Башҡорт донъяһы
8 Декабрь 2021, 12:25

Беларусь башҡорттарының хәле нисек?

Радий Хәбиров ватандаштарыбыҙ менән осрашты һәм көнүҙәк проблемалар тураһында аралашты. 

Беларусь башҡорттарының хәле нисек?Беларусь башҡорттарының хәле нисек?
Беларусь башҡорттарының хәле нисек?

7 декабрҙә Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының татар-башҡорт диаспораһы менән осрашты. Осрашыуҙы асып, ул халыҡ-ара сәфәрҙәр ваҡытында республиканан сыҡҡан кешеләр менән аралашыу мөһим урын алып тороуын билдәләне. Ике ай элек Ҡаҙағстанға барған саҡта ла ул Башҡортостандан сыҡҡан кешеләр менән осрашҡайны.

– Бөтә ерҙә лә беҙҙе яҡташтарыбыҙҙың ҡаршы алыуы күңелле. Ике сәғәт элек кенә билдәле дәүләт эшмәкәре Урал Латипов менән осраштыҡ, ул Башҡортостан тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Ул йыл һайын үҙенең тыуған Баҡалы районына ҡайта, Беларустең дәүләтселеген үҫтереү өсөн күпте эшләгән. Беҙҙең яҙмыштар күп йәһәттән бәйләнгән, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда 12 мең белорус йәшәй, улар үҙҙәренең телен һәм мәҙәниәтен һаҡлаған. Һеҙҙең дә бында мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауығыҙҙы, уны үҫтереүегеҙҙе күреүе ҡыуаныслы. Беҙҙең бурыс һеҙгә был эштә ярҙам итеү. Башҡортостанда беҙ тел мөхитен булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, тыуған телдәрҙе популярлаштырыу өсөн һанлы инфраструктура булдырабыҙ.

Төбәк етәксеһе республикала башҡорт телен өйрәнеү өсөн бер нисә ҡыҙыҡлы методика уйлап сығарыуҙары тураһында һөйләне. Улар донъяның төрлө мөйөшөндә туған телде һаҡларға, уны балаларға өйрәтергә ярҙам итә. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, республика башҡорт теле әсбаптары менән тәьмин итергә, методик ярҙам күрһәтергә әҙер. Ул шулай уҡ ватандаштарҙы илгә ҡайтарыу буйынса эшләгән федераль программа тураһында ла һөйләне. 2018 йылдан алып уның буйынса Башҡортостанға йөҙәрләгән кеше ҡайтҡан.

– Әгәр һеҙҙең Башҡортостанға ҡайтҡығыҙ килһә, беҙ һеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ. Шулай уҡ тарихи-мәҙәни үҙәктәр селтәрен үҫтереү ҡарарын ҡабул иттек. Былтыр уларҙы Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округында астыҡ. Быйыл Татарстанда тағы берәү асыласаҡ, һуңғараҡ – Һамарҙа. БДБ илдәрендә лә уларҙы булдырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Александр Лукашенко менән осрашыуҙары тураһында һөйләне. Ул ике тапҡыр беҙҙә булған һәм иҡтисади мөмкинлектәребеҙҙе юғары баһалай.

– Быйыл йәй Фольклориадала Беларустан “Лирники” ансамблен күреп ҡыуандыҡ. 2024 йылда балаларҙың Бөтә донъя фольколориадаһы ла беҙҙә үтәсәк. Балалар коллективтарын әҙерләгеҙ һәм килегеҙ, - тине ул.

Шулай уҡ ул Беларустә йәшәгән йәштәрҙе уҡыу өсөн донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенә саҡырҙы, беҙҙә студенттар кампусы төҙөлә башлауын әйтте.

“Шишмә” татар-башҡорт мәҙәни мираҫы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе рәйесе Эльвира Левшевич һөйләүенсә, Башҡортостанда тыуған кешеләр өсөн Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы – ҙур ваҡиға һәм улар ошо датаға арналған саралар әҙерләй.

Ҙур иғтибар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хәтерен мәңгеләштереүгә бүленә.

– Яңыраҡ шуны белеп ҡалдыҡ, Витебск өлкәһенең Полоцк ҡалаһы ситендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәләк булғандар ерләнгән урын бар. Унда, асыҡланыуынса, Башҡортостанда булдырылған 98-се, 170-се, 186-се уҡсылар дивизияһы яугирҙәре ерләнгән. Радий Фәрит улы, һеҙҙән һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә иҫтәлекле билдә йәки таҡта ҡуйыуҙы һорайбыҙ, – тине Эльвира Левшевич.

Шулай уҡ, уның фекеренсә, 1812 йылдағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан башҡорт хәрбиҙәренә – “Төньяҡ амурҙарына” иҫтәлекле билдә ҡуйыу ҙа дөрөҫ булыр ине. Уны Брилев яланында ҡуйырға тәҡдим иттеләр, ошо урында һәләк булған рус хәрбиҙәре иҫтәлегенә мемориал урынлаштырылған.

Радий Хәбиров белдереүенсә, ул был тарихи осраҡтар тураһында белә, мәсьәлә уның хакимиәте контролендә. Белорус властары менән һөйләшеүҙәр үткәргәндән һуң, был хәтер билдәләренең ҡуйылыуы ихтимал.

– Беларустә иҫтәлекле урындар бик күп, унда беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың эҙҙәре бар, ғәмәлдәге мәсеттәр байтаҡ, – тине Эльвира Левшевич. – 1994 йылдан алып Гродно ҡалаһында Республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтә, уларҙа беҙҙең берекмә үҙенең ихатаһын күрһәтә, милли аш-һыуҙарын тәҡдим итә. Һабантуй элементтары файҙаланыла. Тик башҡорт мәҙәниәтен тулы кимәлдә күрһәтеү өсөн беҙгә башҡорт тирмәһе етмәй. Уны алып булһа, бик яҡшы булы ине.

Радий Хәбиров уларға эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм тирмә, милли кейемдәр алыуҙа ярҙам итергә тырышасаҡтарын белдерҙе.

Шулай уҡ “Шишмә” берекмәһе ағзалары ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирһен өсөн профессиональ музыканттарҙы командировкаға ебәреп тороуҙы һораны.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Ҡаҙағстандағы осрашыуҙан һуң да ошоноң ише һорауҙар булған. Бындай оҫталыҡ дәрестәренең кәрәклеген өйрәнгәндән һуң, республика үҙенең артистарын ебәрергә әҙер буласаҡ, тине.

– Был эш даими нигеҙҙә кәрәк, ә бер тапҡыр ғына үткәрелгән акция булмаһын, – тине республика етәксеһе.

Беларустә йәшәгән ватандаштарыбыҙ өсөн туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе лә көнүҙәк. Улар Башҡортостан Башлығынан башҡорт телен өйрәнеү өсөн заманса методик һәм техник мөмкинлектәр биреүҙе һораны. Радий Фәрит улы Мәғариф һәм фән министрлығына был проблеманы өйрәнергә ҡушасаҡ һәм тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Эльвира Левшевичҡа Башҡортостандың Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ берекмәнең ҡайһы бер ағзалары Башлыҡтың Рәхмәт хатын алды. Осрашыуҙа ҡатнашҡандар “Ләйсән” фольклор ансамбле булдырған “Тыуған яҡ” клибын ҡараны, аҙаҡ коллектив ағзалары ҙур булмаған концерт күрһәтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас