Башҡорт донъяһы
10 Декабрь 2021, 08:00

Аҡмулла диктантында әүҙем ҡатнашайыҡ!

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт теленә, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенә битараф булмаған барлыҡ телһөйәр һәм илһөйәрҙәрҙе “Аҡмулла диктанты” халыҡ-ара мәғрифәти акцияһында әүҙем ҡатнашырға саҡыра. 

Аҡмулла диктантында әүҙем ҡатнашайыҡ!Аҡмулла диктантында әүҙем ҡатнашайыҡ!
Аҡмулла диктантында әүҙем ҡатнашайыҡ!

Быйыл ул М. Аҡмулланың тыуыуына – 190, “Аҡмулла” журналына – 110 йыл тулыуға һәм Башҡортостанда билдәләнгән Башҡорт тарихы йылына арнап үткәрелә. Сараның маҡсаты – республикабыҙҙа һәм Рәсәй төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын киңерәк танытыу, туған телде, әҙәбиәтте, фольклорҙы, мәҙәниәтте һәм Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү.

Аҡмулла диктантында онлайн-алымда 10-12 декабрь арауығында https://bashdict.ru сайтында ҡатнашырға мөмкин. Диктант тексына 30 тест һорауы ингән, үтәү өсөн бер сәғәт ваҡыт бирелә. Диктант һорауҙары Мифтахетдин Аҡмулланың тормошона һәм ижадына, шулай уҡ уның замандаштарына, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, Башҡортостан тарихына ҡағылышлы итеп төҙөлгән.

Ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ.

Белешмә: “Аҡмулла диктанты” халыҡ-ара мәғрифәти акцияһы тәүге тапҡыр 2020 йылдың декабрендә уҙғарылды. Унда АҠШ, Төркиә, Украина, Корея, Мексика, Италия, Азербайжан, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙән 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәй төбәктәре лә, айырыуса Брянск, Владимир, Волгоград, Вологда, Иваново, Калининград, Ырымбур, Силәбе, Мәскәү һәм башҡа өлкәләр, Саха (Яҡут), Тыва, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар республикалары әүҙемлек күрһәтте.

Фото: kinzyabaevaztmfiramaratovna.jimdofree.com 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас