

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында башҡорт ырыуҙары йыйындар үткәрә. Сараларҙың тарихи хәтерҙе яңыртыуҙа, нәҫел тамырҙарын барлауҙа әһәмиәте ниндәй? Балыҡсы ырыуы вәкиле, Асҡын районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ғәниева ошо хаҡта фекерҙәре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, йыл башында уҡ, февралдә, ырыу вәкилдәре ҡорға йыйылғайны.
“Асҡын еренә береккән”
“Һәр үҫемлек, һәр ағас – тамырынан, һәр йылға шишмәнән сыҡҡан кеүек, беҙҙең Балыҡсы ырыуы ла ошо Асҡын еренә береккән, 300 йыл самаһы элек үк ошо урындарҙы төйәк иткән. Шул замандан алып, ырыу вәкилдәре тамырҙарын онотмай, тарихын һаҡлап йәшәй. Асҡын районында был ырыуға тиҫтәнән ашыу ауыл ҡарай. Барыһы ла йыйында теләп ҡатнашты. Ауылдарҙа тарихын хөрмәт иткән, шәжәрәләргә яуаплы ҡараған кешеләр йәшәй.
Ғөмүмән, асҡындар шәжәрәһен, ауылы, ырыуы, нәҫеле тарихын белергә, яҡындарына еткерергә тырыша. Хәҙер күптәрҙә тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныу, ата-бабаларын хөрмәтләү тойғоһо уянды. Иң мөһиме — кешеләр, боронғо ата-бабаларын белеп, тормошоноң мәғәнәһен, маҡсатын аңлап, киләһе быуынға тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын, нәҫел тарихын ҡалдыралар.
Асҡын районында шулай уҡ Танып һәм Унлар ырыуҙары вәкилдәре йәшәй. Унлар ырыуына бер генә ауыл – Упҡанкүл ҡарай.
Балыҡсы ырыуының тарихы бай. Улар Алтай, Көньяҡ Себерҙән килгән, тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Исеменә бәйле төрлө фараздар йәшәй. Уларҙың барыһын да ҡабул итәбеҙ, өйрәнәбеҙ. Киләсәктә яңы тикшеренеү эштәре дөрөҫлөктө асыҡларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Балыҡсы ырыуы вәкилдәре Ҡариҙел йылғаһының уң яры буйлап Сарыс һәм Төй үҙәндәрендә төпләнгән. “Балыҡсы” исеменең мәғәнәһе “балыҡ тотоу йәки бал йыйыу менән шөғөлләнеп, хандарға балыҡ йәки бал менән яһаҡ түләгәндәр” тип аңлатыла. Икенсе фаразға ярашлы, “балыҡ” һүҙе боронғо төрки текстарҙа “ҡала” мәғәнәһендә ҡулланылған, тимәк, “ҡалала йәшәүселәр” тигәнде аңлата. “Балыҡсы” исемле кеше йәшәгән тигән фараз да бар.
Асҡын районына ҡараған ауылдарҙың тарихы бик бай. Ил кисергәнде бергә кисереп, төрлө һуғыштарҙа, ихтилалдарҙа ҡатнашҡандар. Беҙҙә халыҡ бик эшсән, тырыш.
Йыйындарҙың әһәмиәте бик ҙур. Тарих менән ҡыҙыҡһыныу, шәжәрәләр төҙөү ҡағыҙҙа яҙылғанға күрә генә башҡарылмай, күңел ҡушыуы буйынса бара был эш. 20–30 йыл элек беҙ сығышыбыҙҙы бик белмәгәнбеҙҙер ҙә. Әлеге ваҡытта күптәр нәҫеленең үткәненә иғтибар менән ҡарай, айырыуса йәш быуында тарих менән ҡыҙыҡһыныу артты.
Был йыйын ниндәйҙер кимәлдә этәргес тә булды. Ҡор баштары, Балыҡсы ырыуы советы һайланды, тәүге тапҡыр ырыуҙың гимны яҙылып, йыйында ҡабул ителде.
Бөгөн дә эш әүҙем бара. Социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа аралашып торабыҙ, бер-беребеҙ менән бәйләнеш нығый. Ҡаҙағстандан ҡәрҙәштәребеҙ менән бәйләнештәбеҙ, Ырымбурҙа Балыҡсы ырыуының шәжәрәләрен өйрәнгән Радик Насибутдинов йәшәй, Бәләбәйҙә Шәүкәт ағай Низаметдинов бар. Уға инде 80 йәш. Егерме йыл дауамында Балыҡсы ырыуы ауылдарының тарихын өйрәнеп, “Таныштар һәм туғандар” тигән китап сығарҙы. Бик әһәмиәтле хеҙмәт ул. Унда ревизия яҙмалары, халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Күптәр ошо материалдарҙы ҡулланып, үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөй. Шулай тамырҙарына ҡайта.
Тамырҙарыңды белеү мотлаҡ
Мин үҙем дә 2010 йылда шәжәрәмде өйрәнә башланым. Шәүкәт ағай (ул беҙгә туған да) асыҡлауынса, нәҫелебеҙ 20-се быуынға тиклем өйрәнелгән, Майҡы бейгә барып тоташа. Миңлеғәле Нәҙерғоловтың хеҙмәте буйынса, шәжәрәбеҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмгә тиклем барып етә. Әле 16 быуын документтар менән раҫланған. Нәҫелебеҙ бай тарихлы, ғорурланырлыҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙ күп. Мәҫәлән, 1812 йылдағы Ватан һуғышында Зәғәфуран Ибраһимов Парижға тиклем барып еткән, ул йөҙ башы булған. Рус армияһына аттар илткән. 2012 йылда туғандарҙы йыйып, ҙур фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙек. Был сараны киләсәктә лә уҙғарырға ниәтләйбеҙ.
Зәғәфуран Ибраһимов менән бергә Асҡын ерлегенән Ватан һуғышында ҡатнашҡан тағы 20-нән ашыу яҡташыбыҙҙың исем-шәрифен асыҡланым.
Тағы ла ҡартатайым Хөснийәр хәҙрәт заманына күрә бик күренекле шәхес булған. Ул Күскилде ауылынан, Солтанбәк ауылына эшкә ебәрелгән. ХIХ быуат аҙағында ауылда ике ҡатлы мәҙрәсә төҙөткән. 50 генә йәшендә мәрхүм булған, беҙ уның бик күп ҡулъяҙмаларын, сәйәхәтнамәһен таптыҡ. Үҙ ҡулдары менән шәжәрәбеҙҙе яҙып ҡалдырған. Филология фәндәре докторы, ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов был ҡағыҙҙарҙы тәржемә итеп бирҙе. Беҙ архив документтары менән сағыштырҙыҡ, мәғлүмәттәр тап килә.
Әйтеп үткәйнем инде, беҙҙең Асҡын районында өс ырыу вәкилдәре йәшәй. Улар бер-береһенән һөйләштәре, кейемдәре менән айырыла. Хатта бер үк Балыҡсы ырыуына ҡараған ауылдарҙа ла һөйләш бер иш түгел.
Кейемдәргә килгәндә, улар ҡыҙыҡ: балитәкле күлдәк кейгәндәр, ҡартатайҙарыбыҙ айырыуса ҡыҙыл, һары төҫтәрҙе үҙ иткән. Йөҙ йылдан ашыу элек тегелгән күлдәктәрҙе таптыҡ, улар музейҙа һаҡлана. Ошо кейемдәргә ҡарап, тергеҙеп, бөгөн дә шундай күлдәктәр кейеп йөрөй алабыҙ. Биҙәүестәргә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең яҡҡа хас күкрәксәләрҙе, сәс үргестәрҙе таба алманыҡ. Яҡташтар хәтирәләре менән уртаҡлашып: “Ҡартыйымдың һандығында шундай ята ине, шундай күкрәксә тағып йөрөй ине”, тиҙәр, әммә береһе лә һаҡланмаған.
Хөснийәр хәҙрәттең дүрт ҡыҙы, ике улы булған. Ҡартыйым Хәнә Үтәш ауылына килен булып төшкән. Хәнәнең Камилә исемле уҡытыусыһы булған, уның баш кейеме – ҡалфағы һаҡланған. Мин уны тергеҙергә теләйем.
2010 йылда шәжәрәмде өйрәнә башлағас, бик күп туғандарымды таптым. Асҡын ауылында кемгә барып өндәшһәм дә, туған булып сыға. Күптәр: “Шәжәрәләрҙе өйрәнеү нимәгә кәрәк ул?” – ти. Ә ул миңә рухи көс бирә. Шәжәрәне өйрәнгәндә, ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, доғалар ҡылабыҙ, яҡшы яҡтан телгә алабыҙ, улар һөйөнөп яталыр. Үткәндәрҙе өйрәнергә ата-бабалар тауышы саҡыра. Ерҙә ныҡлы баҫып торор өсөн тамырҙарыңды белеү мотлаҡ”, – тип бәйән итте беҙгә Әнзирә Ғәниева.
М. РӘХМӘТУЛЛИНА
яҙып алды.