

Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һәр саҡ халыҡ араһында. Күптән түгел “Бәйләнештә” төркөмөндә Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы былай тип яҙған: "Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Веретенниковҡа 95 йәш тулды. Ошо уңайҙан хөрмәтле һуғыш ветеранын күркәм юбилейы менән ҡотланыҡ, иң изге теләктәребеҙҙе еткерҙек. Александр Филиппович Ләүйылға ауылында тыуған, 1943 йылда Советтар армияһына алынған. Яҡташыбыҙ Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан. Ул бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнгән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара, хатта велосипедта йөрөй".
Әйткәндәй, бөгөн – Зөһрә Гордиенконың тыуған көнө. Беҙ, “Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре, Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, эшендә тик уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Зөһрә Гордиенко.