

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, «Без башҡортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 7 декабрҙә «UFTANMA» ижадханаһында башҡорт рок-музыканттарының кисәһен уҙғарҙы.
«UFTANMA» проектының авторы, билдәле актер Шәһитулла Хамматов әйтеүенсә, был - улар ойошторған дүртенсе сара. “Бығаса сәхнәгә йәш шағирҙар, төрлө ижади йүнәлеш кешеләре сыҡһа, башҡорт рок йырсылары тәүгә сығыш яһаны”, – тине ул.
Сараның төп үҙенсәлеге шунда: был «UFTANMA» проекты ҡунаҡтары рәтендә «Без башҡортлар» хәрәкәте ағзалары булды һәм башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында сығыш яһаны.
«Без башҡортлар» хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил музыкант булараҡ та үҫешкән, төрлө ансамблдәрҙә ҡатнашҡан, үҙ йүнәлеше һәм стиле булған ижади шәхес булараҡ танылыу яулаған. Ул һәр саҡ тарих һәм мәҙәниәт менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһыныуын, күп сығанаҡтарҙы өйрәнеүен билдәләй. Тап ошо шөғөлө арҡаһында ул шәжәрә төҙөү мәсьәләһенә килеп еткән һәм, үҙенең тамырҙарын асыҡлай башлағас, атаһы һәм әсәһе яғынан ата-бабаларының аҫаба башҡорттар булыуын асыҡлаған. Белдереүенсә, атаһы яғынан туғандары тамъян ырыуы вәкилдәре булһа, әсәһе яғынан – ҡырғыҙҙар.
Әлеге көндә Альберт Исмаил –төньяҡ-көнбайышта йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштереп торған рухлы шәхес. Уның ҡатнашлығындағы «Хаят-Исмаил» төркөмө сығышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе, ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Юлдаш Йосопов фекеренсә, был сара – башҡорт рок хәрәкәте традицияларын дауам итеүҙең бер аҙымы.
– Башҡорт рок йолалары бик бай, күп яҡлы, был йүнәлеште үҙ иткән йырсыларыбыҙ бихисап. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә үткән легендар “Дәрүишхан” төркөмө концертын ғына алайыҡ. Ә бөгөнгө сара ошо йолаларға бөтөнләй икенсе һулыш өҫтәне, сөнки йырҙар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яңғыраны. Был - беҙ күнеккән төшөнсәләргә диалекттар призмаһы аша яңы ҡараш. Бығаса “Хаят-Исмаил” төркөмө, Филүс Беркет һәм Милли йәштәр театры артистары Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы төп нөсхәһендә – иҫке башҡорт телендә башҡарып тамашасы күңелен яуланы. Бөгөнгө сара- ошо башланғыстың дауамы, яңы мөмкинлектәрҙе асыу, - тине Юлдаш Йосопов.
Сара Башҡорт теле көнөнә арналған «Ете аҙым» марафонын башлап ебәрҙе. Унда яңы һәм күптән популяр булған рок-композицияларҙың акустик фараздары яңғыраны, әйтеүебеҙсә, йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарылды. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Ш. Бабичтың билдәле шиғырҙарын рок-аранжировкала тәҡдим итте.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.