Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 16:40

Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалынды

...Юлдан арыған Аҡмулла ял итеү өсөн шишмә эргәһенә ултыра, янына ихлас тыңлаусылар - балалар йыйыла...

Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалындыАҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалынды
Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалынды

Бөгөн Башҡорт теле көнө айҡанлы республика етәксеһе Радий Хәбиров арҙаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. Быйыл шәхестең тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Килсенбаев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

14 декабрь Башҡорт теле көнө тип 2019 йылда Башҡортостан Башлығы указы менән раҫланды, ул Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнала. Олуғ шәхестең республикабыҙҙа мәғрифәтселекте, милли әҙәбиәтте үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылда уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверға ҡуйылды. Композицияның төп идеяһы – шағирҙың балалар менән аралашыуы. Аҡмулла оҙайлы сәфәрҙән һуң бер ауылға килә лә шишмә янына юллана, унда ял итергә һәм һыуһынын ҡандырырға була. Шишмә янына ултыра, эргәһенә ихлас тыңлаусылар – балалар килә. Был мәлде сағылдырыу өсөн һәйкәл янына тирәк ултыртылған һәм шишмә эшләнгән.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас