

Салауат районында Башҡорт тарихы йылы уңайынан Табын (Түбәләҫ) ырыуы йыйыны үтте. Съезда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, тарихсылар, Салауат районы йәмәғәтселәре ҡатнашты.
Ҡунаҡтар иң тәүҙә Урмансы ауылында, Сәйетғәлиндәрҙең данлыҡлы этнойортонда туҡталды. Йорт хужаһы Сафуан Сәйетғәлин урындағы мәҙәниәт йортонда — мөдир, ә уның ҡатыны Лидия художество етәксеһе булып эшләй. Бында килгән һәр кем башҡорт халҡына хас булғанса киң күңеллелек, ихласлыҡ, йомартлыҡ менән ҡаршылауҙарын белә. Сәйетғәлиндәрҙең икеһе лә милли кейемдә, хужа — ҡурай, хужабикә ҡумыҙ менән. Әйткәндәй, Сафуан Сәйетғәлин оҙаҡ йылдар ҡумыҙсыларҙың “Етегән” халыҡ ансамбленә етәкселек итә, шулай уҡ күптәрҙе ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөргән, тыуған яҡты өйрәнеү менән дә етди шөғөлләнә.
Лидия Сәйетғәлина — ҡул эштәре оҫтаһы, урындағы мәҙәниәт йортонда бейеү һәм хор түңәрәктәрен алып бара, үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡуя, сувенирҙар яһай, буш ваҡыттарында шулай уҡ туҡыу станогында шөғөлләнә — быныһы иһә күңел талабы. Салауат районында ул мәҙәниәт өлкәһендә иң оҙаҡ эшләгән хеҙмәткәр булараҡ билдәле — 35 йылдан ашыу. Район биләмәһе геопарк тип иғлан ителгәс, Сәйетғәлиндәр, этнойорт асып, беренселәр рәтендә уның партнерҙары статусын алған.
Матди мираҫ объекты тип танылғанға тиклем был йорт ҡарауһыҙ ҡалған иҫке ауыл өйө булған. Сәйетғәлиндәр бер юлы шундай ике йортто һатып алған: береһе 1950 йылда төҙөлгән, ә икенсеһе — быуат элек, унда ҡасандыр Сафуан ағайҙың ҡартатаһы йәшәгән. Хужалар ремонт эшләгән, ихатаны, урамды тәртипкә килтергән. Өйҙә барыһын да элек нисек булған, шулай һаҡлағандар: иҙән, ҡулдан яһалған йыһаз, ҡул йыуғыстар, ҡашығаяҡ, хатта тәҙрәләрҙе лә алмаштырмағандар.
Ғөмүмән, этнойорт — боронғолоҡ тергеҙелгән картина һымаҡ ул. Бында хатта ҙур ғаиләгә иҫәпләнгән мейес тә бар. Боронғо сөгөн көршәктә ашарға әҙерләргә, орсоҡ өйөрөлтөргә, бишек тирбәтергә лә мөмкин. Сигелгән япмалар, алъяпҡыстар — ысын ҡомартҡы, хужабикәнең әсәһенең һәм ҡәйнәһенең ҡул эштәре. Улар ярты быуаттан ашыу үҙ сәғәтен көтөп, һандыҡтарҙа ҡәҙерләп һаҡланған. Ихатала ла барыһы тейешенсә: йәшелсә баҡсаһы, кәзә, ҡоймала – ағас һәнәктәр.
Икенсе йортта ғаилә музейы урынлашҡан. Унда хужаның армиянан кейеп ҡайтҡан кителе, гитараһы, яуланған наградалары ҡуйылған. Әйткәндәй, Сәйетғәлиндәрҙең улы ла ата-әсәһенең юлын һайлаған: Сафуан ағай кеүек йырҙар яҙа, гитарала уйнай, телевизион конкурстарҙа тәүге урындар ала, инглизсә яҡшы һөйләшә.
Салауат районындағы артабанғы сәфәр Мөрсәлимдә дауам итте, ауылдың мәҙәниәт һәм ял паркында Табын ырыуының “Түбәләҫтәр иле” иҫтәлекле ташы асылды. Был үҙенсәлекле объект быуаттар дауамында ошо ерҙе төйәк иткән башҡорт ырыуҙарының билдәһе булып, ауылға йәм биреп торасаҡ, йәш быуынды тарихи ҡиммәттәр нигеҙендә тәрбиәләүгә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Халыҡ оҫталарының күргәҙмәһен, “Табын ырыуы ҡаны аға минең тамырҙарымда!” тип аталған шәжәрәләрҙең исем туйын ҡарағандан һуң йыйындың тантаналы өлөшө асылды. Унда рәсми ҡунаҡтар, ғалимдар, Табын ырыуынан сыҡҡан билдәле кешеләр, Салауат районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре сығыш яһаны.
БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев үҙ докладында Башҡорт тарихы йылының республикала, Рәсәй төбәктәрендә, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә һәм сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында үткәндәребеҙҙе популярлаштырыуға, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә, был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға әүҙем граждандарҙы, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеүгә, үҫеп килгән быуынды милли ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтыуға йүнәлтелгәнен билдәләне. Йомғаҡлап әйткәндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлегенең маҡсаты – халҡыбыҙҙы туплау, милләттәштәребеҙ йәшәгән урындарҙа туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау.
Билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, журналист, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин Түбәләҫ ырыуының үткәненә байҡау яһаһа, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов “Диалектология мәғлүмәттәре буйынса Табын башҡорт ырыуы теле” тигән темаға доклад менән сығыш яһаны, Табын ырыуы союзы идараһы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнил Ҡоҙаҡаев иһә үҙҙәренең ойошмаһы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Салауат районынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Миңһылыу Абдуллина түбәләҫтәрҙең тарихы, көнкүреше тураһында бәйән итте.
“Түбәләҫтәр ҡара-табын, һырҙы һәм ҡыуаҡандар менән Көньяҡ Уралға күсеп килеп, Йүрүҙән һәм Әй йылғаларының таулы-урманлы биләмәләрендә урынлашҡандар. Түбәләҫ-ҡыуаҡандар, моғайын, табын ҡәбиләһенә тулыһынса буйһонғандыр, шул сәбәпле, бәлки, Таймаҫ бейҙе үҙенең ата-бабаһы тип һанағандарҙыр. XVII – XVIII быуаттарҙа түбәләҫтәр, ҡыуаҡандар, табындар менән бергә, әйлеләр яғынан даими һөжүмгә дусар ителгән.
Петер-Симон Паллас Өфөнән Силәбе ҡәлғәһенә, Һатҡы заводына китеп барышлай, “Көндәлек яҙмалары”нда Олөйөр йылғаһын кисеп, юлдаштары менән “Әйле ырыуының өлөшө булған…Түбәләк бейе йәшәгән ҙур ғына ауылда төн ҡундыҡ”, тип яҙған.
Түбәләҫ улысының төп ауылы атамаһы хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ Усть-Катав ҡала округы составындағы Түбәләҫ ауылы топонимында һаҡланып ҡалған.
1720 йыл тирәһендә Көңгөр воеводаһы Себер даруғаһы башҡорттары йәшәгән улустарҙа халыҡ иҫәбен алған: Түбәләҫ улысындағы 57 хужалыҡта 171 йән ир-ат йәшәй тип күрһәткән.
Хәҙерге көндә Түбәләҫтәр Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Башҡорт Илсекәйе (Башташ), Ҡарағол (Түбәләҫ Арҡауылы), Мөрсәлим (Ҡалмаҡҡол), Сүрәкәй (Нуғай), Тирмән, Урмансы ауылдарында йәшәй.
Ҡыуаҡандарҙың Түбәләҫ ырыуы биләмәләре хәҙерге Һилейә (Сулея) ҡасабаһынан алып көнбайышҡа Йүрүҙән йылғаһына тиклем һуҙылған. Көньяҡ-көнсығышта Һатҡы-ҡыуаҡан ырыуҙары, төньяҡ-көнсығышта Әйҙе ырыуы (хәҙерге Әйле, Ҡолбаҡ ауылдары) биләгән ерҙәргә тиклем, төньяҡтан Тырнаҡлы һәм Ҡаратаулы башҡорттары ере менән сикләнгән. Көнбайыштан Ҡыр-Көҙәй ырыуы (Яхъя, Мусабай, Миндеш ауылдары), көньяҡ-көнбайышта Төркмән-Көҙәй ырыуы (хәҙерге Йүрүҙән, Оло Ҡытау (Катав-Ивановск), Ҡытаутамаҡ (Усть-Катав) ерҙәре менән сикләнгән. Түбәләҫ ырыуы ерҙәре үҙенең йәмлелеге, байлығы менән күсмә халыҡты арбаған, йәлеп иткән. Мәҫәлән, заманында Түбәләҫ ерҙәрен Белорет заводы хужалары Твердышев һәм Мясниковҡа һатыу тураһындағы документҡа 21 кеше ҡул ҡуйған: Түбәләҫ улысы старшинаһы Иштуған Мишәров исеменән Таҡый Мишәров, йөҙ башы Булат Илтебаев һәм башҡалар. Ошо биләмәләрҙе “һатып” алған өсөн завод хужалары 100 һум аҡса биргән”, – тип тарихҡа байҡау яһаны Миңһылыу Абдуллина.
Рифат Мирхәйҙәров иһә ошо ырыу вәкиле, полковник, Салауат Юлаевтың фекерҙәше, уң ҡулы булараҡ билдәле Собханғол Килтәков хаҡында доклад тәҡдим итте.
Тарихи сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Собханғол Килтәков 1720 йылда Сүрәкәй (Нуғай) ауылында тыуған. 1765 йылдан Рәсәй империяһы Себер юлы Түбәләҫ улысы старшинаһы булған. Биографияһына килгәндә, 1773 йылда уның командаһында 91 хужалыҡ һаналған. 1773 йылдың декабрь уртаһында үҙенең улысынан саҡырылған 25 башҡорттан торған командаһы менән атаман И.С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Ғәскәре менән 22 декабрҙә Һатҡы заводына, 24 декабрҙә Златоуст заводына килгән, Златоуст, Оло Ҡытау, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы, аҡса оҙатҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугире менән Салауат отряды сафында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көңгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. Салауат Юлаев киткәндән һуң Сура Рәсүлев менән берлектә башҡорт-татар отрядына етәкселек иткән. Ғинуар һуңында, Cура Рәсүлев етәкселегендә башҡорт атлылары сигенгән саҡта, баш күтәреүселәр етәкселәре араһындағы низағ сәбәпле, атаман М.Е. Мальцев ҡушыуы буйынса, атаман И.Н. Зарубиндың секретары И.И. Суконников уны ҡулға алған.
1774 йылдың 4 февралендә Пермь провинция канцелярияһында Собханғол Килтәковтан һорау алғандар. Уны язалауға дусар иткәндәр һәм генерал-аншеф А.И. Бибиковтың ҡушыуы буйынса Көңгөрҙә аҫып үлтергәндәр.
Докладтарҙан һуң Түбәләҫ съезы эшенә йомғаҡ яһалды, резолюция ҡабул ителде, шулай уҡ шәжәрәләр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде, йыйынды ойошторғандарға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Шулай итеп, Салауат районындағы йыйын һөҙөмтәләре буйынса, түбәндәге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу ҡаралған. Табын ырыуҙары берләшмәһенең данлыҡлы улдарының һәм ҡыҙҙарының исемдәрен мәңгеләштереү, ҡаҙаныштарын һәм ижади мираҫын пропагандалау, эшҡыуарлыҡ мәҙәниәтен формалаштырыу; йыл һайын Табын ырыуҙары йәштәренең “Табынфест” фестивален Түбәләҫ ырыуы ерендә ойоштороу; 2023 йылға планлаштырылған Табын ырыуҙарының VII йыйынын Салауат районында үткәреүгә әҙерлек башлау; шәжәрәләрҙе өйрәнеү эшен дауам итеү; Табын ҡәбиләһе (түбәләҫтәр) ерендә урынлашҡан һәм башҡорт ырыуҙары мәҙәниәте һәм мифологияһы менән бәйләнгән уникаль тәбиғәт объекттарын һаҡлау эшен көсәйтеү; ырыу ауылдары араһында йыл һайын Түбәләҫ батыры Собханғол Килтәков иҫтәлегенә бағышланған милли спорт турнирҙары ойоштороу; Яңы Сүрәкәй ауылында Собханғол Килтәковҡа һәм Салауат Юлаев ихтилалында ҡатнашҡан башҡа арҙаҡлы Түбәләҫ шәхестәренә (Илсекәйҙән тиҫтәләгән кеше – Ҡалмаҡ Көҫәпәйев, Бикҡол Тәүешев һ.б.) арналған мемориал таҡта урынлаштырыу буйынса әҙерлек башлау һәм башҡа бик күп әһәмиәтле бурыстарҙы алдарына ҡуя Салауат районында йәшәгән әүҙем милләттәштәребеҙ.
Салауат районында Башҡорт тарихы йылы” штандарты ошо районда йәшәгән Тырнаҡлы ырыуы вәкилдәренә тапшырылды, улар ҙа халыҡты берләштергән, рухи асылыбыҙҙы байытҡан сараларға әҙерлек башлаясаҡ.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.