Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
1 Декабрь 2021, 17:45

Әхәт Мортазинды кем алмаштырыр?

Был конкурс йылдан-йыл танылыу ала. Быйыл уның финал өлөшөнә 80-дән ашыу кандидат һайлап алынды.

Әхәт Мортазинды кем алмаштырыр?
Әхәт Мортазинды кем алмаштырыр?

Иртәгә Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған «Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсына йомғаҡ яһала. Уҡыусылар араһында ойошторолған был конкурс йылдан-йыл танылыу ала.

Быйыл уның финал өлөшөнә 80-дән ашыу яҙма һайлап алынды. Төрлө номинацияларҙа 12 уҡыусы еңеүсе тип билдәләнде. Башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиләү маҡсатында ойошторолған бәйгелә быйыл Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә балалар ҡатнашты. Уларҙың башҡорт телендә аралашыу, фекер еткереү оҫталығын, нәфис уҡыу һәләтен “Юлдаш” радиоһы, “Рәсәй-Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Ҡурай”, “Тамыр” телеканалдары белгестәре баһаланы.

Конкурсты ойоштороусылар – Учалы районы һәм ҡалаһының мәғариф идаралығы һәм "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы киләһе йылдан бәйгенең кимәлен һәм абруйын күтәреү йәһәтенән быйыл уҡ эш башланы.

Фото: elleonora.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: