил Тасимовтың, Ғәйнә башҡорттары араһынан Салауат Юлаевтың һи­геҙ полковнигының, шулай уҡ ғәй­нәләрҙән тупланып, 1812 йылғы Ва­тан һуғышында ҡатнашҡан 20 полктың тарихтары сағылдырыла.

Һис һүҙһеҙ, был ырыуҙың сағыу вәкилдәренең береһе – Исмәғил Тасимов. Йөҙ йыл элек шул ваҡыт­тағы тау донъяһын хайран ҡалдыра ҡыйыу башҡорт. Ул Екатерина Икенсегә тау заводтарына квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн кадет корпустары тибындағы училище булдырыуҙы һорап яҙа. Мө­рә­жәғәт ҡәнәғәтләндерелә. Екатерина Икенсе Рәсәй тарихында тәүге техник уҡыу йортон – Тау училище­һын асыу тураһында указ­ға ҡул ҡуя. Әлеге ваҡытта ул – Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург тау академияһы исемен йөрөтә.

Ғәйнәләрҙән бихисап билдәле шәхес, халыҡ геройҙары сыҡҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында был ырыуҙың 13 башҡорто хәрби ҡаҙа­ныштары өсөн “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” көмөш миҙалы менән наградланған. Социаль ғәҙеллекте һаҡлау мәнфәғәтендә ғәйнәләр әллә күпме тапҡыр ихтилалға күтәрелгән. Мәҫәлән, Пугачев яуында туғыҙ полковник, ете атаман һәм 16 поход старшинаһы тап ошо ҡеүәтле ырыуҙан булған.

Шул замандың тағы бер күре­некле вәкиле – Туҡтамыш Ижбулатов. Ул егерме йыл дауамында Ғәйнә волосы старшинаһы бурысын атҡарған, Уложенный комиссия депутаты, Уралда эре руда сәнә­ғәтсеһе булған. Тантаналы сарала һәр китаптың арт-объекты янында урындағы Ғәйнә башҡорттарының сығышы ойошторолғайны.

“Был мөһим эштең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында тормошҡа ашырылыуы ла әһә­миәтле. Ғөмүмән, беҙ һәммәбеҙ тарихыбыҙҙы белергә, өйрәнергә, һаҡларға бурыслыбыҙ. Был – беҙ­ҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе”, – тип билдәләне урындағы милли ойошма рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.

Сарала Башҡортостан делега­цияһы вәкилдәре һәм урындағы йәмәғәтселәр ошо уҡ аллеяла урынлашҡан бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Мәғлүм булыуынса, уның тамырҙары Пермь крайының Барҙы ауылына барып тоташа. Урындағы халыҡ тарихты белә һәм һаҡлай: ошо хаҡта урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Әнисә Мәүлекәева бәйән итте.

– Беҙ ғорурланып әйтә алабыҙ: Ғабдулла Туҡай татар халҡының шағиры ғына түгел, башҡорт шағиры ла, – ти ул.

Тарихи сығанаҡтарҙан күрене­үенсә, башҡорт ауылы Барҙа (Ҡаж­маҡты) әҙәбиәт классигы Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе яғынан олатаһы Зиннәтулла Әмировтың тыуған төйәге булараҡ та билдәле.

1834, 1850, 1859 йылдарҙағы VIII, IX, X ревизия материалдары буйынса уның нәҫел тамырҙарын раҫларға була. Зиннәтулла Әми­ров­тың олатаһы – Әмирхан Әмиров (1770 – 1836), өләсәһе – Бәзиха (1775 йылда тыуған). Әмирхандың берҙән-бер улы – Зәйнулбәшәр (1803 – 1853). Ғабдулла Туҡайҙың олатаһы Зиннәтулла – Зәйнулбә­шәрҙең улдарының береһе, ул 1830 йылда тыуған.

Зәйнулбәшәрҙең ҡатыны Ғәбиҙә Хәмитова – 1804 йылғы.

Зиннәтулла Зәйнулбәшәр улы­ның хәләл ефете – Камилә. Улар­ҙың ҡыҙы Мәмдүҙә (1864 – 1894) – Ғабдулла Туҡайҙың әсәһе.

Байрам уңайынан Барҙала “Ғәй­нә башҡортлары ашлары” тип атал­ған аш-һыу күргәҙмәһе лә ойошто­рол­ғайны. Шулай уҡ “Ғәйнәләр: минең халҡым, телем, тарихым ата-бабаларҙан ҡалған алтын китаптарҙа” проектына ярашлы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында ошо уҡ исемдәге брошюра сығарылған. Унан тыш, урын­дағы башҡорттар ҡоролтайы тарафынан ошо баҫмалағы рецептар буйынса аш-һыу әҙерләүгә конкурс та иғлан ителгән булған, бөгөн иһә аш-һыу күргәҙмәһендә уға йомғаҡ яһалды һәм “Бала саҡ тәме”, “Беҙ­ҙең өләсәйҙәр бешергән тәмлекәс­тәр”, “Ғәйнә башҡорттарының оно­толған аш-һыуҙары”, “Ғәйнә баш­ҡорт­тарының бренд булған ризыҡ­тары”, “Иң үҙенсәлекле, күркәм ри­зыҡ”, “Иң шәп кулинар” тигән биш но­минацияла еңеүселәр иғлан ителде.

Сара күңелдәрҙә йылы тойғолар ҡалдырҙы: Башҡортостандан ситтә йәшәһәләр ҙә, милләттәштәребеҙ тарихына, булмышына тоғро.

 

Г. БАЛТАБАЕВА.

Алтын кешеләр булғанға

Яҙыла “Алтын китап”.

Ундағы алтын һүҙҙәрҙе

Балалар алыр ятлап.

 

Алтын кешеләр тыуҙыра

Милләттең алтын һүҙен.

Алтын кешеләр билдәләй

Халыҡтың ысын йөҙөн!!!

 

Лариса Абдуллина.

Читайте нас