

Кисә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында бик тә күңелле һәм йәнле сара үтте: республикабыҙҙың төрлө тарафынан йыйылған ҡыҙҙар һәм малайҙар КВН – тапҡырҙар һәм отҡорҙар клубы бәйгеһендә зирәклеккә көс һынашты. Был ҙур ижад һәм юмор байрамы бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, сөнки һуңғы йылдарҙа пандемияға бәйле ҡыҙыҡлы һәм сағыу саралар һирәгәйгәнен инҡар итеп булмай, шуға лә йәштәр аралашыуға, һис шикһеҙ, һыуһаған.
Сарала мәктәп уҡыусыларының 20 командаһы ҡатнашты. Улар алыҫ араларҙы яҡын итеп Сибай, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, Бөрйән, Дүртөйлө, Әлшәй, Ғафури, Тәтешле, Әбйәлил, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан, Салауат, Йылайыр райондарынан килгәндәр.
Бәйге бик күңелле үтте, балалар төрлө тормош хәлдәрен юмор яҫылығында күрһәтеп, дәртле сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен арбаны.
Сараны ойоштороусыларға килгәндә, идеяның авторы һәм тормошҡа ашырыусылары – республиканың КВН тормошонда әүҙем ҡатнашҡан билдәле башҡорт йәштәре. Бәйгене ҡаланың иң матур сәхнәләренең береһендә үткәреү йәһәтенән Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙам ҡулы һуҙған, ә балаларға матур, иҫтәлекле бүләктәр – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.
Шулай итеп, бәйгелә еңеүселәр билдәләнде, уларҙы блоктарға бүлеп, һәр ҡайһыһында өсөшәр урын билдәләнде. Шулай уҡ, “Фестиваль асышы” (“Тарпандар”, Бөрйән районы), “Иң яҡшы шаяртыу” (“Ығы-зығы”, Өфө), “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” (Айгөл Ғәлиева), “Иң яҡшы ир-егет роле” (Вилдан Тимербаев) кеүек номинациялар ҙа булды. Гран-приҙы баш ҡаланың “XX централ” командаһы яуланы.
Аҙна дауамында КВН уйындарының IX миҙгеленең 1/4 финалына үткән ҡатнашыусылар билдәләнәсәк, киләһе уйын этабы 2022 йылдың ғинуарында үткәреләсәк.
Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙең балалар араһында йор һүҙле, тапҡыр малайҙар һәм ҡыҙҙар күп. Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Фотолар ҡатнашыусыларҙың шәхси архивынан.