

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир, драматург, ғалим, Башҡорт Совет автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Хәбибулла Ғәбитовтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһында иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Тантанала БДУ доценты, билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, фән кандидаттары Әхәт Сәлихов, Рәшит Аҡкөбәков, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының “Шәрҡиәт” фәнни-мәҙәни журналы мөхәррире Римма Аҡманова, БДУ-ның Сибай институты директоры урынбаҫары Йәлил Һөйөндөков, ошо уҡыу йорто доценты, ғалим Фуат Сөләймәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Батырша Күсәрбаев, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Башҡортостан Милли музейының бүлек мөдире Юнир Минишев, Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов, Темәстәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айҙар Мәжитов, Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илшат Моратов, мәғариф ветераны, ветерандар советы рәйесе Йәмних Ҡашҡаров, ауыл халҡы ҡатнашты.
Әбделкәримдәр арҙаҡлы яҡташының исемен ҡәҙерләп һаҡлай, уны киләһе быуындарға еткереү маҡсатында ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, 1996 йылда шағирҙың 110 йыллыҡ юбилейы республика кимәлендә билдәләнде. Ауылдың үҙәк урамына уның исеме бирелгән, мәктәптә музей асылған. Быйыл июнь айында иһә Ғәбитовтарҙың ишле ырыуы Шәжәрә байрамын Хәбибулла Ғәбитов иҫтәлегенә арнап ойошторҙо. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында үткән Түңгәүер йыйынында ла, район һабантуйында Әбделкәрим ауыл биләмәһе тирмәһен ҡорғанда ла төп тема булып Хәбибулла Ғәбитовтың тормош һәм ижад юлы торҙо.
Хәбибулла Ғәбитов – иң ярлы ҡатламдан күтәрелгән әҙип, йәмәғәт эшмәкәре. 1886 йылдың 1 майында Әбделкәримдә хеҙмәтсе ғаиләһендә тыуған. Өс йәштә етем ҡалып, Юлыҡта алтын сәнәғәтсеһе Рәмиевтәр ғаиләһендә аҫрау бала булып үҫә, шунда башланғыс белем ала. 10-12 йәштәрҙән Таналыҡ станицаһы имам-хатибы Аҡмалетдин Ғәбитов ғаиләһендә тәрбиәләнә. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Верхотур, Иркутск мәҙрәсәләрендә белем бирә. Шура составына һайлана, “Башҡорт” гәзитен мөхәррирләй, “Тулҡын” берекмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. 1918 йылда Ырымбурҙа Ш. Бабичтың “Зәңгәр йырҙар”, Х. Ғәбитовтың “Башҡорт моңдары” йыйынтыҡтары тәүләп башҡортса нәшер ителә. Шул йылда Хәбибулла Ғәбитов Мәскәүҙә Үҙәк мосолмандар комиссариатында башҡорт бүлегенә етәкселек итә. Башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, Беренсе Башҡорт хөкүмәте ағзаһы була. 1920 йылдан “Яңы әлиф” комитетында эшләй, “Башҡорт аймағы”, “Яңылыҡ”, “Белем” журналдарын ойоштора. “Әлифба”, башҡорт теле дәреслектәрен сығарыуҙа ҡатнаша. Тиҫтәләгән шиғыр йыйынтығы баҫтыра, балалар әҙәбиәтендә көсөн һынай, “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” музыкаль драмаһы Башҡорт дәүләт театры сәхнәһендә киң популярлыҡ яулай. Әҙип башҡорт фольклорын туплап баҫтырыуға тос өлөш индерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхес культы осоро бик күп арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең, шул иҫәптән Хәбибулла Ғәбитовтың исемен бик оҙаҡҡа онотолоуға дусар итә. Ул милләтселектә ғәйепләнеп, 1935 йылда Магаданға һөргөнгә ебәрелә, 1939 йылда вафат була. 1964 йылда исеме аҡлана.
Халыҡ хәтере мәңгелек. Хәбибулла Ғәбитовтың исеме лә халҡына дан булып кире әйләнеп ҡайтты. Үҙҙәренең сығыштарында ла тантанала ҡатнашыусылар арҙаҡлы шәхесебеҙҙең республикабыҙ үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы, баймаҡтарға арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарын күтәрмәләүе, тарихыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Таҡтаташты асыу хоҡуғы Нурислам Ҡалмантаев, Илгиз Байымов һәм Әбделкәрим ауыл биләмәһе башлығы Илшат Моратовҡа бирелде.
Һуңынан ҡунаҡтар Әбделкәрим мәктәбендә булды, уҡыусыларҙың сығыштарын ҡараны. Мәктәп музейы, Ғәбитовтар шәжәрәһе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Артабан БДУ-ның Сибай институтында “Хәбибулла Ғәбитов — шағир, тел белгесе, ғалим-фольклорсы, драматург, Башҡортостанда тәүге балалар яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте, резолюция ҡабул ителде.
Азамат Мөхәмәтшин.