Башҡорт донъяһы
10 Декабрь 2021, 08:25

“Афарин” китабы өсөн афарин!

Башҡорт теле көнө уңайынан иғлан ителгән ун көнлөктә республикабыҙҙа бихисап саралар ойошторола. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында башҡорт теле буйынса дәреслектәр, уҡыу-методик йыйылмалары һәм уҡыу әсбаптарының исем туйы үтеүе – шуға асыҡ миҫал.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә, Башҡорт теле көнө һәм атаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу киң билдәләнәсәк. Сараның тап башҡорт теленең ун көнлөгө осоронда үтеүе – оло мәртәбә.

Мифтахетдин Аҡмулла исемен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Эльза Ҡаси­мова бер нисә фекерҙәше менән “Балаларҙың һөйләү телмәре үҫешен тикшереү” альбомын сығар­ған. Ул үҙенең эсенә диагностика альбомын һәм эш дәфтәрҙәрен ала.

Белорет районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Сулпан Уйылданова менән Белорет ҡалаһы 21-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсибәр Шәкирова, шулай уҡ педагогтар Баныу Астанова, Илһөйә Нафиҡова һәм Сания Шәғәлиева “Афарин” тигән китапты нәшер иткән. Сулпан Мәүләүи ҡыҙы һөйләүенсә, дөрөҫ яуап биргән баланы һәр саҡ дәртләндереп торғанда ғына уның туған телгә ҡарата һөйөүе арта, шуны күҙ уңында тотоп, китапты маҡтау һүҙенә яҡынайтып атағандар.

“Афарин” уҡыу дәреслеген һәм эш дәфтәрҙәрен үҙенең эсенә алған. Уҡытыусы модулле уҡытыу алымына таянып дәрестәр үткәрә. Ул бер йыллыҡ уҡыу програм­маһына ярашлы төҙөлгән. 35 сәғәтлек дәрестәр ете модулде тәшкил итә. Һәр модуль иһә айырым темаға бағышланған. Иң мөһиме, был китапты ике төрлө юл – әле беҙ ғәҙәтләнгән буйынса ла, шулай уҡ QR код ярҙамында ла уҡырға мөмкин.

– Китапты әҙерләгәндә иң ябай темаларҙы һайларға ҡарар иттек, – тине Сулпан Уйылданова. – Ҡыҙ һәм малайҙар көндәлек тормошта нимәләр менән йыш осраша, уларҙы ҡайһы әйберҙәр уратып алған – шуларҙы ғына исемлеккә индерҙек. Бынан тыш, йырҙар ҙа урын алды.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты Милли белем биреү буйынса Ресурс үҙәге доценты, педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Дәүләтшина ғалим Фәнил Күзбәков һәм педагог Сәғиҙә Муллағолова менән бергә нәшер иткән “Регионоведение. Башкортостан” исемле китап тураһында һөйләне, уҡыусы балаға һөйөүҙе тыуған төйәге аша ғына биреп булыуына баҫым яһаны.

– Һәр бала үҙенең фекерен төплө итеп белдерә алырға тейеш, – тип һөйләй Башҡорт иретеп йәбештереү, монтажлау һәм сәнәғәт етештереүе колледжы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Заһиҙә Рәхмәтуллина. – Беҙ колледж уҡыусыларына шул юҫыҡта белем бирергә ынтылабыҙ. Заһиҙә Әйүп ҡыҙы педагогия фәндәре кандидаты Вәкил Хажин менән “Башҡорт теле” тип аталған китап баҫтырған.

“Сопоставительная грамматика башкирского и русского языков” китабы авторы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Эльвира Рәхимова билдәләүенсә, Башҡортостанда рус һәм башҡорт телдәре дәүләт телдәре статусына эйә. Башҡорт һәм рус телдәре рес­публикабыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә уҡытыла. Яңы асылған полилингваль мәктәптәргә методик күрһәтмәнең кәрәклеген аңлап, ошо китапты яҙған.

Педагогия фәндәре докторы, күренекле әҙип Әлфис Ғаязовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, балалар яҙыусыларының әҙәйеүе иғтибарҙы йәлеп итә, ижадсы Сафуан Әлибай кимәлендә ҡәләм тибрәтеүселәр юҡ тиерлек. Йылдан-йыл телмәр­ҙәр­ҙә лә, яҙма әҫәрҙәрҙә лә фразеологик берәмектәрҙең юғала барыуы күңелде өйкәй. “Йүкә сөй ҡатыу”, “шына ҡатыу” тип һөйләгән кешене осратырмын тимә. Әҙип ижад иткән “Аҡ тирәк, күк тирәк” шиғыр китабында нәҡ фразеологик берәмектәр ярҙамында шиғырҙар бар. Әлфис Суфиян улы сығышын битлек тураһындағы шиғыры менән тамамланы.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин ябай итеп, ҡыҙ һәм малайҙарға аңлайышлы телдә китап сығарғандары өсөн барыһына ла оло рәхмәтен еткерҙе, туған телебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индереүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас