Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 15:18

Данлы уҡыу йорттарының береһе

Педагогтар киләсәккә ҙур маҡсаттар билдәләй.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡорт теле көнө йыл да 14 декабрҙә башҡорт мәғрифәтсеһе һәм йәмәғәт эшмәкәре Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә киң билдәләнә. Шуныһы шатлыҡлы: Башҡорт теле көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә рәсмиләштерелде.

 

Колледжда башҡорт теле кабинеты асылды

 

Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, педагогия фәндәре кандидаты Сынтимер Баязитов ошо көндәрҙә иҫ киткес шәп яңылығы менән уртаҡлашты:

– Башҡорт теле көнөнә тура килтереп, уҡыу йортонда башҡорт теле кабинетының асылыуы – педагогтар өсөн дә, студенттар өсөн дә берҙәй ҡыуаныс, – тип һөйөнсөләне Сынтимер Биктимер улы. – Ул – ябай ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә заман талаптарына яуап биргән уҡыу бүлмәһе. Уның ишеген асып инеү менән һәр кем үҙен мөғжизәләр иленә килеп ингәндәй хис итә. Ысынында ғәҙәти бүлмәне мөғжизәгә әйләндереү өсөн күп тә кәрәкмәне. Бары тик ихлас тырыштыҡ, иң мөһиме, маҡсатыбыҙға тулыһынса ирештек.

Сынтимер Баязитов билдәләүенсә, бының менән генә сикләнмәйенсә, киләсәктә улар туған телдәр кабинетын асыу тураһында ла хыяллана.

Өфө күп профилле һөнәри колледжы директорының уҡытыу-производство эштәре һәм инновация эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Рида Латипованың әйтеүенсә, быға хәтлем тәғәйен башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетының юҡлығы эштәрҙе йылдам алып барыуға ныҡ ҡамасаулаған. Хәйер, ҡасандыр булған ул, ләкин ваҡыт уҙыуға бүтән төрлө итеп ҡулайлаштырылған. Бынан ике йыл элек белем усағына Сынтимер Баязитовты директор итеп тәғәйенләгәс, башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһе күтәрелгән.

– Сынтимер Биктимер улы “студенттар өсөн башҡорт теле дәресен индерергә кәрәк” тигән аныҡ бурыс ҡуйҙы, – тип һөйләй Рида Марс ҡыҙы. – Бөгөн иһә ҡыҙ һәм егеттәргә башҡорт телен өйрәнеү йәһәтенән бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ, башҡорт теленең серҙәренә тәрәнерәк төшөнөү өсөн бөтә яҡлап та юлдар асыҡ. Йылдан-йыл йәштәр башҡорт теленә ҙур һөйөү менән ҡарай, ҡыҙыҡһыныуҙары ла арта.

Белем биреү учреждениеһында I курс студенттары ике төркөмгә бүленеп, башҡорт телен өйрәнә. Башҡорт телен туған тел сифатында уҡыусылар күп кенә, юғары статусты алған башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙ һәм егеттәр башҡорт теле һәм рус теле төркөмдәренә бүленгән. Ошо ысулды ҡулланып дәрестәр алып барыуҙың тәьҫире көслө булыуын да билдәләнеләр.

Белем усағындағы II курс студенттары өсөн “Һөнәри эшмәкәрлектә башҡорт теле” дәресе индерелгән. Ул мауыҡтырғыс итеп үткәрелгәс, үҫмерҙәрҙең телебеҙгә ҡарата иғтибары ла артҡандан-арта, дәрес ҡалдырыусыларҙың юҡлығы ла күпте раҫлай.

Әле башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу йылдам бара, был эш тамамланған, тиһәң дә ярай. Мәҫәлән, ноутбуктар һатып алынған һәм уларҙың барыһы ла көйләнгән, телевизор һәм проекторҙар ҙа килтерелгән. Стендтар беркетелеп ҡуйылғас, кабинет бөтөнләй икенсе төҫ алған, балҡып күренә. Ошо стендтарҙа халыҡ шағирҙары һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларының фотоһүрәттәре урын алған. Улай ғына ла түгел, алтын фондҡа ингән башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәре, башҡорт телселәренең һүҙлектәре һәм башҡа төрлө китаптар менән дә танышырға мөмкин. Шуныһы үҙенсәлекле: теләгән һәр кем уларҙы QR-код аша ҡарай һәм уҡый ала. 

Рида Латипова һөйләүенсә, әҙиптәр тураһында белешмәне, ғәҙәтләнгәнсә, традицион алым ярҙамында ла алырға була. Бөйөк ижадсыларҙың китаптары шкафта урын алған, һәр кем ҡулына тотоп, улар менән таныша, уҡый.

Уҡыу йортоноң дүртенсе ҡатында урынлашҡан башҡорт теле кабинетының етәксеһе – доцент, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров.

 

“Башҡорт теле. Яңы ҡараш” китабына ҡыҙыҡһыныу арта

 

Өфө күп профилле һөнәри колледжы етәкселеге студенттарҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырыу маҡсатында төрлө әсбаптар нәшер итеү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Быйыл донъя күргән “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” тигән уҡыу ҡулланмаһы – шуға асыҡ миҫал. Шуныһы шатлыҡлы, баҫма Башҡорт­останда дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы Грантын отҡан.

Китапты нәшерләп сығарыуға арҙаҡлы ғалимдар күп көс түккән. Ул – коллектив авторҙарҙың ижад емеше. Мәҫәлән, фән кандидаттары Сынтимер Баязитов, Рида Латипова, Фәнзил Санъяров, 44-се күп профилле полилингваль мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Сафина китапты йөкмәткеле итеп нәшер итеү өсөн бар тырышлығын һалған, шулай уҡ республикабыҙҙың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ла ярҙам иткән.

Колледж директоры Сынтимер Баязитов раҫлауынса, уҡыу пособиеһы 32 академик сәғәткә иҫәпләнгән, ул студенттарға башҡорт теле буйынса башланғыс кимәлдә белем бирә, монолог һәм диалог тәңгәлендә һөйләшеү телмәрен үҫтерә.

– “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” – башҡорт телен интенсив үҙләштереүгә йүнәлтелгән коммуникатив уҡыу әсбабы, – тип һөйләй Рида Марс ҡыҙы. – Ул асылда педагогка аудиторияла, шул уҡ ваҡытта тел мөхитендә лә, унан тыш та уҡытыу өсөн эшләнгән. Төп маҡсат – телде һәм телмәрҙе үҫтереү, телдән һөйләү һәләтен камиллаштырыу, уҡыусыларҙың мәҙәни кимәлен киңәйтеү.

Әсбап ете тематик бүлекте һәм өс ҡушымтаны үҙ эсенә ала. Һәр бүлек композиция йәһәтенән тамамланыуы менән айырыла, үҙ сиратында, “телмәр – тел – телмәр” коммуникатив компетенцияны тәшкил итә. Ошо курс буйынса уҡытыуҙың һөҙөмтәлелеге шунда. Был осраҡта лексик-грамматик материал уйлап һайланылған, мотлаҡ ҡабатлап тороу һәм системаға һалыныу иҫәбенә ябайҙан ҡатмарлыға хәрәкәт бара.

Китапта тематик текстарға өҫтөнлөк бирелгән, ул дәрестең төп материалын үҙләштереү менән бергә үрелеп бара. Артабан ул грамматик материал һәм яҙма эштәр менән нығытылып ҡуйылған. Өҫтәүенә, Башҡортостан һәм Рәсәй генә түгел, ә донъя халыҡтары өсөн дә яраҡлашҡан текстар бар.

Кеше шунда уҡ күп функциялы телдәр мөхитенә килеп эләгә. Мәҫәлән, текст менән танышҡан уҡыусы таныш исемдәрҙе күрә, үҙенең халҡы һәм иле тураһында мәғлүмәтте йәһәт таба. Ғалимдар аңлатыуынса, быларҙың барыһы ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Текстың аҙағындағы эштәр уҡытыусыға балаларҙың мәғлүмәтте нисек ҡабул итеүен күҙәтеү өсөн ныҡ уңайлы.

Әсбаптың үҙенсәлеге тағы шунда, уны төҙөүселәрҙең береһе – ғәмәли тәжрибәһе ҙур булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Сафина.

– Шәхсән үҙем инде күп йылдар башҡорт телен генә түгел, ә бүтән телдәрҙе, әйтәйек, төрөк һәм инглиз телдәрен дә өйрәтеү буйынса курстар алып барам, – тине ул. – Уҡыусыларым араһында, рус телен белеүселәрҙән айырмалы, сит ил кешеләре лә бар. Инглиздәр, төрөктәр, ҡырғыҙҙарҙа туған телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көслө. Шуның өсөн дә китапта киң билдәле Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатовтан тыш, донъяла танылыу алған бүтән шәхестәр ҙә бик күп.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопованың белдереүенсә, “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” китабы ваҡытында донъя күреүе йәһәтенән ҡиммәтле, сөнки күптәр башҡорт телен өйрәнергә теләй. Башҡорт телен уҡытыу проблемаһын оҙаҡ тикшергәндәр һәм тәү башлап өйрәнеүселәргә уңайлы китаптарҙың юҡлығына төшөнгәндәр, булғандары ла иҫкергән икән. Шул уҡ ваҡытта ошо китап өҫтөндә эшләүселәрҙе лә оҙаҡ эҙләгәндәр. Иң мөһиме, башҡорт теленең киләсәген хәстәрләүселәрҙе тапҡандар.

Китап 1500 дана тираж менән баҫылған. Уның әҙ булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә электрон вариантын баҫтырыу тураһында ла уйланалар. Әлбиттә, авторҙарҙың “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” китабының икенсе өлөшөн яҙырға ла ниәттәре бар.

Ғөмүмән, Өфө күп профилле һөнәри колледжы заман менән бергә атлай, киләһе йылдарға ҙур маҡсаттар билдәләгән. Ул – ябай педагогия колледжы түгел, ә күп профилле һөнәри белем биреү йорто. Белем усағының төп маҡсаты – ҡыҙҙарға һәм егеттәргә төплө һөнәри белем һәм күркәм тәрбиә биреү. Үҙ сиратында, һөнәр алғас, һәр береһен эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә булышлыҡ итеү. Ҡыҫҡаһы, ҡулдарына диплом алған студенттарға тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеүҙе мөҡәддәс бурыс һанай педагогтар. 

Әле колледжда бөтәһе 1890 студент иҫәпләнә, шуның 179-ы ситтән тороп белем ала, ә ҡалғаны уҡыуҙың көндөҙгө бүлеген һайлаған. Ҡыҙ һәм егеттәр IX кластан һуң – өс йыл да ун ай, ә XI кластан һуң ике йыл да ун ай уҡый.

Колледжға юғары квалификациялы, көслө педагогик коллектив йыйылған. Бында егермегә яҡын фән кандидатының эшләүе күпте һөйләй. Ошо ғалимдар – белем усағының ғорурлығы: улар педагогия, тарих, биология, филология йүнәлештәрендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Улай ғына ла түгел, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә ҙур уңыш ҡаҙанған уҡытыусылар бихисап.

Туған телебеҙгә һөйөү уятыусылар – башҡорт теле уҡытыусылары – филология фәндәре кандидаттары Фәнзил Санъяров менән Фәүриә Аҡҡужина, тәжрибәле педагог Земфира Солтанова. Ҡыҫҡаһы, белем биреү учреждениеһында 145 уҡытыусы эшләй.

Яҙмамды Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың шиғырынан өҙөк менән тамамлағым килә.

Башҡорт теле! Уралымда

Затым өсөн һин рух түле,

Һин бит беҙҙең хәтер иле,

Мәңге йәшә, башҡорт теле!

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас