Башҡорт донъяһы
23 Ноябрь 2021, 12:00

Илгиз Таһиров һеҙҙе көтөп ҡала

Илгиздең репертуары бай, ул театрҙа 70-тән ашыу роль башҡарған. Режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында төп ролде, шағир, хөкүмәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичты уйнаны.

Илгиз Таһиров һеҙҙе көтөп ҡалаИлгиз Таһиров һеҙҙе көтөп ҡала
Илгиз Таһиров һеҙҙе көтөп ҡала

Республиканың “Ашҡаҙар” радиоһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы менән берлектә “Онотолмаҫ осрашыуҙар” проекты сиктәрендә өсөнсө сара ойоштора. 24 ноябрҙә көндөҙгө 3-тә үтәсәк осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илгиз Таһиров саҡырылған.

Илгиздең репертуары бай, ул театрҙа 70-тән ашыу роль башҡарған, улар төрлө характерҙа булыуы менән иҫтә ҡала. Комик, трагик ролдәр – һәр береһен актер ҙур оҫталыҡ менән башҡара.

Режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмында Илгиз Таһиров төп ролде, шағир, хөкүмәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичты уйнаны. Әйткәндәй, был роль уға ҙур уңыш килтерҙе. Фильм аша ул Бабичты йәш быуын менән осраштырҙы, күптәренең күңеленә илһам бирҙе, үҙҙәренә булған ышанысын нығытты.

Һеҙҙе “Онотолмаҫ осрашыуҙар”ҙа көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар. Ихлас аралашыу күңелегеҙҙә матур тәьҫораттар уятыр. Сара шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк.

Фото: И. Таһировтың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас