

Башҡортостанда киң билдәләнгән Башҡорт теле көнө сиктәрендә Өфө күп профилле һөнәри колледжында заманса башҡорт теле кабинеты асылды. Ул уҡыу йортоноң дүртенсе ҡатында урынлашҡан, бынан ары 413-сө кабинетта башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре гөрләп үтә.
– Белем усағында башҡорт теле кабинетының асылыуы студенттар өсөн дә, уҡытыусылар ҙа шатлыҡлы ваҡиға, – тине Өфө күп профилле һөнәри колледжы директоры, фән кандидаты Сынтимер Баязитов. – Ысынлап та, туған телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән беҙҙә күп эштәр башҡарыла. Колледждағы педагогтарҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы, белем биреү учреждениеһында бөтәһе ете башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы хеҙмәт күрһәтһә, шуның дүртәүһе – фән кандидаты.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республикабыҙҙың Яҙыусылар союзы рәйесе, фән кандидаты Зәки Әлибаев әйтеүенсә, абруйлы белем усағында заман талаптарына тулыһынса яуап биргән башҡорт теле кабинетының асылыуы һәммәбеҙ өсөн дә ҙур бүләк, QR-код аша ла, беҙ ғәҙәтләнгәнсә лә мәғлүмәтте табып булыуы йәһәтенән ныҡ отошло.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, көн дә Башҡорт теле көнө булырға тейеш. Ул уҡыу йортона бер нисә китабын бүләк итте, тел тураһында шиғырҙар һөйләне.
Күренекле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов шулай уҡ китаптарын тапшырҙы һәм былай тине:
– Башҡорт телендә рәхәтләнеп һөйләшәм, шуның өсөн бәхетлемен, башҡортса ижад итәм, быны ла юғарылыҡҡа тиңләйем. Ошондай саралар күңелдәргә дәрт бирә, ҡанатландыра ла.