

Ғафури районында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалған беренсе профессор, төркиәтсе, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған фəн эшмəкəре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 110 йыллығы киң билдәләнде.
Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда "Асанай" халыҡ фольклор коллективы ағзалары ҡунаҡтарҙы дәртле йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Сарала арҙаҡлы академик, профессор Ғиниәт Ҡунафин, фән докторы Юлай Псәнчин, Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов, БДПУ доценты Зөләйха Хәбибуллина, Табын ырыуы башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, урындағы башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.
Мәҙәниәт йорто фойеһына Башҡортостан Милли архивы документтары һәм фотоларынан Жәлил Кейекбаевҡа арналған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолғайны. Уны ҡарағас, ҡунаҡтар артабан ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғаға юл тотто. Шәхестең бындағы музейының тирә-яғы күркәмләнгән, заманса төҫ алған. Халыҡ әле уның ихатаһы түрендә үткән иҫтәлекле ваҡиғаға - бюст асыуҙа ҡатнашты. Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов был уңайҙан барыһын да тәбрикләп, әлеге сараның әһәмиәтен билдәләне. Унан дүрт йылға бер тапҡыр бирелә торған Жәлил Кейекбаев исемендәге премияның сираттағы лауреаттарын бүләкләне. Улар — рәссам, йәмәғәтсе Илдар Шәйәхмәтов һәм Ж. Кейекбаев музейы директоры Римма Ишмырҙина.
Район Советы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та тәбрикләү һүҙҙәренән һуң күркәм ғәмәлде атҡарҙы – райондың мәҙәни-рухи тормошона ҙур өлөш индергәне өсөн Ниязбай Сәлимовҡа "Ғафури районының Почетлы гражданы" тигән мәртәбәле исем бирелде.
Ауылдаштар исеменән Миңниә Вәлиева олуғ ғалимдың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында башҡарылған эштәр өсөн ҙур рәхмәт әйтте, шиғыр уҡыны. Ҡунаҡтар араһынан Ғафуриҙан сыҡҡан күренекле милләттәштәребеҙ — филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, тележурналист Шәүрә Ғилманова һүҙ алып, Жәлил Кейекбаев тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә "Данлы юлдар үткән уҙамандар" тип аталған "түңәрәк өҫтәл" уҙҙы. Был сара Ж. Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле көнө уңайынан иғлан ителгән "Ете аҙым" марафонына ярашлы ойошторолдо. Унда Ғиниәт Ҡунафин, Ниязбай Сәлимов, Зөләйха Хәбибуллина, Юлай Псәнчин, Ғәлинур Ҡалмырҙин Жәлил Ғиниәт улының тормошо, ижады хаҡында бай мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов Дәүләт Думаһының милләт-ара мөнәсәбәттәр комитеты етәксеһе Г.Ю. Семенихиндың ошо сара уңайынан тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.
Байрамда район мәктәптәре уҡыусылары араһында 2008 йылдан уҙғарылып килгән "Кейекбаев уҡыуҙары" ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашып уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларҙы ла тантаналы рәүештә ҡотланылар. Еңеүсе, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Лилиә Саттарова "түңәрәк өҫтәл"дә ғилми эше менән сығыш яһаны.
Фекер алышыу барышында бөйөк ғалимдың ижадын пропагандалау, исемен мәңгеләштереү, башҡорт телен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әйтелде, киләсәккә аныҡ пландар билдәләнде. Ғалимдың юбилейы, гүйә, туған тел байрамы булды. Сығыштарҙы бигерәк тә балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Юбилей саралары район мәҙәниәт һарайында сағыу сығыштар — Ҡадир Ишбулдиндың "Ҡаранай" йыры, Замир Тайсиндың "Маршрут" бейеүе, ир-егеттәрҙең "Салауат батыр" йыры менән күтәренке рухта тамамланды.
Текст һәм фотолар "Табын" гәзитенән.