Башҡорт донъяһы
7 Декабрь 2021, 07:40

“Оран” викторинаһына ҡушылығыҙ!

7-8 декабрҙә Башҡорт теленә көнөнә арнап, “Оран” интернет-викторинаһы уҙғарыла. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

“Оран” викторинаһына ҡушылығыҙ!“Оран” викторинаһына ҡушылығыҙ!
“Оран” викторинаһына ҡушылығыҙ!

“Ғәйнә ырыуы башҡорттарында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙенсәлекле һөйләше һаҡланған. Үҙебеҙҙең бай тарихыбыҙ, мәҙәни мираҫыбыҙ тураһында туған телебеҙҙә һөйләп, ата-бабаларыбыҙға хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Дөйөм мәҙәни кимәлде күтәреп, балаларыбыҙҙа туған телгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләйбеҙ”, - ти сараны ойоштороусылар.

Викторинала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн түбәндәге һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://forms.gle/c1pgnV1EWcbFjZQR8

Викторинаға йомғаҡ 10 декабрҙә яһала. Еңеүселәрҙең исемлеге Пермь крайындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең социаль селтәрҙәге берләшмәһендә ҡуйыласаҡ. Уларҙың барыһына ла дипломдар тапшырыласаҡ.

Фото: addnrb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас