Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 15:00

Илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә үҙҙәре!

Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аҡмулла нәсихәттәренә тоғро ҡалалар.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Бына өсөнсө йыл рәттән республикабыҙҙа 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 29 октябрендәге Указына ярашлы барлыҡҡа килде. Тап ошо көн дә юҡҡа һайланманы, сөнки бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Хәҙер был дата тотош йәмәғәтселек өсөн туған телде һаҡлау һәм ҡәҙерләүгә баҫым яһаған сара ғына түгел, ә ысын Тел байрамы булараҡ ҡабул ителә һәм билдәләнә. Ә быйылғыһы олуғ шәхес Аҡмулланың 190 йыллығына тура килеүе менән икеләтә әһәмиәтле.

Быйыл да Башҡорт теле көнөнә арнап, йөкмәткеле саралар, ҡыҙыҡлы акциялар, флешмоб һәм марафондар уҙғарылды. Мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 7 декабрҙә бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ендә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянған “Ете аҙым” марафонын иғлан итте. Уға ярашлы “Без – башҡортлар” башҡорт рок-башҡарыусылары кисәһе, “М. Аҡмулланың аҡ юлы” әҙәби кисәһе, йәштәр өсөн “Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡортостандың милли мәктәптәре етәкселәре форумы һәм башҡа фәһемле саралар үтте.

Башҡорт телен киңерәк танытыу, бөйөк мәғрифәтсенең тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү йәһәтенән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла маҡсатлы эштәр алып бара, алдынғы студенттар мәғрифәтсе исемендәге стипендияларға лайыҡ булып тора.

Уҡыу йорто былтырғы йылдан башлап “Аҡмулла диктанты” халыҡ-ара мәғрифәти акцияһын ойоштора. Ул башҡорт теленә, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенә битараф булмаған барлыҡ телһөйәр һәм илһөйәрҙәрҙе берләштерә. Сараның маҡсаты – республикабыҙҙа һәм Рәсәй төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын киңерәк танытыу, туған телде, әҙәбиәтте, фольклорҙы, мәҙәниәтте һәм Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә киң йәмәғәтселекте йәлеп итеү.

“Аҡмулла диктанты” халыҡ-ара мәғрифәти акцияһында АҠШ, Украина, Азербайжан, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм башҡа илдәрҙән 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәй төбәктәре лә, айырыуса Брянск, Владимир, Волгоград, Вологда, Иваново, Ырымбур, Силәбе, Мәскәү һәм башҡа өлкәләр, Саха (Яҡут), Алтай, Төмән, Бүрәт, Татарстан, Ҡабарҙа-Балҡар республикалары әүҙемлек күрһәтте.

Шулай уҡ юғары уҡыу йорто йыл һайын VIII – XI класс уҡыусылары һәм колледж студенттары араһында Аҡмулла олимпиадаһын уҙғарып килә. Ошоға бәйле һөйөнөслө яңылыҡ та билдәле булды: Рәсәй Мәғариф министрлығының 2021 йылдың 31 авгусындағы ҡарарына ярашлы, был сара министрлыҡ тарафынан раҫланған олимпиадалар исемлегенә индерелде. Хәҙер уның еңеүселәренә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына (10 балл) һәм башҡа вуздарға уҡырға ингәндә олимпиада еңеүсеһе дипломы шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпкә алынасаҡ. Бәйгенең һайлап алыу этабы 2022 йылдың 15 ғинуарына тиклем дауам итә, ә йомғаҡлау өлөшө 1 февралдән 1 мартҡа тиклем уҙасаҡ. Ғаризаны олимпиаданың рәсми сайтында онлайн рәүештә ҡалдырырға мөмкин.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас