Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2021, 15:30

Троицкиға сәйәхәт

Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына – 190 йыл.

Аҡмулланың тормошо һәм ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙиптәре, тарихсылары, журналистарында даими  ҡыҙыҡһыныу уятып килә. Һуңғы йылдарҙа бөйөк шағирыбыҙҙың биографияһындағы бығаса асылмаған биттәрен табып, Фәнис Янышев бер нисә әҫәр ижад итте. Һеҙҙең иғтибарға ошо яҙмаларҙан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

  

Тырышлығы менән абруй ҡаҙана

 

Аҡмулла белемен камиллаштырған һәм йәшәгән Троицк 1743 йылда ҡәлғә сифатында төҙөлә башлай. Бер аҙҙан унда сауҙа йорто, йәрминкә, сик буйын һаҡлау хеҙмәттәре сафҡа инә. Силәбе – Троицк – Ырымбур почта бәйләнеше булдырыла.

1770 йылдарҙа был ҡәлғәлә 1414 кеше йәшәй. 1850 – 1865 йылдарҙа Троицк ҡа­ла­һында – 7712 кеше, шул иҫәптән 2808 мосолман дине вәкиле тормош көтә. 1865 йылда Троицк округ суды эшләй башлай. Судтың юрисдикцияһына Троицк, Силәбе, Верхнеурал, Николаев (Ҡостанай), Турғай өйәҙҙәре лә буйһонған. Ҡалала 1750 йылда тәүге уҡыу йорто – инженерҙар мәктәбе асыла, һәм унда ун бала уҡый башлай. Христиандар өсөн сиркәүҙәр, улар янында мәктәптәр, һөнәрселек училищеһы, ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе, гимназиялар төҙөлә. Мосолмандарға ла был ҡалала ҡыҫы­рыҡлау булмай, тиҙ арала мәсеттәр, мәсет янында мәҙрәсәләр сафҡа инә. Тимәк, Мифтахетдин Аҡмулла килеп йәшәй башлаған осорҙа, йәғни 1854-1855 йыл­дарҙа, Троицк күп сауҙа йортло, гөрләп торған мәҙәниәтле һәм мәғрифәтле төбәк була.

Буласаҡ бөйөк шағирыбыҙ Троицкиҙағы Әхмәт бине Хәлит әл-Мингәри һәм Хива, Иран мәҙрәсәләрендә белем ала. Унан һуң ҡаҙаҡ далаһына сығып, йәйләүҙәрҙә, ауылдарҙа мөғәллимлек (мүлдәкәлек) эше менән мәшғүл була. Ҡаҙаҡ аҡындары, йыраусылары йыйылған йыйындарҙа, бәйгеләрҙә думбырала уйнай, йыр һәм әйтеш байрамдарында ҡатнаша. Тиҙҙән аҡын, шағир, йыраусы дәрәжәһенә күтә­релә. Һәр ерҙә ислам дине тәғлимәт­тәренең асылын мосолмандарға ихлас күңелдән аңлата. Балаларҙың, йәштәрҙең күңелендә кешелеклелек сифаттары тәрбиәләргә ынтыла, төплө белем бирә. Үҙенең тырышлығы, саф мөнәсәбәте арҡаһында халыҡ араһында ҙур абруй ҡаҙана, уны Аҡмулла тип ололап данлайҙар.

Мифтахетдин Аҡмулла төрмәнән сыҡҡас (билдәле булыуынса, ул дүрт йыл ярым Троицк төрмәһендә ултыра), Санкт-Петербургта ярлыҡау эҙләп йөрөп ҡайтҡас, тыуған төйәге Туҡһанбайҙа бер аҙ йәшәй һәм Троицкиға килә. Ҡаҙағстандың Ҡостанай, Күксәтау, Аҡмулла өйәҙҙәрендә, Башҡортостандың Урал аръяғы ауылдарында, Ҡарағалпаҡ, Хива, Төркмәнстан һәм Иранға сәфәр ҡылып, тағы үҙе яратҡан, күңеленә яҡын булған төбәккә ― Троицкиға ҡайта. Ә бында уны көтөп торған дуҫтары ла күп. Башҡорт сауҙагәрҙәренән – Яуышевтар ғаиләһе, ҡаҙаҡ зыялыларынан – Иманбай Хоҙайбиргәнов, солтан Сөләймән Жигангеров, солтан Мөхәммәт Жангиров, солтан Сейдәлиндәр, сауҙагәр Бакировтар, бик күп дин әһелдәре, һөнәр оҫталары, мәғрифәтселәр...

Был шәхестәрҙең байтағы Мифтахетдин Аҡмулланың ижадында ла сағыла. Мәҫәлән,

Был заманда һис кем уға тиң

 килмәйҙер,

Был яҡтар һис кемде уға

 тиңләмәйҙер.

Батырҙары майҙанға сығып күрһен,

Булмаһа, ул “белмәй”ҙе кем белмәйҙер.

Үлсәне иңен-буйын инженерҙар,

Ысынлығын дөрөҫләне батырҙар.

Һәр ерҙә тәбиғәте саф, данлыҡлы,

Айырыуса Труиск мөдәрристәр.

Хосуси хажи хәҙрәт тә хупланы,

Шулай уҡ ишан хәҙрәт тә раҫланы –

Фәҡирҙәрҙе һыйындырыу урыны

Барлыҡ тарлауыҡтарҙан тәрән, – тип яҙа.

Был шиғри өҙөк шағирҙың төп әҫәре “Фазыл Мәржәниҙең мәрҫиәһе”нән икән­легенә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Шиғырҙа Аҡмулла Мәржәниҙең Троицкиға килеүен, кемдәр менән аралашыуын һәм уның хеҙмәтенә дуҫтарының баһа биреүен бәйән итә.

Шиһабетдин бин Баһауетдин әл-Мәржәни тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреп үтәйек. Ул 1818 йылда Ҡазан арты Ябансы ауылында рухани ғаиләһендә тыуған. 1838 – 1849 йылдарҙа Бохарала данлыҡлы “Мири-Ғәрәб”, Сәмәрҡәндтең “Шер-дор” мәҙрәсәләрендә белем ала. Уҡыған йылдарында ислам дине, Көнсығыш фәлсәфәһе, донъя тарихы фәндәрен, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен өйрәнә. Математика, бигерәк тә геометрия һәм астрономия менән шөғөлләнә.

Тарихи документтарҙан күренеүенсә, Шиһабетдин әл-Мәржәни 1887 йылдың 15 майында, хаж сәфәренән ҡайтҡанда, аҙна-ун көн Троицкиҙа башҡорт миллә­тенән булған сауҙагәрҙәр династияһы Яуышевтар ғаиләһендә туҡтала. Был сауҙагәрҙәр Троицкиҙа ғына түгел, тирә-яҡ мосолман ауылдарында, ҡалаларында мәсеттәр, мәҙрәсәләр, мәктәптәр һалдыра һәм йыһазландырыуҙа, ремонтлауҙа ярҙам итә. Муллаларға, хәлфәләргә, шәкерттәргә, уҡыусыларға стипендиялар түләй. Мәҫәлән, Троицкиҙа өсөнсө һәм алтынсы Таш мәсеттәр ҙә Яуышевтар ярҙамы менән төҙөлә.

Ә ҡаланың икенсе Таш мәсете 1835 йылдарҙа Бохара ҡаруаны начальнигы Бабажанов һәм Троицк сауҙагәре Мөкмин Таһировтың аҡсаһына һалына, ә мәсет янындағы мәҙрәсә 1845 йылда сауҙагәр Монасип Ураҙаев ярҙамында сафҡа инә. Мәсеттең тәүге имамы вазифаһына Мөхәмәтша хәҙрәт Мираҫов тәғәйенләнә. Ырымбур губерна идаралығының 1846 йылдың 5 июнендә ҡул ҡуйылған указы нигеҙендә Ҡазан губернаһы Мингер ауылында тыуып, 13 йыл Бохара һәм Ташкент мәҙрәсәһендә белем алған, Троицк сауҙагәре улы – мулла Әхмәт Хәлитовты имам һәм мөдәррис итеп ошо мәсеткә ҡуялар. Ул икенсе йәйҙә Әхмәт бин Хәлит әл-Мингәри исемендә мәҙрәсә аса. Унда төрлө йылдарҙа башҡорттарҙан Зәйнулла Рәсүлев, Мифтахетдин Аҡмулла, Әхмәт хажи һәм Мөхәмәтйән Рахманғоловтар, Муса Рәсүлев, Муллайән Халиҡов, Ямалетдин Йомаев, Сәләхетдин Сәғитов; ҡарағалпаҡ шағиры Ажнияз, ҡаҙаҡтарҙан аҡындар, мәғрифәтселәр, тәржемәселәр Нуржан Наушабаев, Ҡабдолҡали Болғымбаев, Аҫылҡожа Ҡорманбаев; улыс етәкселәре Барлыбай Сайҡымов, Бикмөхәммәт Ҡарпыҡов, Иманбай Хоҙайбиргәнов, Мирсәлих Ҡарпыҡов, Беремжан, Ҡаҙыбәк Чегиновтар, Наурыҙбей Ҡаҙыбаев, Баймөхәммәт Наурыҙбаев белем ала.

Аҡмулланың хаты

 

“Юғарғы Таш мәҙрәсәлә мулла Хафизға, “Бәйт әз-зиндан” (Троицк шәһәрендәге зинданды ҡасид итәлер). Үткән йомала Ташкент һартының мырҙаһы (сауҙагәр Яуышев) яһаған туй йыйынына олуғтар вә кесектәр, атлылар вә йәйәүлеләр ҙур йәмәғәт булып, беҙҙең турабыҙҙан үтеп китте. Мин быны тәҙрәнән күреп ултырҙым. Барыусылар, ҡайтыу­сыларҙан, мине хәтерҙәренә төшөрөп, бер генә кеше лә беҙгә ҡайырылып ҡараманы. Ошо ваҡытта, үҙебеҙҙең ҙиләттә лә вә ғөрбәтлектә булыуыбыҙҙы уйлап, күңелебеҙ боҙолдо, ихтыярыбыҙ китеп, күҙҙәребеҙҙән йәш тамды. Моңайып, үҙ урыныма килеп ултырҙым да ошо мөнәжәтте ижад иттем, ләкин шул көндән был көнгәсә килеүсе булмағанлыҡтан, мөнәжәтте тапшыра алманым.

Мулла Хафиз! Һеҙ ләтафәт вә фәса­хәттән бер ҡөҙөр миһырбанһыҙ. Шуның өсөн был мөнәжәтте һеҙгә ебәрҙем. Аҡса-и мәрам вә мәтләб-и ҡәлб мөстәҡим шиғырҙарға фәҡирҙең ҡәләменән садыр булған кәмселектәрҙе ғәфү ҡылаһығыҙ вә дәрдмәнд хыялыйҙы доға берлә мәсрүр итәһегеҙ.

Бынан элек тә һөйләгән мөнәжәттәрем бар ине. Уларҙы ҡаҙаҡ шәкерттәре һорап алып китте. Ҡалғандары аҡҡа күсерел­мәгән. Әгәр ҙә ҡағыҙ алдыра алһам, яҙып ебәрермен. Барса талиптарға сәләм күндереп, фатиха өмөт ителде. Хөрмәтле дамулла Мөхәммәт мәхдүмгә сәләм әйтегеҙ”.

Аҡмулла ҡаҙаҡ байҙарының ялыуы буйынса 1867 – 1871 йылдарҙа Троицк зинданында булған, тип яҙып үткәйнек. Ул ултырған төрмә бинаһы әле лә бар, тик уны торлаҡ йорт иткәндәр, унда кешеләр йәшәй. Ике ҡатлы йорт, беренсеһе таштан һалынған, икенсеһе – ҡаты ҡарағай бүрәнәләрҙән. Ул төрмә өсөн махсус һалынғанға оҡшай, сөнки таш стеналарҙың ҡалынлығы метрҙан артыҡ, тәҙрәләре лә тар ғына. Был йорт янында тәндәр сымырлап китә...

Хәҙер һүҙебеҙҙе Аҡмулланың хатында телгә алынған Юғары Таш мәҙрәсәгә йүнәлтәйек. Ваҡиға барған 1867 – 1871 йылдарҙа Троицк ҡалаһында өс мәсет һәм улар янында өс мәҙрәсә эшләй. Беренсе мәсет ағастан һалынған бинала, уйһыу урында урынлашҡан. Имам-йәмиғ, имам-хатип, мөдәррис вазифаһында – Шәриф (Мөхәмәтшәриф) Абдуллатиф улы Әҙһәмов. Бында 20 бала уҡый.

Өсөнсө мәсет һәм мәҙрәсә 1864 йылда сафҡа инә. Уның имам-хатибы, мөдәррисе – Шәрәфетдин хәҙрәт Мәһәҙиев.

Һүҙебеҙ яңынан икенсе мәсет һәм мәҙрәсәгә әйләнеп ҡайта. Ҡаланың Татар тыҡрығында (хәҙер ВЛКСМ-дың 30 йыллығы исемендәге урам) төҙөлгән күркәм биналар, тарихи ҡомартҡылар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Шуға ундағы мәҙрәсәне халыҡ Юғары Таш мәҙрәсә тип йөрөткән. 1900 йылдарҙа Яуышевтарҙың был мәҙрәсәһе хәйриә мәктәбе исемен дә ала. Ошо уҡыу йортона Мәжит Ғафури ҙа бара, ләкин уны бында алмайҙар.

Аҡмулланың хатында, хөрмәтле дамулла (ҙур уҡымышлы) Мөхәммәт мәхдүмгә (дин башлығының улы) сәләм әйтегеҙ, тигән һүҙҙәр бар. Мөхәммәт мәхдүм, хөрмәтле уҡыусым аңлағандыр, үрҙә телгә алынған Мөхәммәт Мөхәм­мәтзариф улы Бикмәтов. Ҙур уҡымышлы тип баһа биреүе лә дөрөҫ – ул сит илдәрҙә, атап әйткәндә, Мысырҙа, Сүриәлә, Төркиәлә белемен камиллаштырған. Мәҙрәсәләр өсөн байтаҡ уҡыу әсбаптары яҙып сығарған. “Мишкат аль-масабих” (Ниша Светочей) китабы Санкт-Петербургта баҫыла. Уның атаһы Мөхәм­мәтзариф Абдулжәлил улы Бик­мәтов (1785 – 1861) – Троицк ҡалаһының иң беренсе указлы дин башлығы.

Гүзәл (ләтафат), яғымлы телле (фәсахат), шәфҡәтле (миһербан) Хафиз мулла ҡайҙан килгән? Ошо юлдарҙың авторының 1995 йылдың яҙында Троицк ҡалаһына тәүге тапҡыр барған мәлдә яҙып алған мәғлүмәттәре араһында шағир Кинжин Мөхәммәтхафиз мулла ла бар. Ризаитдин Фәхретдиновтың “мәҙрәсәлә хәлфә булып торған Ләмәҙтамаҡ ауылынан Хафизға” тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, ревизия документтарына мөрәжәғәт итәбеҙ. 1850, 1859 йылдарҙағы мате­риалдарҙа Ләмәҙтамаҡ ауылының указлы муллаһы Хисаметдин Кинзиндың балалары араһында Мөхәммәтхафиз исемлеһе бар. Уның әсәһе – мулланың икенсе ҡатыны Ғәйнелхаят Фәйзуллина. 1859 йылда Мөхәммәтхафизға – 14 йәш. Тимәк, Аҡмулла менән хат алышҡан мәлдә уға 24-25 йәш булған.

Башҡорт халҡының һөйөклө улдары, милли дәүләтебеҙгә нигеҙ һалыусылар ҙа Аҡмулла һәм Шиһабетдин Мәржәниҙең тәғлимәтен өйрәнгән. Һүҙебеҙҙе дауам итеп,

Айырыуса Труиск мөдәрристәр.

Хосуси хажи хәҙрәт тә хупланы,

Шулай уҡ ишан хәҙрәт тә раҫланы... – тигән шиғри юлдарға иғтибар итәйек. Былар кемдәр?  Һорауығыҙға яуап. 1887 йылдан алып  Троицк ҡалаһындағы 1-се мәсеттең икенсе муллаһы, имам-хатибы һәм мөдәррисе вазифаһында Әхмәт хажи Ғәбделзаһир улы Рахманҡолов (1837 – 1921)  хеҙмәт итә. Әхмәт бин Хәлит әл-Мингәри мәҙрәсәһен тамамлағас,  Бохарала Коклеташ исемле уҡыу йортонда белемен арттыра. 1870-1871 йылдарҙа сауҙагәр Яуышевтар менән Мәккә-Мәҙинәгә хажға барып ҡайта. Унан һуң өс йыл Истанбулда күренекле шәйех Әхмәт бин Мостафа Кометчи Хәнәфиҙә дәрестәр ала. Шәйех дәрәжәһе бирелә. Мифтахетдин Аҡмулла менән бик дуҫ йәшәйҙәр. Сығышы буйынса – ғәрәп сауҙагәрҙәренән. Өләсәйҙәре һәм әсәй­ҙәре –― башҡорт. Дүрт ҡатыны һәм уларҙан ун балаһы була. Шиһабетдин Мәржәни Троицкиҙа туҡталған ваҡытта, йәғни 1887 йылдың 15 майында, Әхмәт Рахманҡолов оло абруй ҡаҙанған имам була, уны ҡаланың бөтә халҡы Хажи хәҙрәт тип кенә йөрөтә. Алға китеп тағы шуны өҫтәйек: уға 1890 йылда ахун дәрәжәһе бирелә. Хеҙмәттәре Рәсәй императоры тарафынан юғары баһалана: ике тапҡыр Изге Анна таҫмаһында “Фиҙакәрлек өсөн” алтын миҙалы менән бүләкләнә.

Ә ишан хәҙрәт – беҙгә билдәле Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев. Ул 1833 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар улысы Шәрип ауылында донъяға килгән. Күрше Малай Муйнаҡ, Ахун ауылдары мәҙрәсәләрендә уҡый. 1851 йылда Троицк ҡалаһына барып,  Әхмәт бин Хәлит әл-Мингәри мәҙрәсәһенә инә һәм 1858 йылда тамамлап, Учалы улысы Аҡҡужаға имам-хатиб, мөдәррис итеп тәғәйенләнә. Бында бер аҙ эшләгәс, Сарҙаҡлы имамы Хәким хәҙрәт Ҡорбанғәлиевтән суфыйсылыҡ – мөрит тәрбиәһе буйынса дәрестәр ала. Мәккә-Мәҙинәгә хажға барып ҡайта. Юл ыңғайы Төркиәнең Истанбул ҡалаһындағы Зыяитдин хәҙрәт Көмөшханауиҙан суфыйсылыҡ, йәғни хәҡиҡәтте танып белеүҙең мистик ысулын өйрәнә.

Зәйнулла ишан 1873 – 1881 йылдарҙа Вологда, Кострома губерналарында һөргөндә була. Ҡайтҡас, Троицк ҡалаһындағы бишенсе йәмиғ мәсетенең икенсе муллаһы, ә 1891 йылда  беренсе муллаһы итеп тәғәйенләнә. Бер аҙҙан “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен аса. Ислам институттарын үҙгәртеп ҡороусылар яғында эшләй. Суфыйсылыҡ буйынса төплө белемле ғалим, мәғрифәтсе булып таныла. Гипноз ярҙамында ауырыуҙарҙы дауалай. Шуға уның даны мосолман халыҡтары араһында киң таралған була.

Мифтахетдин Аҡмулла менән икеһе лә – йәҙитселек идеологтары. Икеһе лә Шиһабетдин Мәржәниҙе хөрмәт итә, дини хеҙмәттәрен хуплай, үҫтерә. Зәйнулла Рәсүлевтең һуңғы йылдарҙа баҫылып сыҡҡан беҙгә билдәле ғилми әҫәрҙәре – быға асыҡ дәлил. Йәдитселек тәғлимәте бөгөн дә, минеңсә, бик актуаль. Әлеге көндәрҙә Көнбайыш Европаның “азатлыҡ һәм кеше хоҡуҡтары” тигән цивилизация ҡаҙаныштары шәхсәнлеккә, һәр нәмәнән файҙа эҙләүгә, бөтә нәмәне һатыуға һәм һатып алыуға килтерҙе. Был асыҡ күренеп тора. Бөйөк Аҡмулла үҙенең нәсихәттәрендә “иң әүәл кәрәк нәмә – иман” тип юҡҡа ғына әйтмәгән.

Троицк мөҙәристәре тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы бер шәхесте иҫкә алмау яҙыҡ булыр. Ул – Мөхәмәтйән Ғәбделзаһир улы Рахманғолов  (1831 – 1900). Әхмәт хажи Рахманғоловтың бер туған ағаһы,  Мифтахетдин Аҡмулланың Троицкиҙағы иң яҡын дуҫтарының береһе, йәштәше, рухташы. Бәйеттәр, шиғырҙар яҙған. Ҡатыны Фәрзәнә абыстай ҙа мөнәжәттәр сығарған,  Аҡмулланың шиғырҙарын, ҡобайырҙарын балаларына, ҡыҙҙар мәктәбендә уҡыусыларға ихлас өйрәткән. Фәрзәнә абыстай сығышы буйынса башҡорт, Бөгөлмә өйәҙе Яңы Иштирәк ауылынан. Балалары – Ғаб­драхман, Зыяитдин, Әхмәт, Зыяи.

Мөхәмәтйән хәҙрәт Әхмәт бин Хәлит әл-Мингәри, Бохарала Коклеташ мәҙрә­сәләрендә белем ала. 1872 йылдан алып ул Троицкиҙың өсөнсө  йәмиғ мәсетенең 2-се муллаһы, имам-хатип,  мөдәррис вазифаларына тәғәйенләнә. Мәсет янындағы мәҙрәсәлә күренекле башҡорт тарихсыһы Морат Рәмзи (1854 – 1934), икенсе Дәүләт Думаһы депутаты, Өфөнөң өсөнсө мәсете имам-хатибы Мөхәмәтсабир Хәсәнов (1866 – 1922) уҡыған. Шулай уҡ был мәҙрәсәлә бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич уҡытҡан. Мәшһүр шағир Ғабдулла Туҡай (1912) ошо өсөнсө Таш мәсеткә инеп доға ҡылған, мәрхәмәтле Ғабдрахман Рахман­ғоловтың өйөндә ҡунаҡ булған.

Йәнә шуны өҫтәйек: Ғабдрахман Рахманғолов – 1937 йылғы золом ҡор­баны. Ҡустыһы Зыяитдин – күренекле дин әһеле. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Чкалов (Ырымбур) мәсете муллаһы, өлкә мөхтәсибәте мөхтәсибе вазифаларын башҡара. Әхмәт Рахманғолов (Әхмәт  Рахманҡолой) – күренекле драматург. Пьесалары Троицк, Әстрхан, Ҡазан театрҙарында ҡуйыла. Ул да золом ҡорбаны. Бөгөн был өсөнсө мәсет күренекле дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтең исемен йөрөтә.

 

Фәнис ЯНЫШЕВ.

 

Миәкә районы.

Читайте нас