

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына ярашлы, “Аҡбуҙат” журналы 30 йыллыҡ юбилейын Ырыуҙар йыйынында башлап ебәрҙе.
Елдәк ырыуы
Беҙ сәфәргә сыҡҡан тәүге төбәк – ул Борай районының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы. Сарала баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға журнал хаҡында һөйләне. Шәхсән һәр бәләкәс менән танышып, уларҙы рәссам Артур Вәсилов ойошторған оҫталыҡ дәресенә саҡырҙы. Унда балалар Аҡбуҙатты һүрәткә төшөрөргә өйрәнде.
Иң шәп һүрәт журналда баҫылды. Авторы – Риана Ҡәйүмова. Уға рәссам Артур Вәсилов аҡбуҙат һәм уның ҡолонсағын сағылдырған уйынсыҡтар бүләк итте. Әйткәндәй, бына ҡыҙыҡ: “Аҡбуҙат”та тәүге көнөнән эшләгән рәссамдың фамилияһы ла – Ҡәйүмова. Башҡортостанда Майя Леруновна Ҡәйүмованы белмәгән бала юҡтыр! Кем белә, бәлки, Риана ла киләсәктә баҫманың рәссамы булып китер.
Ә иң яҡшы биш һүрәт баҫманың сайтында донъя күрәсәк, тип иғлан ителһә лә, ярыш һуңында “һәр һүрәт сайтта донъя күрер” тип вәғәҙә иттек һәм һәр береһен баҫтырып сығарҙыҡ.
Шулай уҡ Сафия Ғилметдинова, Алмас Шәйҙуллин, Полина Дмитриеваның һүрәттәре уңышлыларҙан тип табылды һәм уларға ла махсус бүләк тапшырылды. Балаларға шулай уҡ баҫманың комикстар йыйынтығы, башҡорт телендә балалар китаптары таратылды.
Балалар араһында шиғыр һөйләүселәр ҙә табылды. Уларҙың видеояҙмалары сайтта, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә урын алды.
Бәләкәстәр саранан ҡыуанып, осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалып таралышты.
Уран ырыуы
Был юлы баҫма вәкилдәре Уран ырыуы башҡорттарының боронғо ауылы – Яңы Уртауылда. Ырыуҙың арҙаҡлы шәхесе Хәлим Әмиров исемен йөрөткән мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларын журнал менән таныштырҙылар. Рәссам Артур Вәсилов оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар Уран ырыуы ағасы – йүкәне һүрәткә төшөрөргә өйрәнде. Иң шәп һүрәт авторы – Рамзан Зарипов. Еңеүсегә шулай уҡ башҡортса шрифтлы планшет бүләк иттек. Лауреаттар тип Карина Мостаева, Диана Хәлимуллина, Полина Волкова иғлан ителде.
Уҡыусыларҙың иң яҡшы һүрәттәре “Аҡбуҙат” журналы бүләктәре менән билдәләнде. Балаларға шәжәрәләр буйынса үтәсәк республика конкурсы шарттары тураһында һөйләнелде, һуңынан улар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” йәнһүрәтен ҡараны һәм төрлө уйындарҙа ҡатнашты.
Ҡошсо ырыуы
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында “Аҡбуҙат” журналы мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Борон замандарҙан был ерҙәрҙә Ҡошсо ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар республикабыҙҙың күп райондарында көн итә: Мәсетле, Балаҡатай, Салауат һәм Силәбе, Свердловск өлкәләрендә лә бар.
Сара китапхана менән танышыуҙан башланды. Беҙҙең менән күрешергә төбәктең Иҫке Мишәр, Яуыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәренән I–IV класс уҡыусылары йыйылғайны. Осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәрҙең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова, биология фәндәре докторы Рафаҡ Ғиниәтуллин, техник фәндәр докторы Юлай Байрамғолов, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – ошо ырыу шәхестәре.
Ҡошсо ырыуының ҡошо – аҡҡош та, ҡарағош та, тиҙәр. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ҡошон – аҡҡошто һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе һүрәт авторы – IV класс уҡыусыһы Арина Йомаҙилова. Лауреат исеменә Гөлназ Зәбихуллина, Эвелина Мөбәрәкшина, Эльмир Йыһаншин, Зарина Таҡыева, Елена Мусина, Илүзә Сабирова лайыҡ булды.
Район мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Балалар Башҡортостан тарихы, шәхестәр буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаевтың яуҙашы – Ишмән Итҡолов. Уның тураһында “Аҡбуҙат” журналының октябрь һанында ошо район шәхесе, С. Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камалдың мәҡәләһе баҫылды. Ана шулай уҡыусыларҙың халҡыбыҙ шәхестәре рухында, миҫалында үҫеүе бик мөһим.
Башҡортостан Башлығы Грантына төшөрөлгән “Урал батыр” йәнһүрәтен дә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Ғәйнә ырыуы
“Аҡбуҙат” журналы Пермь өлкәһенең Ғ. Туҡай исемендәге Барҙы гимназияһында юбилейын үткәрҙе. Ғәйнә ырыуы йыйынында ойошторолған сарала баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға төбәктең шәхестәре Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Ғәйнә ырыуы тарихы хаҡында һөйләне.
Артабан балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән Ғәйнә ырыуының ҡошо – һөҙһөттө һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – Алһыу Көсөкбаеваның һүрәте. Рәсем журналда баҫылды. Шулай уҡ Элина Сабитова, Артур Ишмановтың һүрәттәре иң уңышлыһы тип табылды.
Байрамда балалар төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” йәнһүрәтен ҡараны, уның буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Сарала уҡыусылар, үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр һөйләне, шәжәрәләре менән таныштырҙы. Һүрәттәр, видеолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫылды.
Барҙы гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты башҡорт яҙыусыларының портреттары менән биҙәлгән. Бында башҡорт телен йәкшәмбе мәктәбендә 50-гә яҡын бала өйрәнә. Ғәйнәләр балаларҙы уланнар тип атай. Ул баланың затына бәйле түгел, ҡыҙҙы ла, малайҙы ла шулай атайҙар, йәғни милләт вариҫтары.
Балыҡсы ырыуы
Асҡын районында Балыҡсы ырыуы йыйыны ойошторолдо. Мәртәбәле сарала бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты. Үҙенең 30 йәшен билдәләгән “Аҡбуҙат” балалар журналы ла, Асҡынға килеп, балалар менән аралашты, төрлө уйындар үткәрҙе.
Асҡындың 1-се урта мәктәбендә рәссам Артур Вәсилов оҫталыҡ дәресен ойошторҙо. Аҙаҡ һүрәттәрҙе йыйып, иң матурҙары билдәләнде. “Аҡбуҙат”тың иң ҙур бүләге – башҡорт шрифтлы планшетҡа Асҡындың 2-се урта мәктәбенән IV “Б” класы уҡыусыһы Динә Сафина лайыҡ булды. Шулай уҡ ошо мәктәптән IV класс уҡыусылары Рәсим Вәлиәхмәтов һәм Гүзәл Махатова, Асҡындың 1-се мәктәбенән II класс уҡыусыһы Радим Хажимәрҙәнов лауреат булараҡ бүләкләнде. Асҡындың 2-се мәктәбе һәм “Күк сәскә” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә лә рәхмәт әйтеп, уларға ла матур бүләктәр тапшырылды. Осрашыуҙан бер бала ла бүләкһеҙ ҡайтманы. Һәр береһенә “Аҡбуҙат” журналының “Урал батыр” исемле комикстар йыйынтығы һәм баҫманың төньяҡ-көнбайыш диалектында сыҡҡан махсус һаны тапшырылды.
Меркет-Мең ырыуы
Ауырғазы районының Мораҙым ауылында Бөтә донъя башҡорттары тарафынан ойошторолған Меркет-Мең ырыуының йыйынында “Аҡбуҙат” журналы ла үҙ осрашыуын үткәрҙе. Был мәлдә балалар каникулда ине, шуға күрә уларҙы борсоп торманыҡ.
Шулай ҙа Талбазы лицейынан V класс уҡыусылары Гөлфинә Хөсәйенова, Әлиә Йәғәфәрова, Талбазының 2-се мәктәбенән V класс уҡыусыһы Аделина Хөснөтдинова осрашыуҙың уртаһында булды. Ҙур рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар!
Баҫма хеҙмәткәрҙәре был юлы ата-әсәләр, уҡытыусылар менән осрашты. Улар ҙа бит беҙҙең төп уҡыусыларыбыҙ! Бигерәк тә бөгөнгө интернет заманында, балаға һәр яҡлап төрлө мәғлүмәт ағылғанда, беҙ, ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, кескәйҙәрҙең күңеле һағына баҫырға тейеш!
Баланың күңел бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Телде белеү мөһим! Беҙ туған телгә һөйөү тәрбиәләһәк, ғаризалар менән туған телдә уҡыуҙы нығытып ҡуйһаҡ, тәүге аҙым эшләнде, тигән һүҙ. Икенсенән, баланы үҙ йолаларыбыҙ, тарихыбыҙ миҫалында тәрбиәләү мөһим! Традициялар беҙҙе милли асылыбыҙ менән тығыҙ бәйләй. Өсөнсөнән, бала шәжәрәһен белеп үҫергә тейеш. Нәҫел ағасы туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәрен нығыта. Дүртенсенән, баланың иман, Аллаһ Тәғәләнең барлығы хаҡында мәғлүмәтле булып үҫеүе – шулай уҡ мөһим шарт. Бына ошолар хаҡында һөйләштек беҙ Талбазы башҡорт гимназияһына йыйылған уҡытыусылар, ата-әсәләр, балалар менән.
Быларҙың барыһы хаҡында ла беҙ “Аҡбуҙат” журналында яҙабыҙ. Беҙҙең баҫма – ул Башҡортостандың кескәй кешеһенең милли паспорты. Ҡағыҙ формат аша балаларға иң мөҡәддәс, иң ғәзиз ҡиммәттәр хаҡында мәғлүмәт еткерәбеҙ. Беҙҙең менән бергә булығыҙ! “Аҡбуҙат” йортона ингән һәр ғаиләлә бәрәкәт һәм именлек булыр! Беҙҙең баҫманы уҡығандар бар донъяны яратып үҫер, сөнки был журналды тыуған еребеҙҙе, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы – иң мөһиме, балаларҙы яратып ижад итәбеҙ!
Ҡырғыҙ ырыуы
Илеш районының Ҡарабаш мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналының яуаплы секретары Миңлегөл Тайсина һәм рәссам Майя Ҡәйүмова балалар менән осрашты. Улар кескәйҙәрҙе баҫма менән таныштырҙы, шиғырҙар уҡыны. Майя Ҡәйүмова оҫталыҡ дәресендә балалар менән Ҡырғыҙ ырыуы ҡошо – күгәрсенде һүрәткә төшөрҙө. Иң шәп рәсем авторы – IV класс уҡыусыһы Эмиль Фазылов.
Уҡыусылар Милли кейем көнөнә лә әҙерләнеп килгән. Шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барған осрашыу барыһына ла бик оҡшаны. Балалар “Аҡбуҙат” журналын ныҡ ярата, артабан да бәйләнеште өҙмәҫбеҙ, тине ата-әсәләр. Динар Абдуллин, Азалия Исламова, Алмас Нәбиуллин, Азалия Сабирова, Илдар Сабиров, Дарья Гализдра, Яҙгөл Хафизова, Айҙар Романов, Регина Ризуанова, Таңһылыу Исламованың һүрәттәре лә уңышлыларҙан тип табылды.
Унлар ырыуы
Баҫма хеҙмәткәрҙәре, Ҡариҙел районының Иҫке Аҡбүләк ауылында уҡыусылар менән осрашып, башҡорт тарихы, мәҙәниәте хаҡында һөйләне. Рәссам Артур Вәсилов менән ырыу ағасы – ҡарағошто һүрәткә төшөрҙөләр. Иң шәп һүрәт авторы – Инзирә Исламғолова. Уға ла башҡортса шрифтлы планшет бүләк иттек. Бар һүрәттәр ҙә сайтта баҫылды, ә Инзирәнеке – журналда. Балалар шулай уҡ төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” йәнһүрәтен ҡараны.
Ҡаңны ырыуы
Бүздәк районының Р. Шәрипов исемендәге Сабай мәктәбендә Ҡаңны ырыуы балалары менән осраштыҡ. Рәссам Майя Ҡәйүмова менән бергә балалар торнаны – ырыу ҡошон һүрәткә төшөрҙө. Башҡортса шрифтлы планшетҡа Кирилл Фадеев лайыҡ булды. Шулай уҡ Камилә Насибуллина, Эльнара Ғайсина, Илнара Солтанғолова, Ләйсән Хафизова лауреат тип иғлан ителде. Балаларға төбәк тарихы, башҡорт ырыуҙары тураһында һөйләнек. Улар йәнһүрәт ҡараны, башҡорт балалар әҙәбиәтенең иң матур өлгөләре булған шиғырҙарҙы ятлап ишеттерҙе. Видеояҙмалар баҫманың сайтында баҫылды.
Юрмый ырыуы
Юрмый ырыуы йыйынында Баҡалы районының Мостафа мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналы осрашыу үткәрҙе. Был төбәк – башҡорт әҙәбиәтенә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевты бүләк иткән ер. Ул ғүмеренең ахырынаса башҡорт баҫмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләне, йәшәне.
Балалар журналдың рәссамы Артур Вәсилов менән бергә Юрмый ырыуының ағасы – өйәңкене һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – Сулпан Әғлетдинованың һүрәте. Рәсем журналға тәҡдим ителде. Шулай уҡ Әлим Ғәләмов, Әлмир Әхмәтвәлиев, Эвелина Йосопова, Айназ Әхмәтвәлиевтең һүрәттәре иң уңышлыһы тип табылды.
Байрамда балалар төньяҡ-көнбайыш диалектында “Шумер” йәнһүрәтен ҡараны, уның буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.
Сарала уҡыусылар, үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр һөйләне, шәжәрәләре менән таныштырҙы.
Мостафа мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты башҡорт яҙыусыларының портреттары менән биҙәлгән. Бында туған тел булараҡ башҡорт телен 58 баланың 21-е өйрәнә.
Эске Йылан ырыуы
Дүртөйлө районында Эске Йылан ырыуы йыйыны сиктәрендә “Аҡбуҙат” журналы Йосоп мәктәбендә үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе.
Баҫманың бүлек мөхәррире Зөбәйҙә Исламова балаларға төрлө темаға ҡағылышлы йомаҡтар систе. Балалар ихлас итеп яуап бирҙе, һәр береһе әүҙем ҡатнашып, уларға Гүзәл Ситдиҡованың, Зөбәйҙә Исламованың китаптарын һәм дә “Урал батыр” эпосы комиксын бүләк иттек. Рәссам Майя Ҡәйүмова менән бергә балалар ырыу ағасы ҡайынды һүрәткә төшөрҙө. Төп бүләккә Амелия Нафиҡова лайыҡ булды.
Осрашыуҙа Йосоп ауылы аҡһаҡалы Сафа Әхмәт улы Мостафин уҡыусыларҙы ошо ауыл шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ихласлыҡ бөркөп торған уҡыусылар ҙа, йылы итеп ҡаршы алған уҡытыусылар ҙа һәм, әлбиттә, “Аҡбуҙат” хеҙмәткәрҙәре лә был саранан ҙур кинәнес алып, яңы осрашыуҙар көтөп һаубуллашты.
Танып ырыуы
Танып башҡорт ырыуы йыйыны сиктәрендә Балтас районының Штәнде мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналының 30 йыллыҡ юбилейы билдәләнде.
Журналдың яуаплы секретары Миңлегөл Тайсина журнал менән таныштырҙы. Бүлек мөхәррире Гөлнара Мостафина балалар менән әкиәт донъяһына сәйәхәт итте, уларҙы әкиәт яҙырға өйрәтте. Рәссам Артур Вәсилов, балаларға оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтте. Уҡыусылар Танып ырыуының ағасы ҡарағасты эшләне. Гран-приға IV класс уҡыусыһы Ләйсән Фазлетдинова лайыҡ булды һәм “Аҡбуҙат”тың махсус бүләге – башҡорт шрифтлы планшет менән бүләкләнде.
Тамъян ырыуы
Туймазы районының Татар-Олҡан мәктәбендә балалар менән осраштыҡ, журнал менән таныштырҙыҡ, балаларға ырыу ағасы, туған тел ҡиммәттәре, ойошторолған конкурстар хаҡында һөйләнек. Рәссам Артур Вәсилов балаларға оҫталыҡ дәресендә һүрәт төшөрөү серҙәрен асты. Был районда балалар, Татар-Олҡан ауылы халҡының Тамъян ырыуына ҡарауын иҫәпкә алып, ошо ырыуҙың ағасы – тирәкте һәм ҡошо – ҡарғаны һүрәткә төшөрҙө. Гран-приға IV класс уҡыусыһы Сабина Фахразова лайыҡ булды, уға планшет бүләк ителде.
Татар-Олҡан мәктәбендә бөгөн 115 бала белем ала, уларҙың 62-һе башҡорт телен туған тел, барыһы ла дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Ҡобау ырыуы
Иглин районының Иглин ауылындағы Д. Тикәев исемендәге 4-се мәктәптә “Аҡбуҙат” журналы үҙенең юбилейын үткәрҙе. Сарала балаларҙы баҫма тарихы менән таныштырҙыҡ. Шулай уҡ мәктәпкә исеме бирелгән ғалим Данис Тикәев һәм башҡа ошо төбәк шәхестәре хаҡында һөйләнек.
Артабан балалар журналдың рәссамы Майя Ҡәйүмова менән бергә Ҡобау ырыуының ағасы – ҡайынды һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – Арина Кинйәбаева һүрәте. Байрамда балалар “Урал батыр” йәнһүрәтен ҡараны, уның буйынса һорауҙарға яуап бирҙе, үҙҙәре лә шиғыр ятлап күрһәтте.
Дыуанай ырыуы
Саҡмағош районының Аблай мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналының юбилейына арналған сарала ошо төбәк шәхестәре – йырсы Илфаҡ Смаков, яҙыусылар Вәзих Исхаҡов, Марис Нәзиров хаҡында һөйләнек. Артабан балалар журналдың рәссамы Артур Вәсилов менән бергә Дыуанай ырыуының ҡошо торнаны һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – III класс уҡыусыһы Элина Әсәҙуллина һүрәте. Сарала балаларға “Урал батыр” йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Был мәктәптә бөгөн 70 бала белем ала, бөтәһе лә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Аблай мәктәбенән тыш, осрашыуҙа Үрнәк мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты.
Һүрәт төшөрөү буйынса Айгөл Фазлыева – беренсе, Данир Ғүмәров – икенсе, Алиса Сираева өсөнсө урынға лайыҡ булды. Азалина Садиҡова, Алһыу Сәйетгәрәева, Илнар Ширәев, Карина Кирәева, Гүзәлиә Сәмиғуллина, Зарина Әхмәҙишина лауреат тип иғлан ителде.
Түңгәүер ырыуы
Түңгәүер ырыуы башҡорттары Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында йәшәй. “Аҡбуҙат” журналы ырыу балалары менән Йылайыр районының Ҡашҡар мәктәбендә осрашыу ойошторҙо. Унда Юлдыбай, Йылайыр, Ҡашҡар мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Артабан балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә Түңгәүер ырыуының ҡошо һайыҫҡанды һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – туғыҙ йәшлек Элина Иҫәндәүләтованың һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Раян Иҫәкәев, Әнисә Рафиҡова, Нәғим Нәҙерғолов, Регина Хажиева, Нәркәс Юланова, Артур Иҫәкәев һүрәттәре лауреат исеменә лайыҡ булды. Уҡыусыларға лагерҙа ҡарарға “Урал батыр” йәнһүрәте тәҡдим ителде. Бөгөн Ҡашҡар мәктәбендә 55 бала белем ала, улар башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә..
Гәрәй ырыуы
Борон замандарҙа Ҡалтасы районы ерлегендә Гәрәй ырыуы башҡорттары йәшәгән. “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы Краснохолмскиҙың 2-се мәктәбендә ошо төбәк балалары менән осрашты һәм үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе.
Бөгөн Краснохолмскиҙың 2-се мәктәбендә 315 бала белем ала, II –VIII кластар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Сарала Краснохолмскиҙың 1-се һәм 3-сө мәктәптәре уҡыусылары ла ҡатнашты. Балалар журналдың рәссамы Артур Вәсилов менән бергә Гәрәй ырыуының ҡошо – ҡаҙҙы һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – III класс уҡыусыһы Әмирә Әбүшаһмина һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Индира Арыҫланова, Кәрим Ғәйнуллин, Гүзәл Гәрәева, Әмирә Мөҡсинова, Айназа Миңғәжева, Булат Шәймәрҙәнов, Айгөл Әхмәтханова, Риназ Зиатдинов һүрәттәре лауреат исеменә лайыҡ булды. Сарала балаларға “Урал батыр” йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Танылған йырсы Зөһрә Байбурина – Ҡалтасы районы ҡыҙы, Гәрәй ырыуы башҡорто. Балалар төбәктең билдәле шәхестәрен белеп үҫергә тейеш. Беҙ балаларҙы үҙебеҙҙең алыҫ заттар миҫалында тәрбиәләргә бурыслы.
Ҡаршын ырыуы
Бөгөн Ҡаршын башҡорттары Кушнаренко, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарында йәшәй. Шуны иҫәптә тотоп, “Аҡбуҙат” журналы ырыу балалары менән Кушнаренко районының Шәрип мәктәбендә осрашыу ойошторҙо. Редакция хеҙмәткәрҙәре, балалар менән күрешеп, ырыуҙар тарихы хаҡында, баҫма тураһында мәғлүмәт бирҙе. Журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә башҡорт халыҡ йырҙарында, әкиәттәрҙә йыш телгә алынған ҡошто – һандуғасты һүрәткә төшөрҙөк. Еңеүсе – II “А” класы уҡыусыһы Динә Иванованың һүрәте. Фидаль Насибуллин, Эвелина Абдурәимова, Эвелина Хәкимова, Дарина Закирова, Карина Әбйәлилева, Ксения Орлованың һүрәттәре лауреат исеменә лайыҡ булды.
Уҡыусыларға ҡарарға “Урал батыр” йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Бөгөн Шәрип мәктәбендә 224 бала уҡый, уларҙың 25-е башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә, ә II кластан IX класҡа тиклем дәүләт теле булараҡ өйрәтәләр.
Кушнаренко районы уҙаманы, Ҡаршын ырыуы башҡорто Сәлих Вәлиев – Советтар Союзы Геройы. Балалар төбәктең билдәле шәхестәрен белеп үҫергә тейеш.
Табын ырыуы
Бөгөн Табын ырыуы башҡорттары Учалы, Тәтешле, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән райондарында йәшәй. “Аҡбуҙат” журналы ошо ырыу балалары менән Учалы районының Комсомол мәктәбендә осрашыу ойошторҙо. Балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә Табын ырыуының ағасы ҡарағасты һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе – ете йәшлек Юлиә Әхмәҙиеваның һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Уҡыусыларға мәктәптә ҡарарға “Урал батыр” йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Комсомол урта мәктәбенең икенсе корпусы Туңғатар ауылында урынлашҡан, бында башланғыс кластарҙа 64 бала белем ала, улар башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Учалы ерендә башҡорт халҡының арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары тыуған. Балалар төбәктең билдәле шәхестәрен белеп үҫә.
Көҙәй ырыуы
Нуриман районының Иҫке Күл мәктәбендә “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре Көҙәй ырыуы кескәйҙәре менән осрашты. Борон замандан был ерҙәрҙә Көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәй. Улар республикабыҙҙың күп райондарында көн итә: Иглин, Нуриман, Салауат һәм Силәбе өлкәһендә.
Сара мәктәп менән танышыуҙан башланды. I – IV класс уҡыусылары йыйылған осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәр – яҙыусылар Ярулла Вәлиев, Ғәйнан Хәйри, халыҡ артисы Сәүиә Сираева, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мифтахетдин Шәймөхәмәтовтың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Көҙәй ырыуының ағасы – имән. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ағасын һүрәткә төшөрҙө. Еңеүсе һүрәт авторы – II класс уҡыусыһы Вилена Харисова. Шулай уҡ Эмиль Зәйнуллин, Сафия Ҡолоева, Мансур Нәбиев, Вәрис Вәлиев, Билал Шәһиев, Алһыу Мәмәшева лауреат исеменә лайыҡ булды.
Мәктәптә бөгөн 115 бала белем ала. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәләр.
Мансур Нәбиев, Вилена Харисова, Сафия Ҡолоева, Нәркәс Ғарипова, Мөхәммәт Әлмөхәмәтов, Радим Вәлиев, Артем Шәйҙуллин, Билал Шаһиев шиғыр һөйләне. Эмиль Зәйнуллин шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаев – азатлыҡ символына әүерелгән шәхес. Уның тураһында балалар яҡшы белә.
Башҡорт тарихы йылында ойошторолған йыйындарҙа балаларҙы милли асылда тәрбиәләү төп маҡсат итеп ҡуйылды.
Лариса АБДУЛЛИНА әҙерләне.