Башҡорт донъяһы
14 Декабря 2021, 15:00

Яңы проекттар менән таныштыҡ

Тел өйрәнеү өсөн шарттар һәм мөмкинлектәр етерлек: яңы башланғыстар тормошҡа ашырыла, конкурстар ойошторола, гранттар бүленә.

Яңы проекттар менән таныштыҡЯңы проекттар менән таныштыҡ
Яңы проекттар менән таныштыҡ

Бөгөн, Башҡорт теле көнөндә, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды туған телебеҙҙе киңерәк таратыуға йүнәлтелгән яңы проекттар менән таныштырҙы. Сараны Фонд менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова сәләмләне.

Йыр-моң менән үрелеп барған сарала “Башҡортсофт” онлайн тәржемәсеһе, “Интерактив башҡорт теле”, “Глосбе” һәм башҡа проекттар менән таныштырыу ойошторолдо. Шулай уҡ Башҡорт википедияһы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар “Башҡортсофт” онлайн тәржемәсеһе менән яҡындан танышып, шунда уҡ һынап ҡарай алды. Әйтергә кәрәк, был проект нигеҙендә барлыҡҡа килгән веб-портал – бөгөнгө көндә башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемә яһаған иң яҡшы һәм сифатлы платформа тип табылған.

Мәскәү ҡалаһында йәшәгән Әлфиә Күсәрбаева “Башҡорт булып уйнайбыҙ” тип аталған интерактив өҫтәл уйынын тәҡдим итте. Әлфиә тормош юлдашы менән был проектты ике ай эсендә ғәмәлгә ашырған. Әйткәндәй, уйынды һынап ҡараған башҡа милләт вәкилдәре уға бик юғары баһа биргән.

“Тамыр” балалар телеканалы директоры канал тарафынан төшөрөлгән үҫмерҙәр өсөн “Ышан” фантастик сериалы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ете сериянан торған яңы фильм ауыр тормош хәлендә ҡалған ете үҫмерҙең яҙмышына һәм уларға ярҙамға килгән Етегән йондоҙ – ете ҡыҙ менән булған хәл-ваҡиғаларға үрелеп бара. Сериал 2 ғинуар көнө Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелә башлай.

Шулай уҡ сара барышында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторған "Минең әкиәт" конкурсына йомғаҡ яһалды. Кисәне йәш артистар Гәлсәр Байғусҡарова, Юлай Ҡасимов, Резана Вәлиева моңло йырҙары, ҡурай һәм скрипка моңдары менән биҙәне.    

Ғөмүмән, сара барышында туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, киңерәк таратыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарылыуына шаһит булырға тура килде. Был фекерҙе сығыш яһаусылар ҙа айырып билдәләне. Бөгөн тел өйрәнеү өсөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етерлек, бары тик теләк кенә булһын.

Фото: автор һәм Айрат Нурмөхәмәтов.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас