Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Ноябрь 2021, 09:00

Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...

Атыбыҙ ҡапҡа аша ырғып килеп инде лә, ҡабат-ҡабат яңғыратып тороп, кешнәп ебәрмәһенме! “Мин яуҙан ҡайттым!” тип әйтергә теләгәндәй, үрә баҫып, ҡолаҡтарын ҡайсылап, сыҙа­майынса, бышҡырып, фырылдап сапсаңланы инде.

Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...
Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...

Бөйөк Ватан һуғышы афәттәре йөрәктәрҙә һис ҡасан да уңалмаҫлыҡ һәм онотолмаҫлыҡ тәрән яралар ҡалдырған. Бер яҡтан, яҡындарыбыҙҙы юғалтыу, уларҙың аслыҡ-яланғаслыҡтан ыҙа сигеүе күңелдәрҙә әле һаман ҡара һөрөмдәй әсе ҡайғы булып һарылһа, икенсе яҡтан, ғәзиздәребеҙҙе һағыныу тойғоһо әҙ генә лә һүрелмәйенсә быуындан быуынға күсә килә. Бөгөнгө ҡояшлы көнөбөҙ ата-бабаларҙан мираҫ итеп тапшырылған. Бөйөк Еңеү алып килгән данлы-шанлы тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Ғәжәйеп хәл

Рәхмәт ауылынан 54 ир-егет ялҡынлы ут эсенә инә. Шуларҙың 27-һе яу яланында ятып ҡала, 25 ауыл­дашыбыҙға ғына тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға насип иткән.

Ололар һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк бер туған ағалы-ҡустылы Мырҙабай менән Яңыбай Фәррәховтар, Абдуллатиф Хисаметдинов ауылдан беренселәрҙән булып яуға киткән һәм уларҙың береһе лә әйләнеп ҡайтмаған.

Яу яланында ятып ҡалған ҡаһар­мандарҙың береһе – Яңыбай Фәррәх улы һуғыш башланғанға тиклем ул мәлдә бай һаналған “Ҡыҙыл маяҡ” колхозының рәйесе булып эшләй. Үҙен илһөйәр, эшһөйәр, көслө рухлы, нескә күңелле тырыш етәксе, тура һүҙле һәм бик һәләтле ойоштороусы итеп күрһәтә. Башҡа Фәррәховтарға хас булғанса, йыр-моңға, бейергә маһир, осҡон сәсеп торған, ауыл халҡының ихтирамын яулаған ир-азамат була.

– Ауылда алдынғы ҡарашлы, абруйлы кеше булды, – тип ололар ҡыҙы Баныу апайға атаһы тураһында һөйләгән.

Яйҡар ауылында йәшәгән ун ике йәшлек Бибинур Хөснөтдин ҡыҙына өйләнгән Яңыбай олатайҙың балалары ниңәлер үлеп тик торған. Баныу ҡыҙы ғына иҫән ҡалған.

– Һуғыш башланғас та, беренсе­ләрҙән булып атайым үҙе өйрәтеп, йүгәнләп йөрөгән Күгатына (аҡбуҙҙы күк тип әйтәләр) менеп, илебеҙҙең азатлығы өсөн яуға киткән. Бер нисә мәртәбә яраланып, һуңғыһында төҙәлә алмай вафат булған. Ә атайымдың атының һуғыштан һуң ҡайтып инеүе бөгөнгөләй хәтеремдә. Ул мыҡты, бейек кәүҙәле, ыздарауай ат булды! Әүәле атайым рәйес булһа ла, ни өсөндөр беҙҙә лә ел ҡапҡа ине шул. Ул ат ҡапҡа аша ырғып килеп инде лә, ҡабат-ҡабат яңғыратып тороп, кешнәп ебәрмәһенме! “Мин яуҙан ҡайттым!” тип әйтергә теләгәндәй, үрә баҫып, ҡолаҡтарын ҡайсылап, сыҙа­майынса, бышҡырып, фырылдап сапсаңланы инде.

И-и-и, ҡолонҡай ғынам! Аңлатып бөткөһөҙ ине шул мәлде (йәшле күҙҙәрен һөртөп алды апай). Туп-тура үҙебеҙгә ҡайтып инде бит әле. Беҙ абына-һөрөнә йүгерешеп кәртәгә сыҡтыҡ, кеше йыйылды. Барыһы ла хайран ҡалды! Атайым үҙе ҡайтып төшкән һымаҡ шатланып та, илашып та ҡаршы алдыҡ уның атын.

 

Бригадир, ул мәлдә кем булғандыр, хәҙер иҫләмәйем, килеп алып китте, шунда уҡ уны эшкә ектеләр. Колхозда аттар булмау сәбәпле, гел үгеҙ егәләр ине. Атайымдың атын шул тиклем ҡыҙғанам, ебәргем килмәй, бирмәйем, тип илайым. Минең үтенескә ҡарап торманылар шул.

Килеп тороп аҡыллы булды ул. Аҙаҡ та беҙгә килгеләп йөрөнө. Эскән кешене яратманы, мендертмәне. Кешеләрҙе лә һайлап ҡына ултыртты арҡаһына. Малды яратмағандарҙы, сыбыртҡы менән һелтәнгәндәрҙе үҙ итмәне, ундайҙарҙы яҡын да юлатманы. Малға һаҡсыл ҡарашта булған­дарҙы ғына эйәләтте үҙенә. Аҙағыраҡ күберәген Ғыймал апай йүгәнләне, ахырыһы. Ҡолонҡай ғынамды! – тип бәйән итә Баныу апай һуғыштан ҡайтҡан ат тураһында.

1945 йылдың баштарында ҡаты алыштарҙа Яңыбай олатай ауыр яралана. Бомба шартлауы уны атынан окоп эсенә ҡолата һуға, һәм ул ҡалын ҡатламлы тупраҡ аҫтында күмелеп ҡала. Күпмелер ваҡыт үткәс кенә, санитарҙар табып, окоптан ҡаҙып алған һәм Барнаул ҡалаһына госпиталгә оҙатҡан.

70-се йылдарҙа Барнаул ҡалаһы пионерҙары яҙған хаттан билдәле булыуынса, олатай биленән ҡаты яраланған булған. 1945 йылдың февралендә йүнәлә алмай үлеп ҡалған. Шул ҡалала хәрбиҙәр зыяратында 189-сы ҡәберлектә ерләнгән.

Оло Еңеү яулаған кавалеристың яугир арғымағы артабан ниндәй ҡулдарҙа булыуын, ниндәй мәхшәрҙәр үтеүен бер кем дә хәҙер әйтә алмай. Әммә уның фашист илбаҫарҙарын дөмөктөргәндән һуң, үҙенең тыуған ауылына, Һыуһар ҡойоһоноң тәме, ҡолон саҡта уйнаҡлаған Яныҡай буйы, утлаған йәш үлән, ҡылған еҫтәре аңҡыған ере, ҡороҡ һалған егет һыны тартып, юлды үҙе табып, сабып ҡайтып етеүе – бөтә тирә-яҡты аптыратырлыҡ, иҫ китмәле ғәжәп хәл!

Әлбиттә, Миәкә районының Илсеғол ауылындағы Керчь исемле атты һуғыштан ҡайтҡан берҙән-бер ат тип беләләр. Тимәк, ут ғәрәсәтенән берәү түгел, ике ат ҡайтҡан булып сыға. Икенсеһе – Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Күгат.

Яуға оҙатылған дуҫтарса мөнәсәбәтле, үҙенсәлекле тоҡомло иҫәпһеҙ-һанһыҙ башҡорт аттары яугирҙәр менән бергә өҫтәренә яуған бомбалар аҫтында танктарға ҡаршы Еңеү даулап сапҡан, ҡаһармандарҙың тоғро дуҫтары булып, утты-һыуҙы кискән, ҡандарын түккән.

Батыр аттар ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе – Дан орденының тулы кавалерҙары. Дошмандарҙы тар-мар иткәндә ҡанатланып осҡан, башҡорт иленән ебәрелгән ҡара, аҡбуҙ аттарҙы, һуғыш бөткәс, Берлиндан Советтар Союзына үҙ ыңғайҙарына атлатып ҡайтарғандар ҙа, кемдеңдер ҡарары буйынса, Азербайжанға ит етештереү комбинатына оҙатҡандар, ҡайһыларын ғына Начеван колхоздарында эшкә еккәндәр. Исмаһам, бынан киткән аттарҙы ниңә үҙ ерҙәренә ҡайтармаҫҡа, беҙҙә лә бит улар етеш­мәгән, шуға күрә үгеҙҙәрҙе еккәндәр.

 

Ошо ҡәһәрле яҙмыштан Керчтың хужаһы, дүрт орден, өс миҙал менән наградланған гвардия майоры Ибраһим Фәттәховтың, дуҫын яҡлап, Семен Буденныйға мөрәжәғәт итеүе алып ҡала был атты. Уны тауар поезында ҡайтаралар. Һис шикһеҙ, Керчь та аҡыллы, һуғышсан рухлы булған! Уның батырлығын һис кенә лә кәмһеткем килмәй. Бигерәк тә уның разведчик ролен үтәп, “тел”де – күп мәғлүмәттәр белгән немец офицерын арҡаһына ултыртып, совет һалдаттарына алып килеп тапшырыуы һоҡландырмай ҡалмай. Шуныһы ҡыуаныслы – уға Илсеғол ауылында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, Сәрүәр Сурина 1986 йылда “Яугир ат иҫтәлеге” тип аталған документаль фильм төшөргән.

Хәҙер ат һындары күп ҡуйыла, ниңә шуларҙы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугир аттары, Керчь менән Күгатҡа ла бағышламаҫҡа?! Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур булыр ине. Бәлки, үҙе ҡайтҡан Күгат тураһында кино төшөрөүсе табылыр.

Күгаттың һуғыштан һуң ниндәйҙер бер сәйер һәм серле һуҡмаҡтар табып, меңдәрсә саҡрым араны үтеп, тыуған еренә елдәй елеп ҡайтып етеүе – хайран ҡалырлыҡ феномен. Ул ут мәхшәре эсендә әллә күпме батырлыҡ күрһәтеп, Бөйөк Еңеүҙе яулашҡан яугир ат! Был турала хужаһы Яңыбай олатайҙың ярты һандыҡ булып йыйылған хаттары, документтары, орден-миҙалдары, фоторәсемдәре дәлилләй ине лә, улар ҙа Өскүл ауылында ҙур янғын мәлендә өй менән бергә янып юҡҡа сыға.

Күгаттың оҙаҡ йылдар колхозға хеҙмәт итеүе иҫбатлана. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Октябрь революцияһының шаһиты булған, В.И. Ленинды күргән, Граждандар һуғышына алынған, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Свердловск өлкәһендә хеҙмәт армияһында бригадаға етәкселек иткән Ғимал Ғиниәтуллин, ауылға 1951 йылда ғына кире ҡайтып, колхоз эшенә сумған һәм ул яугир Күгатты үҙе эйәрләгән. Ауылдың иң оло кешеһе Ғимал олатай бригадир булып эшләгән, 1957 йылда беренсе булып Ленин орденына лайыҡ булған. Ул Күгатты ла, элекке хужаһы Яңыбай олатайҙы ла гел һоҡланып телгә алған.

Алтын төҫкә мансылған яугир Яңыбай олатай менән яугир Күгаттың батырлыҡтары ла, дандары ла, һуғышсан рухлы олпат һындары ла яҡындарының күңелендә мәңгегә ҡаласаҡ.

Һөйөклө атаһының абруйы, дәрәжәһе иҫтәлек булараҡ ғүмере буйы оҙатып йөрөй Баныу апайҙы. Ауылдаштары бәләкәй ҡыҙсыҡты “Яңыбайыбыҙҙың аманаты бит ул” тип гел арҡаһынан һөйөп, башынан һыйпап йөрөр булған. Һоҡландырғыс кавалеристың тоғро дуҫы, ышаныслы таянысы уның рухына, ҡотона, данына, батырлыҡтарына тере һәйкәл булып ҡайта.

Атай рухын күңеленә һеңдереп, яңғыҙ үҫкән Баныу апай иптәше Нәғимйән Ғабдулла улы Шәкиров менән мөхәббәтле, татыу ғаилә ҡороп, Хоҙай ризалығы менән йөрәге аҫтында йөрөткән туғыҙ балаһын, егерме алты ейән-ейәнсәрен, утыҙ ике бүлә-бүләсәрен яратып, һөйөп кенә үҫтерә.

Ата-бабаларҙан ҡалған изгеләрҙән дә изге, ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле ми­раҫ – ғәзиз еребеҙ, тыуған илебеҙ, ту­ған телебеҙ зиннәтле, аҫыл затлы нәҫел вариҫтарының йөрәктәре түрендә.

Балаларына яратҡан хәстәрлекле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яғымлы өләсәй, бүлә-бүләсәрҙәренә оло ихтирамға лайыҡ милләт бишеген тирбәтеүсе ҡарт өләсәй бөтәһенә лә хәйер-фатихаһын биреп, яҡындарының ҡурсалауында, терәк-таянысында, данлы тарих менән ғорурланып, оло иләү булып йәшәй.

Ә нәҫел-нәсәбәнең күңелдәрендә мәңгелек ут-йәннәт нурҙарына тулып балҡыған Яңыбай олатайҙың янып торған рухлы һыны ҡанатлы толпары өҫтөндә ерҙән түгел, күктән елә генә!

Гүзәл ҮТӘБАЕВА.

Әбйәлил районы.

Нәсих Хәлисов коллажы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: