

Өфөлә Ата-әсәләрҙең республика форумы һәм Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтары буйынса тантаналы саралар дауам итә. Пленар өлөштө “Башҡорттоң шанлы тарихы дисциплина-ара тикшеренеүҙәр менән бәйләнештә” тип аталған фәнни сессия дауам итте, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары, район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре ҡатнашты.
Фәнни сессияның модераторы, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов үҙ сығышында “2021 – 2031 йылдарға башҡорт халҡы стратегияһын тормошҡа ашырыуҙа башҡорт зыялыларының өлөшө” тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
“Был документ – этностың тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә һәм уны уңышлы үҫтереүгә йүнәлтелгән, тормошҡа ашырыу алымдары булған заманса бурыстар комплексы. Уның төп маҡсаты – дәүләттең ҡыҙыҡһыныуҙарын, дөйөм кешелек өҫтөнлөктәрен иҫәпкә алып, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын, иркен тәьмин итеп, башҡорт халҡын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Әммә был бурыстарҙың нисек тормошҡа ашырылыуы һәр беребеҙгә бәйле. Стратегияла шулай уҡ йәмәғәт хәрәкәттәренең мөмкинлектәре киң билдәләнгән”, - тине Юлдаш Мөхәмәт улы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың Милли архивы бүлеге етәксеһе Азат Ярмуллин үҙ докладында 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығын билдәләү һәм башҡорт яугирҙәре хаҡында хәтерҙе мәңгеләштереү һорауҙарын күтәрҙе. Был тема киң, һәм Башҡорт тарихы йылында ошо йүнәлеш буйынса бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырылды ла инде. Мәҫәлән, башҡорттарҙың боронғо Ғәйнә ырыуынан бихисап билдәле шәхес һәм халыҡ ҡаһармандары сыҡҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында уларҙан 13 милләттәшебеҙ хәрби ҡаҙаныштары өсөн “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” тигән көмөш миҙал менән наградланған. Ғәйнәләр социаль ғәҙеллек талап итеп бер нисә мәртәбә ихтилалға күтәрелгән. Араларында иң әһәмиәтлеһе – Пугачев яуында ҡатнашыуҙары. Унда ғәйнәләрҙән туғыҙ полковник, ете атаман һәм 16 поход старшинаһы булған. Ағымдағы йылдың ноябрендә ошо ырыу ерендә – Пермь крайы Барҙым районында тарихи ваҡиға үтте: “Ата-бабаларҙың алтын китабы” тип аталған арт-объекттар аллеяһы асылды, ул Ғәйнә башҡорттары хаҡындағы монументаль тарихи комплекстың дауамы булып тора.
Полковник, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Өлгөлө-күрһәтмә оркестры етәксеһе (Мәскәү ҡалаһы) Азат Шаһмөхәмәтовтың доклады ла ошо темаға арналды: “1812 йылғы Ватан һуғышы геройҙары хаҡында иҫтәлекте билдәле дирижерҙар, музыканттар, композиторҙар ҡатнашлығында мәңгеләштереү проекты тураһында” тип аталды ул.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Рәмилә Кәримова башҡорт телен Lingvodoc лингвистик платформаһында үҫтереү мөмкинлектәре, был йәһәттән тәжрибә һәм перспективалар тураһында һөйләне. Әлеге ваҡытта Lingvodoc ошондай мөмкинлектәр аса: Рәсәй халыҡтары телдәре буйынса барлыҡ белгестәрҙе берләштереү; хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм фәнни һөҙөмтәләрҙе күтәреү маҡсатында археологтар, антропологтар, генетиктар өсөн модулдәр булдырыу; дисциплина-ара сағыштырыуҙар уҙғарыу. Платформа эшенән алынған һөҙөмтәләр базаһында Рәсәй телдәрен өйрәтеү буйынса ғәмәли уҡыу модулдәре булдырыу планлаштырыла. Lingvodoc утыҙҙан ашыу юғары уҡыу йорто һәм тикшеренеү институттары лингвистары тарафынан ҡулланыла.
Фәнни сессияла шулай уҡ "Милли кейем – халыҡтың донъяуи ҡарашы. Уны нисек һаҡларға?”, “Башҡортостан тарихын тикшереүҙә дисциплина-ара алымдар”, “Халыҡ менән индивидуаль эш үҙенсәлектәре. Күҙәтеүҙәр көндәлеге”, “Алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуҙы тулыһынса тыйыу буйынса халыҡ менән эш ойоштороу” кеүек темалар ҡаралды.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.