Башҡорт донъяһы
5 Декабрь 2021, 15:00

“UFTANMA” дуҫтарын йыя

Кисәлә йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында яңғыраясаҡ.

“UFTANMA” дуҫтарын йыя“UFTANMA” дуҫтарын йыя
“UFTANMA” дуҫтарын йыя

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, “Без башкортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 7 декабрҙә "UFTANMA ижадханаһында башҡорт рок-музыканттарының кисәһен уҙғара.

Сара Башҡорт теле көнөнә арналған “Ете аҙым” марафонын башлап ебәрәсәк. Унда яңы һәм күптән популяр булған рок-композицияларҙың акустик версиялары яңғыраясаҡ, йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарыласаҡ.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Ш. Бабичтың билдәле шиғырҙарын рок-аранжировкала тәҡдим итәсәк. Сараның хедлайнерҙары – билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев, “Хаят-Исмаил” төркөмө  һәм башҡалар.

Сара 7 декабрҙә, 19 сәғәттә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 62үсе йорт адресы буйынса "Премьера” кафеһында була.

Фото: Альберт Исмаилдың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас