

Башҡорт телебеҙ артабан да камиллашһын һәм үҫешһен өсөн уның төрлө гаджеттарҙа булыуы бик тә мөһим. Ошо йәһәттән тағы ла бер проект тормошҡа ашты.
Башҡортостан Башлығы грантына төҙөлгән “Интерактив башҡорт теле-2” веб-ресурсы шуға асыҡ миҫал. Проект Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Милли белем биреү буйынса ресурс үҙәге һәм Республика инженер лицей-интернаты тарафынан эшләнгән.
Веб-ресурсты “Үргә ос!” мәғариф проекты сиктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙа һәм башҡорт теленән дәрестән тыш сараларҙы үткәреүҙә файҙаланырға мөмкин, ә уны ҡулланыу өсөн өҫтәлмә программалар ҡуйыу талап ителмәй – компьютерҙа һәм кеҫә телефонында асып ҡулланырға мөмкин.
Веб-ресурс 34 тематик дәрестән тора. Һәр дәрестә теманы үҙләштереү өсөн ҡыҫҡа видеоролик, русса-башҡортса тематик аудиоһүҙлек, интерактив күнегеүҙәр, ситуатив диалогтар бирелгән.
Шулай уҡ веб-ресурстың йөкмәткеһендә визуаль һүҙлек, тестар, ҡыҫҡаса грамматик белешмә урынлаштырылған.
Веб-ресурсты интернет селтәрендә табыу өсөн bashlang.ru тип яҙырға кәрәк һәм ул асылғас, артабан “Дауам ителеүсе курс” тигән төймәгә баҫып, йөкмәткеһенә инеп китергә кәрәк.
Йомғаҡлап әйткәндә, “Интерактив башҡорт теле -2” веб-ресурсы – телебеҙҙе камиллаштырыуҙа тағы бер баҫҡыс.
Фото: Гөлфирә Миңлеәхмәтова.