

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында уҙған сарала Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә Башҡорт теле көнө һәм атаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу киң билдәләнәсәк. Сараның тап Башҡорт теле көнөнә арналған ун көнлөк осоронда үтеүе оло мәртәбә.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Эльза Ҡасимова бер нисә фекерҙәше менән “Балаларҙың һөйләү телмәре үҫешен тикшереү” альбомын сығарған. Ул үҙенең эсенә диагностика альбомын һәм эш дәфтәрҙәрен ала.
Белорет районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Сулпан Уйылданова менән Белорет ҡалаһындағы 21-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова, шулай уҡ педагогтар Баныу Астанова, Илһөйә Нафиҡова һәм Сания Шәғәлиева “Афарин” тигән китапты нәшер иткән.
Сулпан Мәүләүи ҡыҙы әйтеүенсә, дөрөҫ яуап биргән баланы һәр саҡ маҡтап торғанда ғына уның туған телгә ҡарата һөйөүе арта, шуны күҙ уңында тотоп, китапты ошолай атағандар.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Милли белем биреү буйынса ресурс үҙәге доценты, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Дәүләтшина ғалим Фәнил Күзбәков һәм педагог Сәғиҙә Муллағолова менән бергә нәшер иткән “Регионоведение. Башкортостан” исемле китап тураһында һөйләне, уҡыусы балаға телгә һөйөүҙе тик тыуған төйәккә һөйөү аша ғына биреп булыуына баҫым яһаны.
– Һәр бала үҙенең фекерен төплө итеп белдерә алырға тейеш, – тине Башҡорт иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт етештереүе колледжы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Заһиҙә Рәхмәтуллина. – Беҙ колледж уҡыусыларына шул юҫыҡта белем бирергә ынтылабыҙ.
Заһиҙә Әйүп ҡыҙы педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажин менән “Башҡорт теле” тип аталған китап баҫтырған.
“Сопоставительная грамматика башкирского и русского языков” китабы авторы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Эльвира Рәхимова билдәләүенсә, Башҡортостанда рус һәм башҡорт телдәре дәүләт телдәре статусына эйә. Башҡорт һәм рус телдәре республикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә уҡытыла. Яңы асылған полилингваль мәктәптәргә методик күрһәтмәнең кәрәклеген аңлап, ул ошо китапты яҙған.
Педагогия фәндәре докторы Әлфис Ғаязовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йылдан-йыл ҡулланылыштан фразеологик берәмектәр юғала бара. Әҙип ижад иткән “Аҡ тирәк, күк тирәк” шиғыр китабында нәҡ фразеологик берәмектәр ярҙамында яҙылған шиғырҙар бар.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.