Башҡорт донъяһы
10 Декабрь 2021, 08:24

Һәр уҡытыусы – табыш

“Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Республикабыҙҙа туған телгә бәйле төрлө саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә туплау буйынса “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” II республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында уҙғарылды. Сара Башҡорт теле көнө сиктәрендә үтте. Маҡсаты – дәүләт һәм туған телдәрҙә уҡытыу буйынса иң яҡшы белем биреү өлгөләренә иғтибарҙы арттырыу.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева конкурсанттарҙы министр Айбулат Хажин исеменән ҡотланы, уҡытыусыларға эштәрендә уңыштар теләне.

– Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы ойошторолдо, – тине Әлфиә Зәкир ҡыҙы. – Киләһе йылда халыҡ-ара туған тел көнө алдынан туған тел уҡытыусыларының форумын үткәрергә йыйынабыҙ. Был­тырғы форумдан һуң башҡорт телен уҡытыу методикаһын камиллаштырыу маҡсатында педагогик оҫталыҡ мәктәбе конкурсы уҙға­рылды. Конкурс иң алдынғы, иң тә­жрибәле туған тел уҡытыу­сы­ларын, балалар баҡсалары тәрбиә­селәрен асыҡларға ярҙам итте. Башҡорт теле көнө менән барығыҙҙы ла ҡотлайым, һәр саҡ телебеҙ һағында тороусы ныҡлы ҡалҡан булып ҡалығыҙ.

Әлфиә Ғәлиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, туған телде популяр­лаштырыуға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитеты, Башҡортостан баш­ҡорт, рус (туған) һәм бүтән туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡы­тыусыларының ассоциацияһы, шулай уҡ туған телдәр уҡытыусы­ларының тәжрибәһен таратыуҙа “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының да өлөшө ҙур.

Милли мәғариф тармағындағы эштәрҙе бергәләшеп башҡарғаны өсөн ул педагогтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

– Мәртәбәле конкурстың рес­пуб­ликабыҙҙа икенсе тапҡыр уҙға­рылыуы күпте һөйләй, – тине Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фән­дәре докторы Азат Йәнгиров. – Ул ябай бәйге түгел, ә ысын мәғә­нәһендә аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу яланына әйләнде. Уҡытыусылар онлайн форматта дәрестәр үткәрҙе, унда тотош Башҡортостандан 200-ҙән ашыу педагог оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Салауат Кәримов, Башҡортостан башҡорт, рус (туған) һәм бүтән туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусыларының ассоциацияһы рәйесе Рифат Әйүпов, Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фонды директоры урынбаҫары Тәнзилә Ғәзизова, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин изге теләктәрен еткерҙе, һәр конкурсанттың табыш булыуын, һәр уҡытыусының көслө сығыш яһауын билдәләне.

Алты номинация буйынса эштәр тәҡдим ителде, үҙ сиратында, еңеүселәр билдәләнде. “Мәктәп­кәсә йәштәге балаларҙы туған телдә уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибә” номинацияһында Сибай ҡалаһы “Аҡһылыу” балалар баҡса­һының уҡытыусы-логопедтары Зөл­фиә Ҡәйепҡолова менән Розалия Илбулова алдынғылыҡты бирмәне, ә “Мәктәптә туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методика һәм педагогик тәжрибә” номинацияһы еңеүсеһе – Учалы районы Сәфәр ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина. Шулай уҡ Туймазы педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова (“Профессиональ белем биреү ойошмаларында туған телде уҡытыуҙа иң яҡшы методик һәм педагогик тәжрибә” номинацияһы), Республика инвалид балаларға дистанцияла белем биреү үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Сирбаева (“Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт телдәрен өйрә­неүҙә иң яҡшы методик һәм педагогик тәжрибә” номинацияһы), Кү­гәрсен районы Тәүәкән ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәли­хова (“Туған телдәрҙә үткәрелгән дәрестән тыш саралар буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә” номинацияһы) һәм Нефтекама ҡалаһы 12-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Солтанова (“Туған телде уҡытыуҙа һанлы белем биреү ресурсын ҡулланыу буйынса иң яҡшы педагогик тәжрибә” номинацияһы) һынатманы.

Илдар АҠЪЮЛОВ

Читайте нас