Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 17:00

"Ашҡаҙар" махсус стипендия булдырҙы

Гәзиттең баш мөхәррире, депутат Рәмил Мансуров был йәһәттән нимә тип белдерҙе?

"Ашҡаҙар" махсус стипендия булдырҙы"Ашҡаҙар" махсус стипендия булдырҙы
"Ашҡаҙар" махсус стипендия булдырҙы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән “Ашҡаҙар” гәзите Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия һәм 3-сө Башҡорт лицей-интернаты менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Шулай уҡ улар башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән дә берҙәм эш алып бара.

Гәзит биттәрендә йыш ҡына әлеге белем усаҡтарының тырыш уҡыусылары һәм уҡытыусылары хаҡында мәҡәләләр донъя күрә, уҡытыусылар үҙҙәре лә автор булараҡ сығыш яһай, гәзитте яратып алдыра. Махсус стипендия булдырыу ҙа – ошо хеҙмәттәшлектең бер өлөшө.

– Был белем усаҡтарында һәләтле балалар белем ала, улар башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, уҡыуҙары, фәнни эштәре һәм ижадтары менән уны үҫтереүгә лә өлөш индерә. Бындай тырышлыҡты стипендия менән билдәләргә ҡарар иттек, – тине “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Советы депутаты, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рәмил Мансуров 3-сө гимназия ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә. Был сара ҡала мөхитендә башҡорт телен үҫтереү проблемаларына арналды.

Рәмил Ғәбдрәшит улы башҡорт телен үҫтереүгә өлөш индергән йәштәргә махсус стипендияны йыл һайын май аҙағында уҡыу йылы барышындағы һөҙөмтәләр буйынса тапшырасаҡтары хаҡында әйтте. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыларына – “Ашҡаҙар” гәзите стипендияһы, 3-сө Башҡорт лицей-интернаты өсөн депутат булараҡ аҡсалата премия булдырыла.

Фото һәм сығанаҡ: “Ашҡаҙар” гәзите.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас