Башҡорт донъяһы
7 Декабрь 2021, 10:00

“Ете аҙым” марафоны башланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы шиғри флешмоб иғлан итте.

“Ете аҙым” марафоны башланды“Ете аҙым” марафоны башланды
“Ете аҙым” марафоны башланды

Үҙенсәлекле сараның маҡсаты – Аҡмулланың ижадында айырым урын алып торған “Нәсихәттәр”ендәге тәрән фекерҙәрҙең, йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас кеүек ҡиммәттәрҙең асылын халыҡҡа еткереү.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы марафонда ҡоролтай ағзаларын, республиканың район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтарын әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегы ҡуйылырға тейеш.

Үҙенсәлекле сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан юлдаш каналының “Йома” тапшырыуы авторы Морат Лоҡманов башлап ебәрҙе. Ул “Нәсихәттәр” араһында төп урынды алып торған Иман төшөнсәһенә туҡталды. Морат хәҙрәт эстафетаны Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Ғафури, Дәүләкән, Баҡалы, Бәләбәй райондары һәм Өфө ҡалаһы хакимиәттәре башлыҡтарына тапшырҙы.

Сығанаҡ һәм видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас