Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 12:30

Белеме барҙың – ҡәҙере бар

Башҡорт теле көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне.

Белеме барҙың – ҡәҙере барБелеме барҙың – ҡәҙере бар
Белеме барҙың – ҡәҙере бар

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аҡмулла стипендиаттарына дипломдар тапшырылды. Университет ректоры, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе Салауат Сәғитов барыһын да башҡорт теле көнө менән ҡотланы, уңыштар теләне.

– Мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау – беҙҙең бай төбәктең мөһим бурыстарының береһе, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Башҡорт теле – атай-олатайҙарыбыҙҙың теле, быуындарҙы быуындарға тоташтыра, быуаттар арауығын бәйләгән күҙгә күренмәҫ нескә еп. Туған телгә, тарихҡа хөрмәт лайыҡлы киләсәк тәрбиәләүгә нигеҙ ташы булып хеҙмәт итә.

Башҡорт теле көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы ла билдәләйбеҙ. Тап Аҡмулла университетында иң-иңдәргә Аҡмулла стипендияһын тапшырыу ҙур ҡыуаныс та, оло мәртәбә лә. Мифтахетдин Аҡмулла - башҡорт халҡының данлы улы, уның исеме төрки халыҡтарында ла киң билдәле.

Аҡмулла стипендияһын студенттар Лилиә Шәйҙуллина (Кушнаренко күп профилле профессиональ колледжы), Оксана Кислицына (Благовещен күп профилле профессиональ колледжы), Лидия Конышева (Нефтекама нефть колледжы), Ғәлиә Муллабаева (Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы), Айсыуаҡ Фәйзуллин (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы), Юлиана Тулыбаева (Белорет педагогия колледжы), Сабрина Бәхтейәрова (Өфө сәнғәт училищеһы), Гөлдәниә Миңлеғолова (Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы), Фәнзилә Сибәғәтуллина (Башҡорт дәүләт университеты), Наҙгөл Хәбибуллина, Гүзәлиә Йәғәфәрова һәм Миләүшә Шәрәфетдинова (өсөһө лә - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) алды.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас