Башҡорт донъяһы
10 Декабрь 2021, 14:00

“Ете аҙым” етеҙ атлай

Иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Түбәнге һылтанмалар буйынса инеп, “Ете аҙым” марафонына бағышланған видеояҙмаларҙы ҡарай алаһығыҙ.

“Ете аҙым” етеҙ атлай“Ете аҙым” етеҙ атлай
“Ете аҙым” етеҙ атлай

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешкә - “Ете аҙым” концепцияһына берләштерелде, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыла. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо айҡанлы «Ете аҙым» марафоны тигән тағы бер үҙенсәлекле сара иғлан итте.
Марафонға старт 7 декабрҙә бирелде. “Ете аҙым” марафоны шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм республиканың район хакимиәте башлыҡтары, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул менән (шиғыр, фекер, цитата, йыр һәм башҡалар) сағылдырырға, видеояҙмаға #башҡорттелекөнө2021марафон хештегын ҡуйырға һәм социаль селтәргә ҡуйырға тейеш.

Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана. Быға тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмөндә түбәндәге төшөнсәләрҙе асыҡлаған видеяҙмалар донъя күрҙе:

 7 декабрҙә – «Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр теле» тематик йүнәлештәре буйынса халҡыбыҙҙың бидәле шәхестәре сығыш яһаны, уларға, шарттарға ярашлы, республиканың район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡушылды. Иртәгә, 11 декабрҙә, «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә - «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә «Башҡорт теле – ихлас тел» төшөнсәләре яҡтыртыласаҡ.

Иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр, ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә "Нәсихәттәр"ҙең үҙенсәлеген билдәләгән, асылын яҡтыртҡан видеояҙмаларҙы ҡуя баралар, рухи саранан ситтә ҡалмаған республика район етәкселәренең дә үҙенсәлекле видеояҙмалары йыйынтыҡтары бар.

Түбәнге һылтанмалар буйынса инеп, “Ете аҙым” марафонына бағышланған видеояҙмаларҙы ҡарай алаһығыҙ.

https://vk.com/arslansagaretdinov?w=wall653203135_275 – Ауырғазы районы

https://vk.com/id237249925?w=wall237249925_7879 – Әбйәлил районы

https://vk.com/wall411259512_3855 - Бәләбәй районы

https://www.instagram.com/grekov_ufa/tv/CXLgL8SgjFG/?utm_medium=share_sheet – Өфө

https://vk.com/wall645134136_5161?z=video645134136_456239104%2Fd1bf00f8f44277da12%2Fpl_post_645134136_5161 – Иглин районы

https://vk.com/video33438747_456239034?api_access_key=e92e9d39f120055c93 – Нуриман районы

https://vk.com/wall503199399_3621 - Әлшәй районы

https://vk.com/wall639823965_537 - Архангел районы

https://vk.com/yusupovrif?w=wall532529901_3632 – Дүртөйлө районы

https://www.facebook.com/100030812192769/videos/234029422196455/ - Илеш районы

https://vk.com/wall584931685_167?z=video584931685_456239018%2F2a3323cf0232a40766%2Fpl_post_584931685_167 – Ишембай районы

https://vk.com/neftcity_adm?w=wall-161936257_23550 – Нефтекама

Видео: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас