Башҡорт донъяһы
19 Ноябрь 2021, 15:00

Был йортта ҡунаҡта булғанығыҙ бармы?

Табын (Түбәләҫ) ырыуы вәкилдәре Салауатта ҡор йыйҙы.

Был йортта ҡунаҡта булғанығыҙ бармы?Был йортта ҡунаҡта булғанығыҙ бармы?
Был йортта ҡунаҡта булғанығыҙ бармы?

Бөгөн Салауат районында Башҡорт тарихы йылы уңайынан Табын (Түбәләҫ) ырыуы йыйыны үтте. Съезда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, тарихсылар, Салауат районы йәмәғәтселәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтар иң тәүҙә Урмансы ауылында Сәйетғәлиндәрҙең данлыҡлы этнойортонда туҡталды. Хужа Сафуан Сәйетғәлин урындағы мәҙәниәт йортонда – мөдир, ә уның ҡатыны Лидия – художество етәксеһе. Бында ҡунаҡ булған һәр кем этнойортта нисек матур – башҡортса киң күңеллелек, ихласлыҡ, йомартлыҡ менән ҡаршылауҙарын белә. Икеһе лә милли кейемдә, хужа – ҡурай, хужабикә ҡумыҙ менән. Сафуан Сәйетғәлин оҙаҡ йылдар ҡумыҙсыларҙың “Етегән” халыҡ ансамбленә етәкселек итә, шулай уҡ күптәрҙе ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөргән, тыуған яҡты өйрәнеүгә лә етди иғтибар бүлә.

Лидия Сәйетғәлина – ҡул эштәре оҫтаһы, урындағы мәҙәниәт йортонда бейеү һәм хор түңәрәктәрен алып бара, үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡуя, сувенирҙар яһай, буш ваҡыттарында шулай уҡ туҡыу станогы янына ултыра – был күңел талабы. Салауатта ул мәҙәниәт хеҙмәткәре булып оҙаҡ ваҡыт эшләй – 35 йыл. Район биләмәһе геопарк тип иғлан ителгәс, Сәйетғәлиндәр, этнойорт асып, беренселәр рәтендә уның партнерҙары статусын алған.

Матди мираҫ объекты тип танылғанға тиклем был йорт ҡарауһыҙ ҡалған иҫке ауыл өйө була. Сәйетғәлиндәр шундайҙы бер юлы икәүҙе ала: береһе 1950 йылда төҙөлгән, ә икенсеһе – быуат элек, унда ҡасандыр Сафуан ағайҙың ҡартатаһы йәшәгән. Хужалар ремонт эшләгән, ихатаны, урамды тәртипкә килтергән. Өйҙә барыһын да элек нисек булған – шулай һаҡлағандар: иҙән, ҡулдан яһалған йыһаз, ҡул йыуғыстар, ҡашығаяҡ, хатта тәҙрәләрҙе.

Ғөмүмән, этнойорт – боронғонан тергеҙелгән картина. Бында ҙур ғаиләгә иҫәпләнгән мейес тә бар. Уны йылытыр өсөн тышта утын ярып индереп яғаһың. Боронғо сөгөн көршәктә ашарға әҙерләргә, орсоҡ өйөрөлтөргә, бишек тирбәтергә мөмкин. Сигелгән япмалар, алъяпҡыстар – хужабикәнең әсәһенең һәм ҡәйнәһенең ҡул эштәре. Улар ярты быуаттан ашыу үҙ сәғәтен көтөп, һандыҡтарҙа ҡәҙерләп һаҡланған. Ихатала ла барыһы тейешенсә: йәшелсә баҡсаһы, кәзә, ҡоймала – ағас һәнәктәр.

Икенсе йортта – ғаилә музейы. Унда хужаның армиянан кейеп ҡайтҡан кителе, гитара, яуланған наградалар ҡуйылған. Әйткәндәй, Сәйетғәлиндәрҙең улы ата-әсәһенең юлын һайлаған: Сафуан ағай кеүек йырҙар яҙа, гитарала уйнай, ижади телевизион конкурстарҙа тәүге урындар ала, инглизсә яҡшы һөйләшә.

Салауатҡа бөгөнгө сәфәр артабан Мөрсәлимдә дауам итте. Ауылдың мәҙәниәт һәм ял паркында Табын ырыуының “Түбәләҫтәр иле” стелаһы асылды.

Халыҡ оҫталарының күргәҙмәһен, “Табын ырыуы ҡаны аға минең тамырҙарымда!” тип аталған шәжәрәләрҙең исем туйын ҡарағандан һуң йыйын тантаналы асылды. Унда рәсми ҡунаҡтар, ғалимдар, Табын ырыуынан сыҡҡан билдәле кешеләр, Салауат районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре сығыш яһаны.

Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас